Мадагаскар (утрау)
Мадагаскар (франц. Madagascar, малаг. Madagasikara; ерле атама: Nosin Dambo — ҡабандар утрауы) — ҙурлығы буйынса Ерҙә дүртенсе утрау.
Мадагаскар | |
Донъя ҡитғаһы | Африка |
---|---|
Дәүләт | Мадагаскар |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Һинд океаны |
Иң юғары нөктә | Марумукутру[d] |
Халыҡ һаны | 26 000 000 кеше |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 2876 метр |
Шул уҡ территорияны биләй | Мадагаскар |
Майҙан | 587 713 км² |
Мадагаскар Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәҺинд океанында урынлашҡан, Африканың көнсығыш ярынан Мозамбик боғаҙы менән айырылған[1].
Утрауҙың оҙонлоғо яҡынса 1600 км, киңлеге 570 км[2], майҙаны 587 000 км². Утрау Мадагаскар дәүләтенең төп өлөшө булып тора, (баш ҡалаһы — Антананариву).
Утрауҙағы йылғалар: Бетсибока, Манчака һ.б.
Утрауҙың иң бейек нөктәһе һүнгән вулкан Марумукутру (2876 м), ул тау массивында урынлашҡан Царатанана[nl], ул утрауҙың төньяҡ өлөшөндә. Тауҙар минералдарға һәм металдарға бай: алтын, баҡыр, тимер; киң яр буйы тигеҙлектәре һаҙлы, йыш ҡына бик уңдырышлы.
Мадагаскар Африканан алыҫ булмаһа ла, уның фаунаһы һәм флораһы уникаль: утрауға ер йөҙөндәге хайуандар һәм үҫемлектәр төрҙәренең 5 % — ы тура килә, шуларҙың 80 % Мадагаскарҙан башҡа ерҙә үҫмәй һәм йәшәмәй. Уларҙың иң күренеклеһе — лемурҙар.
Иң ҙур Мадагаскар күле — Алаутра (майҙаны 200 км² тирәһе). Башҡа күлдәре — Итаси, Ихутри.
Тропик климатлы, утрауҙың көньяғын йыш ҡына субтропик климатлы тип иҫәпләйҙәр.
Координаттары
үҙгәртергәУтрауҙың төньяҡ нөктәһе — Бубаумби мороно (Амбр, 11° ю. ш. 49° в. д.HGЯO), көньяҡ нөктәһе — Вухимена мороно (Сент-Мари, 25° ю. ш. 45° в. д.HGЯO), көнбайыш нөктәһе Мананунука мороно (22° ю. ш. 43° в. д.HGЯO) һәм көнсығыш нөктәһе -Ангунци мороно (Көнсығыш, 15° ю. ш. 50° в. д.HGЯO).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Водовозов В. В. Мадагаскар // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Presentation of Madagascar (ингл.). EDBM - Economic Development Board of Madagascar (14 сентябрь 2017). Дата обращения: 6 август 2020. Архивировано 24 ғинуар 2021 года.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Корочанцев В. А. Остров загадок и открытий. — М.: Мысль, 1982. — 224 с. — 70 000 экз.
- Мадагаскар = Madagascar / Пер. с англ. М. А. Аршиновой; Отв. ред. серии акад. В. Е. Соколов; Науч. ред. и послесл. Б. Д. Васильева. — М.: Прогресс, 1990. — 296 с. — (Золотой фонд биосферы). — 45 000 экз. — ISBN 5-01-002049-1. (в пер.)
- Каландадзе Н. Н., Шаповалов А. В. Судьба мегафауны наземных экосистем мадагаскарской зоогеографической области в позднем антропогене 2018 йыл 21 июнь архивланған.. 2005.
- Мадагаскар // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Мадагаскар // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- Мадагаскар // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мадагаскар // Энциклопедия «Кругосвет».
- YouTube сайтында Мадагаскар - отдельный мир. Документальный фильм.
- Madagascar (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 11 август 2022.
- Madagascar 2011 йыл 17 август архивланған. — CIA — The World Factbook.
Был тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.