Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы
Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы (24 декабрь 1928 йыл — 3 октябрь 2016 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011), РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты, СССР халыҡтарының фольклор йыры конкурсы лауреаты.
Мәғфирә Ғәлиева | ||
Тыуған ваҡыты: | ||
---|---|---|
Тыуған урыны: | ||
Вафат ваҡыты: | ||
Вафат урыны: | ||
Гражданлығы: | ||
Театр: | ||
Наградалары: |
|
Биографияһы
үҙгәртергәМәғфирә Ильяс ҡыҙы Ғәлиева 1928 йылдың 24 декабрендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны[1] Урта Муйнаҡ ауылында тыуған.
Бала саҡтан уҡ радионан Әсмә Шайморатова, Диана Нурмөхәмәтоваларҙың йырын тыңлап, «Ете егет», «Киленсәк», «Апаһы әйтмәй, һылыуы әйтә», «Томан», «Ата зары» («Хисам») йырҙарын йырлап үҫә.
Мәскәү консерваторияһында композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов хәстәрлеге менән башҡорт студияһы асылғас, ауылдар буйлап таланттар эҙләгәндә, Ейәнсура районынан Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллинды һайлап алалар. Ул ваҡытта Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләүсе Ҡадир Бакиров йәш Мәғфирәлә яҡташы сәсән Хисаметдиндың йыр сәнғәтенә оҫталығын таный. П. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында Мәғфирә илдә киң билдәле музыка белгесе В. Карин-Вешкарев класында уҡый. Данлыҡлы йырсы Ирма Яунзем тәүге дәрестәрҙән үк башҡорт ҡыҙының тауышына, башҡарыу һәләтенә һәм образға инә белеүенә иғтибар итә. Улар ғүмер буйы аралашып йәшәй.
Мәғфирә Ғәлиева — 62 халыҡ телендә йырлаған йырсы. Ул — бер нисә секунд эсендә сәхнәгә шул халыҡтарҙың милли кейемендә сығып, йырсы булараҡ образға инә белеү оҫталығын бермә-бер арттырған сәнғәт маһиры. Ире, композитор Наил Ғәлиев (Николай Голов) менән Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең, элекке СССР-ҙың бик күп төбәгендә, сит илдә сығыш яһағандар.
Башҡортостан сәнғәтендә 1953 йылдарҙан башлап яңыса яңғырашлы эстрада йырҙары ишетелә башлай. Ирле-ҡатынлы Мәғфирә менән Наил Ғәлиевтар, «Өфө уттары» тигән инструменталь ансамбль төҙөп, башҡорт эстрадаһына нигеҙ һалыусылар булып таныла.
Мәғфирә Ғәлиева 2016 йылдың 3 октябрендә Өфөлә вафат булды[2].
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1965).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Ейәнсура районы
- ↑ В Уфе скончалась народная артистка Башкортостана Магфира Галеева. , 2016, 4 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 октябрь 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғәлиева Мәғфирә Ильяс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)
- Йәйғор төҫөндә донъям. Йәшлек гәзите. 2016 йыл 4 март архивланған.
- Ғәлиева М. Киттең дә яңғыҙ иттең… : Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы Наил Ғәлиев (Николай Голов) хаҡында / Мәғфирә Ғәлиева // Башҡортостан. — 2006. — 10 февр.