Николай Теодор Лукитс (ингл. Theodore Nikolai Lukits; 26 ноябрь 1897 йыл20 ғинуар 1992 йыл) — АҠШ-тың румын сығышлы рәссамы, портретсы һәм пейзажсы. Уға телһеҙ кино ҡыҙҙарының портреттары тәүге билдәлелекте килтерә. Ул вафат булғандан һуң, сәнғәт һөйөүселәрҙең иғтибарын рәссамдың Азия, испан Калифорнияһы һүрәттәре һәм пастель төҫтәге пейзаждары йәлеп итә.

Үҫмер сағынан уҡ Лукитс иллюстратор сифатында профессиональ карьераһын башлай. Ул натюрморт рәссамы, рәссам-монументалист һәм Лос-Анджелестағы нәфис сәнғәт академияһына нигеҙ һалыусы. Ул сей пигменттарҙан буяу яһау оҫтаһы булып таныла. Ул үҙе бумала һәм палитралар яһай, картиналар өсөн рамдарҙы проектлай һәм эшләй. АҠШ-та Лукитс «Beaux-Arts» француз академия системаһы методтарын ҡуллана, уның бер нисә студенты күренекле карьера яһай[1]. Уның әҫәрҙәре күп дәүләттәрҙең коллекцияһында тора. Лукитс сәнғәт эшгмәкәрҙәренең байтаҡ профессиональ ойошмаларында ағза булып тора һәм төрлө конкурстарҙа төрлө наградаларға лайыҡ була. Лукитс үлгәс, уның күп шәхси күргәҙмәләре үткәрелә. Шулай уҡ уның эштәре  тонализм һәм америка импрессионизмына арналған күргәҙмәләргә ҡуйыла.

Бала сағы һәм йәшлек йылдары

үҙгәртергә

Лукитс Австро-Венгрия империяһының өлөшө булған  Трансильванияның Тимишоара ҡалаһында тыуа . Уның атаһы ит ҡырҡыусы, әсәһе — хужабикә. АҠШ-ҡа ул ике йәшлек сағында, ғаиләләренең 1899 йылда иммиграцияға күсеүе арҡаһында, килә. Бала сағы  Миссури штатының Сент-Луис ҡалаһында үтә[2].Лукитс Вашингтондың Сент-Луис университетындағы нәфис сәнғәт мәктәбендә ун ике йәшендә  уҡый башлай[3], уның беренсе уҡытыусыһы Эдмунд Х. Вюрпель (1866-1958) була. Сент-Луиста ул шулай уҡ  Живерня сәнғәт колонияһынан ҡайтышлай Лукитстың ата-әсәләрендә туҡтаған Ричард Миллерҙа ла (1875-1943) уҡый.[4][5]. Лукитс, 8-сы класты тамамлағас,рәссам карьераһын дауам итер өсөн, мәктәптә уҡыуҙан туҡтай. Ул бик йәшләй башта йомошсо булып, ә һуңынан кеше тиреһенә ҡатын-ҡыҙҙар портретын төшөрөүсе рәссам-аэрограф булып эшләй[6].

Чикагола уҡыуы

үҙгәртергә

Лукитс ун биш йәшендә Чикаго сәнғәт академияһына һәм Чикаго сәнғәт институтына уҡырға керер өсөн был ҡалаға килә.Чикаго академияһында ул рәссам, иллюстратор һәм сәйәхәтсе Карл Вернтцта (1874-1944) уҡый. Шулай уҡ уның уҡытыусыһы Уильям Виктор Хиггинс (1884-1949) була..

Башта Чикаго ҡалаһына барып, Лукитс сәнғәт институтында кис һәм ял, каникул көндэрендэ уҡып йөрөй, ун һигеҙ йәше тулмағанлыҡтан көндөҙгө студент булараҡ теркәлә алмайынса, шулай укып йорой. Институтта Лукитс куп уҡытыусыларҙа уҡый, әммә унын төп уҡытыусыһы булып америка импрессионисы Карл Альберт Буэр (1866-1952), портретсы Веллингтон ДЖ. Рейнольдс (1866-1949), фигуративсы Гарри Миллс Уолкотт (1877-1930) була. Күпмелер ваҡыт Лукитс Эдвин Блашфельд (1848-1936) етәкселеге аҫтында эшләй. Лукитс бында уҡыған сағында сәнғәт институтына ваҡытлыса уҡытырға саҡырылган рәссам-реалист Роберт Генри (1865-1929), Чарльз Вебстер Хоторн 1872-1930) һәм Джордж Беллоузда (1882-1925) уҡый.

Рәссам Лукитс ижадына шулай уҡ Овсеп Пушман (1877-1966) йоғонто яһай. Был уның әрмән рәссамы менән тәүге тапҡыр 1916 йылда Чикагола осрашыуы була.

Студент йылдарында Лукитс швед рәссамы Кристиан фон Шнейдау (1893-1976) менән  бер студияла эшлэй. Һуңыраҡ улар Калифорния һәм Чикагола дуҫтар булып, унда кино йондоҙҙарының портретын төшөрә.

Сәнғәт институтында  уҡығанда Лукитс институттын төп премияларын, шул иҫәптән Брайан Латроп стипендияһын да ала. Уҡыу өсөн түләүҙе ул Cosmopolitan һәм Post Saturday The Evening эре баҫмаларына   иллюстрациялар төшөрөп туләй.1918 йылда уҡыуын тамамлағас, ул бер йылдан  һуң аспирантурала уҡырға инә, унда Карл Бауэр етәкселегендә уҡый.

Лукитс шулай уҡ медицина колледжына уҡырға инә һәм кеше анатомияһын өйрәнә[7].

Профессиональ карьераһы

үҙгәртергә

Калифорнияға күсеп килгәс ул Голливуд актрисалары Теда Бара, Пола Негри, Мэй Мюррей һәм Алла Назимоваларҙың портреттарын төшөрә[8]. Лукис төшөргән Мексика актрисаһы Долорес дель Рио портреты  данлыҡлы бер фильмдың премьераһында күрһәтелә һәм Лос-Анджелес һәм Мехико гәзиттәрендә баҫылып сыға.

1924 йыл башында рәссам үҙе исемендәге Лукитс академияһынаса һәм бында туҡһан йәше тулғансы буласаҡ рәссамдарҙы уҡыта. Ул Сьерра-Невада, Үлем үҙәне (Долина смерти), Мохава сүлендә, Калифорния яр буйында, Гранд-Каньонда үткәрелгән плэнэрҙарҙа иң билдәле рәссам була[9]. 1930 йылдар башында Лукитс вакерос һәм бейеүселәргә арналған, хәҙерге ваҡытта Fiesta Suite тип аталған картиналар серияһын төшөрә[10]. Был майлы буяу һәм пастель менән яһаған серияларында ул Голливудҡ төшөргән фильмдарҙа ҡатнашҡан латин америкаһы актрисаларының һәм һыбайлыларҙың образдарын тыуҙыра. 

Лукитстың ижади әйберҙәре Калифорния штатының Пасадендағы Азия-Тымыҡ океан төбәге музейында, Окснардтағы Карнеги  художество музейында, Фуллертондағы Мукентхаллер мәҙәни үҙәгендә һәм Сан Хуан Капистрано миссияһында ретроспектив күргәҙмәлә күрһәтелә.

Студент-рәссамдарҙан башҡа Голливуд грим яһаусыларын да Лукитс уҡыта. Билдәле грим һалыусы Луис Хиппе (1909—1967) Лукитста белем ала, ул рәссамдан кеше  башы формаларын һәм структураларын өйрәнә һәм уның яһалма яҡтылыҡта нисек күренәсәген өйрәнә. Быны белеп ҡалған башҡа күп кенә грим яһаусылар ҙа 1930-1940 Лукитсҡа уҡырға килә[11].

Күргәҙмәләр

үҙгәртергә

1920-1930 йылдарҙа Көньяҡ Калифорнияла Лукитстың шәхси күргәҙмәләре үткәрелә. 1926 йылдың көҙө уның иң тос, уңышлы осоро була. Сотбиҙың Ларчмонт бульварындағы салонында 23 сентябрҙә асылған күргәҙмәһе бик күп халыҡты йыя. унда Лукитс Этель Уэйдтың портретын күрһәтә.  Ноябрҙә Голливудтың Montmetre Cafe ресторанында Лукитстың төшөргән портреттары, пейзаждары күрһәтелә. 

Лукитстың әҫәрҙәре Лос- Анджелестың иң шәп галереяларына ҡуйыла. 1931 йылдың февралендә Палм-Спрингстағы Desert Gallery күргәҙмәһе үтә. Июнь айында Стендаль галереяһындағы күргәҙмәлә рәссамдың пейзаж, натюрморт һәм портреттары күрһәтелә[12]. 1935 йылда уның шәхси күргәҙмәләре Санта-Барбарала, 1937 йылда Палм-спрингстың  Harriet галереяһында егерме рәссам, шул иҫәптән Браун Морис, Хансон Путафф, Мейнард Диксондарҙың картиналары менән ҡуйыла[13]. .

