Денары (макед. македонски денар) — Төньяҡ Македонияның милли валютаһы, атамаһы боронғо римса денарий һүҙенән алынған.

Денар  (рус.)

Денар  (макед.)
Denar  (англ.)
Denar  (фр.)

2 денара 2001
2 денара 2001 10 денар 2003
Кодтар һәм и символдар
ISO 4217 кодтары MKD (807)
Аббревиатуралар
Знак валюты MKD не найден
Әйләнеш территорияһы
Эмитент Төньяҡ Македония Төньяҡ Македония
Сығарылма һәм параллель берәмектәре
Бүленгән Дени (1100)
Ҡулланыуҙа булған ваҡ аҡсалар һәм банкноталар
Ваҡ аҡсалар 1, 2, 5, 10 һәм 50 денар
Банкноталар 10, 50, 100, 200, 500, 1000, 2000 һәм 5000 денар
Тарих
Индерелгән 26.04.1992
Элек эшләүсе-валюта Югославия динары (YUN)
Ваҡ аҡсалар һәм банкноталар етештереү
Эмиссион үҙәк Македония Республикаһының Халыҡ банкы
www.nbrm.mk
Банкноталар етештереүсе Thomas De La Rue
www.delarue.com
Денар Викимилектә

Денар формаль йәһәттән 100 дениға тигеҙ, ләкин 2013 йылдан дени тәңкәләре түләү сараһы сифатында ҡулланылмай. 2000 йылдың 25 декабренән 2006 йылға тиклем Бөтә Рәсәй валюта классификаторында динар тип атала.

Әйләнешкә 1992 йылдың 26 апрелендә индерелә,  ул мәлдә югослав динарына тиң була. 1993 йылдың 5 майында 100 иҫке денарға 1 яңы денар нисбәтендә деноминациялана. Әйләнештә — 1, 2, 5, 10 һәм 50 денарлыҡ тәңкәләр;  10, 50, 100, 500, 1000 һәм 5000 денарлыҡ банкноталар йөрөй. 2016 йылда 200 һәм 2000 денар номиналлы банкноталар индерелә[1].

Тәңкәләр

үҙгәртергә

Тәңкәләрҙең аверсында — ҡояштың 16 нурлы стилләштерелгән һүрәте ерлегендә номинал. Реверсында — сите буйлап дәүләттең атамаһы һәм сығарылыш йылы яҙылған, уртаһына тейешле һүрәте төшөрөлгән. Бөтә тәңкәләрҙең ҡыры шыма.

Һүрәтләнеше Номиналы Сығарылыш йылы Тасуирлама
[1]
50 дени
1993
Материалы: Cu/Zn/Ni 80:17:3. Диаметры 21,5 мм. Массаһы 4,05 г. Әйләнештә 1993 йылдың 10 майынан 2012 йылдың 31 декабренә тиклем.

Реверс: күл сарлағы (лат. Larus ridibundus).

[2]
1 денар
1993 1997
2001 2006 2008
Материалы: Cu/Zn/Ni 80:17:3. Диаметры 23,8 мм. Массаһы 5,10 г. Әйләнештә 1993 йылдың 10 майынан.

Реверс: шарпланин овчаркаһы.

 
2 денар
1993 2001
2006 2008
Материалы: Cu/Zn/Ni 80:17:3. Диаметры 25,5 мм. Массаһы 6,20 г. Әйләнештә 1993 йылдың 10 майынан.

Реверс: охрид бағрыһы (лат. Salmo letnica).

 
5 денар
1993 2001
2006 2008
Материалы: Cu/Zn/Ni 80:17:3. Диаметры 27,5 мм. Массаһы 7,20 г. Әйләнештә 1993 йылдың 10 майынан.

Реверс: һеләүһен (лат. Lynx lynx).

[3]
10 денар
2008
Материалы: Cu/Zn/Ni 70:18:12. Диаметры 24,5 мм. Массаһы 6,60 г. Әйләнештә 2008 йылдың 15 ноябренән.

Реверс: Стоби ҡалаһы (Градско общинаһы) сиркәүенең иҙәнендәге мозаиканан тауис, V—VI быуаттар.

[4]
50 денар
2008
Материалы: Cu/Zn/Ni 62:20:18. Диаметры 26,5 мм. Массаһы 7,70 г. Әйләнештә 2008 йылдың 15 ноябренән.

Реверс: Курбиноволағы изге Георгий сиркәүендәге фресканан архангел Гавриил һүрәте

Банкноталар

үҙгәртергә
Һүрәтләнеше Номиналы Үлсәмдәре (мм) Тасуирлама
10 денар
140×70
Алғы яғы: Охридтан алиһә Изида һыны, б. э. т. III быуат; Беранци (Битола общинаһы) ауылынан алҡа, б. э. т. IV быуат.

Артҡы яғы: Стоби ҡалаһындағы (Градско общинаһы) сиркәүҙең иҙәндәге мозаикаһынан фрагмент, V—VI быуаттар.
Сығарылыш йылдары: 1996, 1997, 2001, 2003, 2005, 2006, 2007, 2008, 2011

50 денар
143×70
Алғы яғы: Нерезиҙағы изге Пантелеймон сиркәүенең биҙәү аркаһы ерлегендә император Анастасий I-нең фоллисы

Артҡы яғы: Курбиноволағы изге Гавриил сиркәүе фрескаһынан архангел Гавриил
Сығарылыш йылдары: 1996, 1997, 2001, 2003, 2007

100 денар
146×70
Алғы яғы: Дебар ҡалаһындағы албан йортоноң балсыҡ биҙәге

Артҡы яғы: Скопье күренеше менән 1594 йылғы гравюра
Сығарылыш йылдары: 1996, 1997, 2000, 2002, 2004, 2005, 2007, 2008, 2009, 2013

200 денар
144×68
Алғы яғы: Виницанан балсыҡ икона

Артҡы яғы: Тетоволағы Сәскәле мәсеттең һәм Битолалағы Исхаҡ бей мәсетенең биҙәктәре
Сығарылыш йылы: 2016

500 денар
149×70
Алғы яғы: Требеништа некрополенән алтын ерләү битлеге, б. э. т. VI быуат; Охридтан алҡа, б. э. т. III—II быуат

Артҡы яғы: мәк
Сығарылыш йылдары: 1996, 2003, 2009, 2014

1000 денар
152×70
Алғы яғы: Охридтағы изге Врачи-Мали сиркәүенең Алла Әсәһе иконаһы

Артҡы яғы: Орхидтағы изге София сиркәүе галереяһы
Сығарылыш йылдары: 1996, 2003, 2009, 2013

2000 денар
152×70
Алғы яғы: Прилептан туй күлдәгендәге ҡатын

Артҡы яғы: XVI быуатҡа ҡараған алтын ялатылған һауыт биҙәктәре
Сығарылыш йылы: 2016

5000 денар
155×70
Алғы яғы: Тетовонан Менаданың бронза һыны, б. э. т. VI быуат

Артҡы яғы: Битола мозаикаһы фрагменты, б. э. т. V—VI быуаттар
Сығарылыш йылы: 1996

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә