Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡытыусылары исемлеге
(Ләмәҙтамаҡ мәктәбе/Уҡытыусылар исемлеге битенән йүнәлтелде)
Ләмәҙтамаҡ мәктәбе уҡытыусылары исемлеге — Википедия исемлеге. Башҡортостандың Мәсетле районы Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытҡан уҡытыусылары, тәрбиәселәр, шулай уҡ мәктәпте тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар исемлеге Википедила мәҡәләләр яҙыуға ярҙамсы сығанаҡ булараҡ төҙөлә. Исемлеккә мәктәптә кәмендә бер уҡыу йылы уҡытҡан уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр инә. Исемлектең «Сығанаҡтар» бүлегенә уҡытыусылар тураһында дөйөм белешмә мәғлүмәт баҫмалары күрһәтелә. Бер кеше тураһындағы мәғлүмәт сығанаҡтарының уның шәхси тулы мәҡәләһендә күрһәтелә.
Мәктәп директорҙары
үҙгәртергә- Абдуллин Ғариф Хәким улы (1935—1939)
- Байгилдин М.
- Абраров Х
- Ниғмәтуллин Мөхәмәт
- Ғибәтова Фая З.
- Фәизов М.
- Ҡылысбаева Сания Хафиз ҡыҙы (1953—1963)
- Сибәғәтов З. К. (1963—1970)
- Ҡылысбаев Фердинад (Әҙһәм) Әкрәм улы (1970—1976)
- Закиров Салауат Таһир улы
- Йәрмөхәмәтов Рәфис
- Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы (1990-2000)
- Ғәлимов Әнүәр Лотфулла улы
- Ғәлимов Раушан Раян улы
- Ҡотлоева Фирҙәүес Фердинад ҡыҙы
Мәктәп уҡытыусылары
үҙгәртергә- Әхмәҙуллин Вафа Мостафа улы (22.02.1922 — 16.11.1998), мәғариф алдынғыһы, партия органдары хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1970). Мәсәғүт педагогия училищеһен (1954), Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1964) тамамлаған. 1945—1956 йылдарҙа ете йыллыҡ Ҡорғат мәктәбендә уҡытыусы, ете йыллыҡ Әбдрәхим мәктәбендә директор, Яңы Мишәр мәктәбендә директор урыбаҫары, Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хәрби етәксе һәм директор урынбаҫары булып эшләй. 1956—1960 йылдарҙа Баһау Нуриманов исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары була. 1964—1984 йылдарҙа, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Вафа Мостафа улы йәнә Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эшләй, балаларҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, директор урынбаҫары вазифаһын үтәй. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Чехословакияның Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашҡан. «Бейек Татр» партизан отряды командиры. Ике беренсе (1945, 1985) һәм икенсе (1975) дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Чехословакияның почётлы гражданы (1945).
- Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14.06.1923 — 23.12.2016) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). Советтар Союзы Геройы (1946). Мәсәғүт педагогия училищеһен тамамлағандан һуң 1939-1940 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡытҡан.
- Ғатауллин Шакирйән Нурый улы (21.08.1936 — 16.12.2002), мәғариф алдынғыһы. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (), Башҡорт физкультура техникумын тамамлаған (1961). 1961—1996 йылдарҙа мәктәптең физкультура уҡытыусыһы һәм спорт тренеры, 2000 йылға тиклем спорт тренеры. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980), Хеҙмәт ветераны (1997). Уның иҫтәлегәнә 2016 йылдан мәктәптә «Хәтер кисәһе», «Шакир абый» кубогына район саңғы ярышы үткәрелә.
- Ғатауллина Вәриҙә Нурый ҡыҙы (7.12.1929 — 30.09.2022), мәғариф ветераны. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен (1948), К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған (1952). Институты тамамлаған йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын Баймаҡ районында башлай. Дыуан-Мәсетле ауылы егете Ғабразаҡ Йосоповҡа кейәүгә сығыу сәбәпле 1953 йылда тыуған районына ҡайта һәм Әбдрәхим ете йыллыҡ мәктәптә биология уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир булып эшкә килә. 1957 йылдан Дыуан-Мәсетле урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы, туған тел уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир, 1973 йылдан 1980 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә хеҙмәт, тарих уҡытыусыһы булып эшләй. Хеҙмәт ветераны (1980).