Никахтары

үҙгәртергә

1931 йылда Лукитс уға уҡырға килгән,  яңы ғына актриса һәм рәссам юлына баҫҡан Элинор Мерриам (1909-1948)менән таныша[14]. Элинор Лукитстың иң яратҡан моделдәренең береһе була. 1932 йылда ул пастель менән актрисаның портретын яҙа, был портрет 1934 йылдан алып йыш ҡына күргәҙмәләрҙә ҡуйыла, ә  — 1936 йылда рәссам Элинорҙың портретын майлы буяуҙар менән яҙа. 1937 йылда улар Санта-Барбараҙа күсеп киләләр һәм бында өйләнешәләр[15]. 1940 йылда улар Лос-Анджелеста, Ситрус -Авенюҙа испан стилендәге бик уңайлы йорт һатып ала

Элинор Мерриам Лукитс ире менән бергә эшләй, һәм иренең йоғонтоһо уның ижадында сағыла. 1930-1940 йылдарҙа уларҙың икеһенең бергә бер нисә күргәҙмәһе үтә. 1948 йылда, улар бензинды бер һауыттан икенсеһенә бушатҡан саҡта подвалда ут ҡабынып, бензин яна. Улар икеһе лә ныҡ яна, шунлыҡтан Элинор вафат була[16].

Бер нисә йыл үткәс, Лукитс Дисней аниматоры булып эшләгән үҙенең уҡыусыһы Люсиль Грейтхауз менән осраша башлай. 1952 йылда улар өйләнешә.[17]. Шулай икенсе ҡатыны менән уртаҡ Лукитс күргәҙмәләр ойоштора, 1952-1960 йылдарҙа улар Калифорнияның төрлө сәнғәт ойошмаларында  үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1952-1990 йылдарҙа Люсиль Лукитстың уҡытыу йортонда идаралыҡ һәм бизнес алып бара. Ире вафат булғандан һуң Люсиль Лукитс рәссамдың эштәре һәм мөлкәте менән идаралыҡ итә, аҙаҡтан был яуаплылыҡты Лукитстың уҡыусылары ҡарамағына тапшыра. 1997 йылда Люсиль  Паркинсон ауырыуы эҙемтәләрен һиҙенеп, Юта штатына, ғаиләһенә яҡыныраҡ булыу өсөн, күсә,  2003 йылда ул туҡһан дүрт йәшендә Ютала вафат була. Лукитстың ике никахында ла балалары булмай.

Һуңғы карьераһы

үҙгәртергә

Лукитс Теодор 1970-1990 йылдарҙа уҡытҡан һуңғы быуын студенттары араһынан  бик күп күренекле рәссамдар сыға, шул иҫәптән пленэр оҫтаһы пастелсе Арни Карл (1940-2000) Лукитста 1968 йылдан 1978 йылға тиклем уҡый[18]. Пленэр оҫтаһы һәм фигуратив рәссам Петер Зейц Адамс (1950 йылда тыуған) рәссам Лукитста 1970-1977 йылдарҙа ете йыл буйына уҡый[19][20]. Көнбайыш пленэр оҫтаһы пейзаждар төшөрөүсе Том Соллидей(тыуған 1952й.) Лукитста биш йыл дауамында белем ала[21].

Люсиль һәм һаулығы насарлана башлаған Теодор Лукитс 1990 йылда Лос -Анджелестың Джонатан сәнғәт фондына  ҙур сәнғәт коллекцияһына иғәнә итә. Рәссам вафат булғандан һуң, уның бик күп пастель эштәре, портрет әҫәрҙәре музейҙарҙағы күргәҙмәләргә ҡуртымға тапшырыла[22].

Үлгәндән һуң ойошторолған күргәҙмәләре

үҙгәртергә

1992 йылда вафат булғандан һуң Теодор Лукитстың картиналары Калифорния музейҙарында рәссамдың шәхси күргәҙмәләренә ҡуйыла. 1998 йылда Калифорния сәнғәт клубы эгидаһы аҫтында Теодор Н. Лукитс: америка ориенталисы  исеме аҫтында  күсмә күргәҙмә ойошторола. Азияға бағышланған эштәре күргәҙмәнең төп өлөшөн алып тора[23]

Лукитс, мексика һәм мексика-америка  натураларына ҡарап, бик күп портреттар яҙа. Был портреттар Сан Хуан Капистрано миссияһында 1998 һәм 1999  йылдарҙа ике тапҡыр күргәҙмәгә ҡуйыла. Икенсе күргәҙмә "Лукитс: иҫке рухи Калифорния рухы", тип атала һәм унда Говард Хьюз өсөн төшөрөлгән Фиеста Suite, картиналар серияһы ҡуйыла.  Ул тиҫтәнән ашыу фигуратив әҫәрҙәр, пастель һәм 1920-се йылдарҙа миссия территорияһындағы пленэрҙа төшөрөлгән картиналарҙы үҙ эсенә ала[24].

