Йылға тамағы

йылға ағымының бөткән, ҡойған өлөшө, һыуһаҡлағысҡа, күлгә, диңгеҙгә йәки икенсе йылғаға ҡушылыу урыны

Йылға тамағы — йылға ағымының бөткән, ҡойған өлөшө[1], һыуһаҡлағысҡа, күлгә, диңгеҙгә йәки икенсе йылғаға ҡушылыу урыны.

Йылға тамағы
Рәсем
Алдағы lower course[d]
Ҡапма-ҡаршыһы инеше һәм Бифуркация рек[d]
 Йылға тамағы Викимилектә

Йылға тамағының төрҙәре

үҙгәртергә

Йылғаның тамағында, йәғни, башҡа һыу ятҡылығына килеп тоташҡан өлөшөндә дельта[2] йәки эстуарий барлыҡҡа килеүе мөмкин.

 
Нуриман районындағы Яманйылға тамағы
 
Бәләкәй йылға тамағы

«Тамаҡһыҙ» йылғалар

үҙгәртергә

Әгәр һыу быуға әйләнеү, һуғарыуға алып бөтөрөү йәки тупраҡҡа һеңеп бөтөү сәбәпле ағым юҡҡа сыҡһа, башҡорттар «һыу сумған урын» тиҙәр. Бындай күренеш Башҡортостан өсөн дә ят түгел. Миҫалға Атыш-Сумған, Ҡотоҡ-Сумған топонимдарын килтерергә мөмкин.

Ҡайһы бер йылғаларҙа даими тамағы булмауы ихтимал. Мәҫәлән, Окаванго тигән йылғаның түбәнге осо Калахари сүленең төньяҡ-көнбайыш яғында һаҙлыҡта юғала. Ә Ҡаҙағстандың Чу йылғаһы көньяғындағы ҡомдарҙа кибә һәм бары тик һыу ташҡан ваҡытында ғына Акжаркын күленә ҡушыла. Шулай уҡ әлеге мәлдә Амударья һыуы Арал диңгеҙенең ҡалдығына барып етмәй, ҡайһы ваҡыт ҡына барып ҡойоуы мөмкин.

Бәғзе бер йылғалар кипмәй, әммә миҙгелгә ярашлы рәүештә, йырҙаһын (һәм тамағын) үҙгәртәләр. Кирегә аға торған йылғалар ҙа бар.

Топонимика

үҙгәртергә

Йылға тамағында урынлашҡан ауыл-ҡалаларҙың исемен йыш ҡына шул йылға атамаһына «тамаҡ» һүҙен ҡушып яһайҙар. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Ләмәҙтамаҡ, Берештамаҡ, Сәкәнтамаҡ, Төлкөтамаҡ, Ҡараттамаҡ һ.б.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 305-се бит
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 272-се бит