Людвик Гиршфельд (пол. Ludwik Hirszfeld, 5 августа, 1884 йыл, Варшава7 март, 1954, Вроцлав) — поляк ғалимы, иммунолог, инфекционист һәм гематолог, медицина фәндәре докторы, поляк иммунология мәктәбенә нигеҙ һалған.

Людвик Гиршфельд
Ludwik Hirszfeld
Тыуған көнө

5 август 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][2][3][…]

Вафат көнө

7 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[1][2][3][…] (69 йәш)

Ғилми даирәһе

иммунология, гематология

Ниндәй өлкәлә танылған

основоположник польской школы иммунологов

Автограф

Биографияһы

үҙгәртергә

Математик Александр Райхман һәм бактериолог Людвик Райхмандың ике туған ағаһы. Вюрцбург һәм Берлин университеттарында медицина факультетында уҡыған.

1914 йылда Гиршфельд анафилаксия һәм анафилатоксин, уларҙың коагуляция менән үҙ-ара бәйләнеше буйынса эштәре нигеҙендә университетта уҡытыусы итеп тәғәйенләнә (приватдоцент). Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Сербияла тиф һәм бактериаль дизентерия тарала. 1915 йылда бында Гиршфельд килә. Ул һуғыш тамамланғансы серб армияһында була, серология һәм бактериология буйынса советник була. Ошо осорҙа ул Салоникиҙа йоғошло сирҙәр дауаханаһында «Salmonella paratyphi» C бациллаһын (паратиф С сирен ҡуҙғытыусы) таба һәм өйрәнә башлай, уны «Salmonella hirszfeldi» (Гиршфельд сальмонеллаһы) тип тә йөрөтәләр.

Л.Гиршфельд —Варшава гигиена институтына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1924 йылдан Варшава университетының кафедра мөдире була[4]. Фашист Германияһы оккупацияһы осоронда ҡатыны Ханна һәм ҡыҙы менән Варшава геттоһына бикләнә. Геттола эпидемияларҙы иҫкәртеү буйынса бүлексә етәксеһе була. Йәшерен медицина курстары ойоштора. Дине буйынса католик, геттола йәһүд-католиктар приходына ҡарай [5][6]. 1942 йылдың июлендә геттонан йәһүдтәрҙе Треблинка концлагеренә ҡыуып алып китә башлағас, Гиршфельд ғаиләһе менән геттонан ҡаса, улар башҡа кеше исеме аҫтында йәшеренеп йәшәй, тик ҡыҙҙары шул уҡ йылда туберкулёздан вафат була. 1944 йылда Польшаны Совет Армияһы азат итә башлағас, Гиршфельд Люблинда Мария Склодовская-Кюри университетына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була, уны университет проректоры итеп билдәләйҙәр. 1945 йылда Вроцлавҡа күсенә, унда университетта уҡыта, медицина факультеты деканы була. һуңыраҡ, 1952 йылда Польша Фәндәр академияһының Иммунология һәм эксперименталь терапия һәм иммунология институтына нигеҙ һала, хәҙер был институт уның исемен йөрөтә.

1933-1935 һәм 1947-1951 йылдарҙа Польша микробиологтар йәмғиәте рәйесе була[7].

Биология һәм төрлө медицина мәсьәләләре буйынса 400 тирәһе эш авторы. Ул, ҡан төркөмдәрен һәм серология мәсьәләләрен өйрәнә. Нәҡ ул Эмиль фон Дунгерн менән ҡан төркөмдәренә A, B, AB һәм O тигән исем биргән; улар элек I, II, III һәм IV ҡан төркөмдәре тип аталған. Гиршфельд ҡан төркөмө нәҫелдән күсеүҙә генетик законлылыҡ бар икәнен иҫбат итә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118551574 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Ludwik Hirszfeld // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Плеяда великих медиков. n-t.ru. Дата обращения: 24 май 2018.
  5. Эпитафия забытым.
  6. "Католики в Варшавском гетто". 2018 йыл 11 май архивланған.
  7. Prezesi Polskiego Towarzystwa Mikrobiologów. Дата обращения: 23 апрель 2020. (пол.)
  8. ГИРШФЕЛЬД Людвик — Большая Медицинская Энциклопедия. Дата обращения: 24 май 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә