Лучо Кекесана
Луис Кекесана Хаймес (Luis Quequezana Jaimes; 25 сентябрь 1974 йыл) — Лучо Кекесана (Lucho Quequezana) исеме аҫтында билдәле Перу музыканты, композиторы һәм мультиинструменталисты.
Лучо Кекесана | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Перу |
Вторая фамилия в испанском имени | Jaimes[d] |
Тыуған көнө | 25 сентябрь 1974[1] (50 йәш) |
Тыуған урыны | Лима[d], Перу[1] |
Һөнәр төрө | музыкант, композитор, перкуссионист |
Уҡыу йорто | Университет Лимы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | luchoquequezana.com |
Лучо Кекесана Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЛучо Кекесана 1974 йылдың 25 сентябрендә Лимала тыуған, уның атаһы сығышы менән Кусконан, ә әсәһе Уанкайҙан. Буласаҡ йырсыға 11 йәш тулған саҡта ғаиләһе өлкән ағаһы ауырыуы сәбәпле Уанкайоға күсенә. Музыкаль карьераһының башынан уҡ Анд традицион музыкаһы менән мауыға. Ул 25-тән ашыу сузыка коралдарында уйнай, шул иҫәптән тынлы, ҡыллы ҡоралдарында һәм перкуссияла. Шулай уҡ 11 йәшендә Кекесана үҙаллы уҡый, ә 13 йәшендә музыка ижад итә башлай.
Перуан фьюжн-музыкаһы тураһындағы идеялары һәм музыкант-мультиинстументал мөмкинлектәре арҡаһында ул гастролдәр менән бөтә Европаны, Азияны һәм Америка Ҡушма Штаттарын йөрөп сыға.
Традицион перуан музыкаһын башҡарыусы булараҡ ул «Сонидос Вивос» (Vivos Sonidos) проектында ҡатнаша. Был проект ЮНЕСКО ярҙамында барлыҡҡа килә һәм донъяның төрлө илдәре музыканттары араһында перуан музыкаһын популярлаштырыуға йүнәлтелә. Проект ҙур уңыш ҡаҙана.
2002 йылда Кекесана Лимала «Кабина Либра» (Libre Cabina) исеме аҫтында үҙ студияһын аса һәм фильмдар, радио — һәм телетапшырыуҙар өсөн музыка ижад итә башлай.
2011 йылда уның Kuntur (Кондор) дискы һатыла торған дискы булып таныла, 2012 йылда ул һатыу лидерҙары исемлегендә дүртенсе була.
2012 йылда ул Plus TV каналында «Тауыш Һынауы» (Prueba de sonido) программа алып бара башлай. Шул уҡ йылда спектакль ҡуя, уны ул музыкант Хоо БАк Куать (Huu Bac Quach) менән берлектә әҙреләй, уның менән Кекесана Sonidos Vivos проектында эшләй.
2013 йылдың мартында Кекесана Лималағы Пласа-де-Армас ҡалаһы майҙанында, Перула ҡояш энергияһы ярҙамында тәүге концертын бирә.
Дискографияһы
үҙгәртергә- Kuntur (Кондор) (2004)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҫҡа метражлы фильм конкурсының тәүге премияһы лауреаты, 2001 йылда кинематография буйынса Милли советы я (Conacine) тарафынан үткәрелә. «Иң яҡшы режиссёр» һәм «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» категориялары (Лима, Перу)
- 2004 йылғы Корея мәҙәни Олимпиадаһы финалисы (Сеул, Корея)
- Латин Америкаһы кинофестивале жюри ағзаһы — 2004, 2005 һәм 2007 йылдарҙа. (Лима, Перу)
- Юнесконың мәҙәниәт фондынан Musique Multi-Montréal (Канада) грантын ала (2006 йыл, Ашберг).
- Musique Multi-Montréal (Канада) тарихында иң яҡшы сығышы өсөн — үҙенең Sonidos Vivos проекты өсөн
- Galaxie премияһын биреү буйынса халыҡ-ара жюри ағзаһы (Канада, 2007 йыл)
- Opus 2007 премияһына «Йыл концерты» категорияһында номинация (Канада)
- ЮНЕСКО мәҙәниәте фондынан грант алыу буйынса Жюри аҡзаһы (2007 йыл, Ашберг, Канада).
- Милли советының Кинематография буйынса премия лауреаты (Conacine) — «Иң яҡшы музыка» категорияһында (2007 йыл, Лима, Перу)
- Кинематография буйынса Милли советының документаль фильмдар конкурсы лауреаты (Conacine) — Sonidos Vivos проекты өсөн (2008, Лима, Перу)
- Sonidos Vivos проекты тураһындағы документаль фильмы өсөн Ibermedia 2009 премияһы (Испания)
- Перу интеллектуаль милекте һаҡлау буйынса Бюро премияһы (Indecopi) — интеллектуаль милекте һаҡлау буйынса уңышлы ҡулланыу өсөн.