Ғафаров Марат Фазылтдин улы

педагог, йәмәғәт эшмәкәре

Ғафаров Марат Фазылтдин улы (30 июль 1942 йыл) — уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2007),

Ғафаров Марат Фазылтдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Мәләкәҫ, Әләгәҙ ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Фазылтдин улы Ғафаров Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Борғатъя ауылында 1942 йылдың 30 июлендә тыуған.

Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбен, 1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1965 йылда «Салауатнефтехим» комбинатында башлай. 1970—1971 йылдарҙа «Урожай» ирекле спорт йәмғиәтенең Мәсетле район советы рәйесе. 1971 йылда уҡытыусы, Мәләкәҫ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры, 1986 йылда Мәсетле районы халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире, 2004 йылдан Оло Ыҡтамаҡтың 2-се урта мәктәбе музейы етәксеһе, ә 2009 йылдан райондың тарихи-крайҙы өйрәнеү музейын етәкләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Беренсе һәм икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (2002, 2007).

Китаптары

үҙгәртергә
  • Әйле башҡорттары (1993);
  • Мой край родимый Мечетлинский (2010);
  • Мечетлинская земля богата историей (2012).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2007)
  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл. ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл.