Мадьярҙарҙың Испанияға походы (942)

Мадьярҙарҙың Испанияға походы, 942 йылдың июлендә була. Был мадьярҙарҙың Үҙәк Европаға күсеп килеүе ваҡытында ойошторолған иң алыҫ көнбайыш походы[1][2]. Мадьяр армияһы Европаның күп өлөшөн үтеп, Пиреней тауҙары аръяғындағы өс ҡаланы ҡамаған. Кордова хәлифәлеге армияһын ҡыйратып, урындағы хакимдарҙың береһен әсиргә алып, улар ҙур түләм алғас, ил биләмәһенән сығып киткән. Оҙаҡҡа һуҙылмауына ҡарамаҫтан, сапҡын төбәктәге сәйәси хәлгә ярайһы уҡ йоғонто яһаған.

Мадьярҙарҙың Испанияға походы
Дәүләт  Испания
Ваҡиға ваҡыты июль 942
Карта

942 йылда Италия, Бургундия, Көньяҡ Франция һәм Испанияла мадьярҙарҙың кампанияһы.

Тарихы үҙгәртергә

Тәүге тапҡыр мадьярҙар 924-925 йылдарҙағы алыҫҡа яуҙарҙа, моғайын, Ним һәм Пиреней ярымутрауына барып еткәндер.

Бөгөнгө көндә мадьярҙарҙың Пиреней тауҙары аша үткәнен теркәгән берҙән-бер билдәле документ — Ибн Хәйян әл-Кордобиның «Китаб әл-Мөҡтәбис» («Әл-Андалустың тарихы тураһында белем эҙләүсе») китабында һаҡланып ҡалған — әҫәр автор үлгәнгә тиклем аҙ ғына ваҡыт ҡалғас, 1076 йылда, тамамланған. Ибн Хәйяндың мадьярҙар тураһындағы хикәйәһе X быуаттың юғалған сығанағына таянып яҙылған: уға ярашлы мадьяр отряды Лангобард короллеге (хәҙерге Италияның төньяғы) аша, ә һуңынан хәҙерге Францияның көньяғы аша үтеп, бер туҡтауһыҙ тиерлек был юлда алышҡан. Һуңынан мадьярҙар Тагр әл-Аҡнуға — Кордова хәлифәлегенең төньяҡ-көнбайыш сик буйы провинцияһына баҫып инә.

942 йылдың 7 июлендә төп армия Лериданы ҡамай башлай. Ул осорҙа Лерида, Уэска һәм Барбастро ҡалалары менән Баныу әт-Тәүил ғаиләһенең ағзалары идара иткән: тәүге икеһенә — Муса ибн Мөхәммәт хужа булған, ә Барбастро уның туғаны Яхья ибн Мөхәммәт ҡулында булған. Лериданы ҡамағас, мадьяр атлылары Уэскаға һәм Барбастроға һөжүм итә, унда 9 июлдә, алыш һөҙөмтәһендә, хаким Яхьяны әсиргә алалар:

  [Мадьярҙар] хаҡында хәбәр итеүсе, уларҙың ере алыҫ көнсығышта, һәм бәшнәктәр улар менән көнсығышта күрше булыуы, Рим ере уларҙан Мәккә йүнәлеше яғында, ә Константинополь ере уларҙан бер аҙ көнсығыштараҡ, тип әйткән. Уларҙың төньяғында Моравия һәм башҡа славян ҡалалары урынлашҡан. Уларҙан көнбайыштараҡ сакстар һәм франктар йәшәй. Андалусия еренә барып етер өсөн улар ҙур ара үткәндәр, ә уның бер өлөшө — сүллек… Маршы ваҡытында улар сиктәш Ломбардия аша үткән. [Уларҙы Ломбардиянан һигеҙ көнлөк юл айырып торған]. Уларҙың торлаҡтары Дунайҙа урынлашҡан, һәм улар, ғәрәптәр кеүек күсмә халыҡ, ҡалалар һәм йорттарһыҙ төрлө урындарҙа кейеҙ палаткаларҙа йәшәй...  

