Ләлә (йылға)

Свердловск өлкәһендәге йылға

Ләлә (урыҫ. Ляля) (үрге ағымында Төшкө Ләлә) — Свердловск өлкәһендәге (Рәсәй) тау-тайга йылғаһы, Сосьва йылғаһының уң ҡушылдығы. Һыу өҫтө майҙаны 7430 км2. Ағымының тиҙлеге секундына 0,4 метрға тиклем етә. Тамағының киңлеге 60,6 м. Оҙонлоғо — 242[2] км. бассейн майҙаны — 7430 км2.

Ләлә
Ҡайҙа ҡоя Сосьва[d]
Ҡушылдыҡ Лобва[d], Оло Каскунка, Оло Нясьма, Колодничная Ляля, Кесе (Ляль ҡушылдығы), Отва, Павда (йылға), Парча (Ляль ҡушылдығы), Спасская (Ляль ҡушылдығы), Толмачиха (Ляль ҡушылдығы), Яборовка һәм Поздняковка[d]
Һыу йыйыу бассейны Бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 7430 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Оҙонлоҡ 242 km
Бассейн категорияһы Категория:Ләлә бассейны
Карта

Түбәнге һәм урта ағымында йылға бик борғосланып аға, шуға күрә иҫке улаҡтары күп, ярҙарында һаҙлыҡлы урындар байтаҡ. Тамағынан 165 километрҙа Яңы Лялим ҡалаһы, 106 километрҙа — Иҫке Ләлә ҡасабаһы, Павда йылғаһы тамағында — Павда ҡасабаһы. Ляля (манс.) — йылы [сығанаҡ 536 көн күрһәтелмәгән].

Этимологияһы үҙгәртергә

Свердловск өлкәһенең был төбәге ҡуйы тайга урманы менән ҡапланған. Ундағы шарлап аҡҡан тау йылғалары, әлбиттә, балыҡҡа бик бай. Ләлә йылғаһының атамаһы шул йылғала ыуылдырыҡ сәсеп йәшәгән Ләлә (төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, ғәйнә ырыуы башҡорттарының диалектындағы атама)[3], йәғни әҙәби башҡорт телендәге шамбы (урыҫ. налим)[4] балығы атамаһынан алынғандыр, тигән фараз бар[5]. Ләлә — шамбы балығының урындағы диалект буйынса атамаһы.

Ляля атамаһын манси телендәге йылы һүҙе менән бәйләү бәхәсле, сөнки тау йылғаһы һис кенә лә йылы була алмайҠалып:Сығанаҡ юҡ. Ғәҙәттә тау йылғаһының температураһы 18 градус менән 21 градус араһында тирбәлә.

Һыу реестры мәғлүмәт үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Ләлә йылғаһы Иртыш һыу бассейны округына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Тавда йылғаһы, инештән тамағына тиклем, Сосьва йылғаһынан башҡа, башынан алып Морозко ауылы янындағы һыу үлсәү посына тиклем, Тубыл йылғаһының бассейны. Иртыш йылғаһы бассейнына ҡарай. Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010502512111200010713.[2]

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Тамағынан башлып үргә табан уң яҡ ҡушылдыҡтары ― 7,4 км: Толмачиха, 30 км: Берёзовка, 50 км: Большая Каскунка, 52 км: Малая, 91 км: Отва, 123 км: Мурзинка, 171 км: Большая Нясьма, 183 км: Бобровка, 200 км: Мурзинка,

Тамағынан башлып үргә табан уң яҡ ҡушылдыҡтары ― 72 км: Лобва, 128 км: Каменка, 156 км: Яборовка, 179 км: Парча, 195 км: Спайская, 214 км: Байковка, 216 км: Павда, 242 км: Колодничная Ляля

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Рундквист Н.А., Задорина О.В. Свердловская область. Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: "Квист", 2009. — С. 185. — 456 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-85383-392-0.
  • Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Китап. 2014. Т. 10 000. стр. 943.
  • Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы. Өфө Б 27 фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). — Өфө: «Китап», 2002. — 432 бит. ISBN 5-295-03104-7.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Ляля (Полуденная Ляля). Дата обращения: 27 август 2012. Архивировано 25 октябрь 2012 года.
  3. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге (Рәсәй Фәндәр академияһы. Өфө Б 27 фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты). — Өфө: «Китап», 2002. — 432 бит. ISBN 5-295-03104-7
  4. http://mfbl2.ru/mfbl/rusbash 2021 йыл 23 апрель архивланған.
  5. Башҡорт теленең академик һүҙлеге. VI том. Өфө. Китап. 2014. 130-сы бит

Һылтанмалар үҙгәртергә