- Ғәлимов Әкрәм Лотфулла улы (22.10.1944 — 07.12.2006), мәғариф алдынғыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы (1983), Уҡытыусы методист (1989), «Хеҙмәт ветераны» (2000). Ләмәҙтәмаҡ урта мәктәбен (1961), Стәрлетамаҡ педагогия институтын (1970) тамамлаған. 1962-1965 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә өлкән пионервожатый булып эшләй. Институтты тамамлағандан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы (1970-1971, 1975-1982, 2000-2005), уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир (1973-1975), кластан тыш эштәрҙе ойоштороусы (1982-1990), мәктәп директоры (1990-2000), шул уҡ арала бер йыл Һабанаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор (1971-1972) булып эшләй. РСФСР Мәғариф министрлығының Почет грамоталры (1983, 1989) менән бүләкләнгән.
- Закиров Салауат Таһир улы (26.07.1935 — ??), мәғариф алдынғыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы (1983), «Хеҙмәт ветераны» (1991). Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен (1956), Башҡорт дәүләт университетын (1972) тамамлаған. 1976-1986 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә директор булып эшләй, география фәнен уҡыта.
- Йомағужина Розалия Ғабразаҡ ҡыҙы (1.01.1959), мәғариф хеҙмәткәре.
- Ҡазыева Йәүһәрә Санбаш ҡыҙы (30.10.1929 — 19.12.2011), мәғариф алдынғыһы. К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамалаған (1954). 1950—1986 йылдарҙа Мәсетле районының Әбдрәхим ете йыллыҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Йонос урта мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифе отличнигы (1966).
- Ҡолмөхәмәтова Мәрйәм Муллабай ҡыҙы (04.07.1951), мәғариф алдынғыһы. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған (1976). 1972, 1977—1988, 1990—2006 йылдарҙа мәктәптә тәрбиәсе, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1982). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2003).
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы (11.09.1930 — 14.09.2008) — мәғариф алдынғыһы, партия органдары хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965). Мәсәғүт уҡытыусылар институтын (1952), Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын (1958). 1955—1972 йылдарҙа мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ҡылысбаев Фердинанд (Әҙһәм) Әкрәм улы (2.08.1926 — 26.07.2001), мәғариф алдынғыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). Физика фәне уҡытыусыһы. Златоуст уҡытыусылар институтын (1951), Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамалаған (1964). 1942, 1946—1967 йылдарҙа уҡытыусы, 1967 йылдан уҡыу-уҡытыу буйынса мөдир, 1970—1976 йылдарҙа мәктәп директоры булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
- Ҡылысбаева Сания Хафиз ҡыҙы (01.12.1925 — 01.09.2001), мәғариф алдынғыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамалаған (1947). Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. 1947 йылдан уҡытыусы, 1949 йылдан директор урынбаҫары, 1953 йылдан директор, 1965 йылдан директор урынбаҫары, 1967—1982 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй.
- Йәнтүрина Гөлназ Радик ҡыҙы (10.06.9161), мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡтыусыһы (2008) һәм мәғариф отличнигы (2000). Мәсәғүт педагогия училищеһен (1980), Башҡорт дәүләт университетын (1985) тамамлаған. 1985 йылдан Һөләймән һигеҙ йыллыҡ мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 1988 йылдан Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә уҡыта. 1996-2000 йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусыһы» конкурсы еңеүсеһе (2007).
Ләмәҙтамаҡ мәктәбен тамамлаған һәм башҡа мәктәптәрҙә уҡытҡан уҡытыусылар
үҙгәртергә- Рәшит Әхтәри — Әхтәров Әхрәр Минһаж улы, Рәшит Әхтәров (6 ғинуар 1931 йыл — 26 март 1996 йыл) — педагог, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1963—1982 йылдарҙа Мәсетле районы мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 2001 йылда Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы булдырылған.
- Ғафаров Марат Фазылтдин улы (30 июль 1942 йыл) — уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, 1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1997), Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2007). 1971 йылдан Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытыусы, директор, 1986 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе Мәсетле районы халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире булып эшләй.
Фотогалерия
үҙгәртергә-
1940
-
Тасуирлама2
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ҒҮ, 2005—2011
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9