Любляна зоопаркыСловенияның баш ҡалаһы Люблянала 19,6 мең гектар майҙанды биләгән зоопарк. Словенияла милли зоопарк, йыл әйләнәһенә эшләй.

Любляна зоопаркы
Нигеҙләү датаһы 10 март 1949
Рәсем
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна
Рәсми сайт zoo-ljubljana.si
Карта
 Любляна зоопаркы Викимилектә

Зоопарк Рожник ҡалҡыулығының көньяҡ битләүендә урман һәм туғайҙар араһындағы тәбиғи мөхиттә, баш ҡаланан йәйәү 20 минутлыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан. Зоопаркта, дөйөм алғанда 119 төрҙәге 500 хайуан иҫәпләнә (бөжәктәр иҫәпләнмәй)[1].

Зоопарк Любляна ҡала советының бойороғо менән 1949 йылдың 10 мартында асыла. Тәүҙә ул ҡала үҙәгендә урынлаша, 1951 йылда әлеге урынына күсерелә[2]

2008 йылда зоопаркты реконструкциялау тураһында иғлан ителә, ул 2016 йылда тамамлана. 2009 йылда зоопаркҡа саймири маймылдары килтерелә. Шул уҡ йылда зоопаркта альпак һәм кесе пандалар барлыҡҡа килә. 2009 йыл аҙағында ишкәк аяҡлылар өсөн вольер төҙөлә башлай, һәм 2013 йылда зоопаркҡа өс калифорния диңгеҙ арыҫландарын алып киләләр. 2010 йылда ике амур юлбарыҫы, зоопаркта йәшәп, ҡартайып үлә. Зоопаркта шулай уҡ 1996 йылдан Карлсруэ зоопаркы бүләк иткән ике арыҫлан була. Ата арыҫлан 2011 йылда ортопедик операциянан үлә, инә арыҫлан 2013 йылда яман шештән үлеп ҡала[3].

2011 йылда дүрт янутты урынлаштырыу өсөн яңы вольер төҙөлә. Зоопаркта шулай уҡ һеләүһендәрҙең яңы ғаиләһен урынлаштыралар. 2012 йылда бер пар аҡ торна, шулай уҡ 40 ябай фламинго алалар. 2013 йылда зоопарк үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер пар гепард ҡабул итеп ала. Улар Швецияның Бургос ҡалаһы зоопаркынан килә һәм элекке амур юлбарыҫтары вольерында урынлаштырыла. Бынан тәш, йыл аҙағына тиклем зоопаркҡа яңы пар амур юлбарыҫтары киләсәк тип иғлан ителә[3].

Парк бөгөн

үҙгәртергә

Зоопарк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем эшләй.[4]

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ljubljana Zoo. zoo-ljubljana.si. Ljubljana Zoo. Дата обращения: 27 август 2013.
  2. Ureditev obore za leve v Živalskem vrtu Ljubljana. — Department of Zoology, Biotechnical Faculty, University of Ljubljana.
  3. 3,0 3,1 Končno smo pričeli z rušenjem najbolj zastarelih živalskih kletk (Slovenian) (3 July 2013).
  4. Ljubljana Zoo in Ljubljana. Дата обращения: 30 апрель 2023. Архивировано 29 апрель 2023 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә