Малтабар
Малтабар — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Туҡай районындағы ауыл. Ҡалмиә ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Малтабар татар. Малтабар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
200 человек (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423884 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географик урыны
үҙгәртергәАуыл Игәт йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығышҡа табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарихы
үҙгәртергәМалтабар — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. 1710—1711 йй. билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Турай түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауыл халҡы Е. И. Пугачёв яғында әүҙем сығыш яһай[1].
ХХ быуат башында 2 бакалея кибете, 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[2][1].
1920 йылда ауыл Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 51 йән башҡорт, 79 йән типтәр, 136 йән яһаҡлы татар; 1870 йылда — 248 татар, 220 башҡорт, 228 типтәр; 1912 йылда — 342 аҫаба башҡорт, 381 керҙәш башҡорт һәм типтәр, 402 татар йәшәй[2].
1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
625 | 696 | 852 | 969 | 1181 | 1125 | 1149 | 823 | 525 | 362 | 394 | 335 | 191 | 200 |
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп, клуб, мәсет бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].