Ибн Хайян шулай уҡ ете мадьяр «юлбашсыһын» («amīr» һүҙе батша йәки хаким өсөн дөйөм термин булып тора) тип атаған: «Уларҙың ете юлбашсыһы булған, улар араһында Джила иң ҙур дәрәжәгә эйә булған, унан һуң Эскер, уның артынса Бульцкуди (Бульчу), һуңынан Башман, Алпар, Глад һәм, ниһайәт, Хархади идара иткән». Фараз буйынса, улар һөжүм өсөн йыйылған берҙәм армияны тәшкил иткән ете отряд командирҙары булған - ләкин улар ете мадьяр ырыуҙары башлыҡтарының исемдәре булғандыр, тигән версия дөрөҫлөккә яҡыныраҡтыр. Бәлки, Ибн Хайян үҙе Византия сығанағына таянғандыр. Аҙағыраҡ яҙылған историографияла Алпар менән Глад мадьярҙарҙың еңелгән дошмандары булып «иҫтә ҡала». Дьёрдь Дьёрффи белдереүенсә, 942 йылдан һуң «власты бүлеү» бындай һөҙөмтәгә килтергән. Шулай уҡ Д. Дьёрффи «Алп-ер» («ҡыйыу ир») төрки исем тип билдәләгән. Әйткәндәй, Алпар шәхси ир исеме Мәхмүт Ҡашғариҙың «Диуану лөғәт әт-төрк» төрки эницклопедик һүҙлегендә телгә алына, ул «батыр», «көслө», «ир-егет», «ҡаһарман» тигәнде аңлата. «Башҡорт теленең академик һүҙлеге»ндә алпар (батыр) һүҙе теркәлгән[3].

Венгрияның ҡайҙа урынлашыуы, уның лидерҙары һәм һөжүм итеүсе армияның маршруты тураһында мәғлүмәт, бәлки, биш әсир мадьярҙан киләлер, улар, Ибн Хайянға ярашлы, Ислам динен ҡабул итә һәм Кордова хәлифәһенең шәхси гвардияһына индерелә. Яхъя, үҙ ирке өсөн ҙур йолом түләп, 27 июлдә үк азат ителгән. Шунан ул Абд ар-Рахман III хәлифәгә «баш эйергә» тип Кордоваға юл тота:

  Ахыр сиктә, улар (тотҡондар) мосолман булып киткән, һәм ул уларҙы үҙенә хеҙмәткә алған. Алыҫ Тортосанан (942 йылдың 14 сентябре) [Яхья ибн Мөхәммәттең] ошо "төрөктәр" өсөн ҙур сумма ебәргәне тураһында хәбәр килгән.  

Күп һанлы армияһы өсөн аҙыҡ-түлек запасы булмаған һәм етерлек фураж таба алмаған мадьярҙар Пиреней ярымутрауынан бер нисә көндән үк сығып китә.

Эҙемтәләре үҙгәртергә

Ибн Хайянға ярашлы, һөжүм төбәктәге эске сәйәси хәлгә етди йоғонто яһаған: яңы һөжүмдәрҙән мосолмандарҙың ҡурҡыуы тураһындағы яңылыҡтың таралыуы, Леондан король Рамиро Икенсене, унан алдараҡ 941 йылда хәлиф менән төҙөгән килешеүҙән баш тартырға «илһамландырған».

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Zimonyi, 2016
  2. Róna-Tas, 1999, с. 73
  3. Сулейманова Р.А. Древнетюркские личные имена: отражение в башкирском ономастиконе // Вестник Башкирского университета. — 2014. — Т. 19. — № 4. — С. 1417. — ISSN 1998-4812.

Әҙәбиәт үҙгәртергә