Теодор Лукитс пленэр пастель әҫәрҙәре Көньяҡ Аллеген музейының иҫ киткес коллекцияһы булып тора.Рәссамдың эштәре ике күргәҙмәнең төп урынын биләп тора. 1999 йылдағы күргәҙмәһе[25] пастель пейзажына арнала, ә 2008 йылдың күргәҙмәһендә акварелдәр һәм пастель менән төшөрөлгән картиналары күрһәтелә[26].

Сан Хуан Капистрано миссияһында 2001 йылда Лукистың "Романс о миссии" тигән күргәҙмәһе хәйриә киске ашы менән бергә үткәрелә[27].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Morseburg, Theodore Lukits, CAC Newsletter articles
  2. Ancestry.com, U.S. Department of Immigration and Naturalization, Department of State Records.
  3. Enrollment receipt in archival section of theodorelukits.org website dates to 1911.
  4. Who’s Who in American Art, 1940—1941, Lukits entry, page 407.
  5. Miller’s presence back in the U.S. is not well known but established by the 1910 U.S. census, which shows him in St. Louis, ancestry.com records
  6. Theodorelukits.org website archive, tuition receipts, letters of recommendation
  7. Who’s Who; other reference works below list Mucha and Barnes.
  8. Morseburg, CAC Newsletter, December, 1998, p. 2
  9. Morseburg, Jonathan Art Foundation Book, 2010
  10. Morseburg, Lukits, CAC Newsletter, December, 1998
  11. News clipping, Theodorelukits.org website
  12. Stendahl brochure listed below, records in Archives of American Art.
  13. Day, Harriet, Twenty Paintings by Twenty Artists brochure listed below
  14. Morseburg, CAC, December, 1998, p. 4
  15. «Theodore Lukits Reveals Nuptials», April, 1937, scanned clipping in Lukits archive, unpaginated.
  16. «Eleanor Lukits Dies of Explosion Burns», Los Angeles Times, September 26, 1948
  17. Morseburg, CAC, December, 1998, p. 8
  18. Karl’s Ask Art Biography
  19. CAC Web Site
  20. See Adams' «Recollections» in The Pastels of Theodore Lukits, Carnegie Art Museum, p. 4-5 (1991)
  21. See Solliday’s «Recollections'» in The Pastels of Theodore Lukits, Carnegie Museum, p. 3 (1991)
  22. See Lucile Lukits (1909—2003), Lukits Academy tuition records, 1952—1990, Lukits archive for records of students, unnumbered.
  23. Morseburg, Jeffrey, Theodore Lukits, An American Orientalist, Exhibition Catalog, p. 1-16
  24. San Juan Capistrano catalogs listed below, also TFAOL website
  25. Tomor, Contemporary Romanticism: Landscapes in Pastel
  26. «From Charles Burchfield» PDF
  27. Romance of the Mission program, Mission San Juan Capistrano, p. 1-3

Книги и каталоги выставок

үҙгәртергә
  • A Catalog of the Officers and Students of Washington University, Pg. 324, Washington University, St. Louis, 1911 (Lukits is listed as Theodore Lukits Jr. 2630 Geyer Avenue, St. Louis)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1913—1914 (Lukits appears in summer school evening classes)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1914—1915 (Lukits appears in summer school evening classes)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1915—1916 (Lukits appears in evening school classes)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1916—1917 (Lukits appears as full-time student)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1917—1918 (Lukits appears as full-time student)
  • Circular of Instruction of the School of Drawing, Painting, Modeling, Decorative Designing, Normal Instruction, Illustration and Architecture. Art Institute of Chicago, 1918—1919 (Lukits appears as graduate student)
  • Scholarship Awards, Bulletin of the Art Institute of Chicago, 1918 (monthly bulletin — mention of Theodore Lukits winning Lathrop Traveling Scholarship for $800)
  • Scholarships, Annual Report of the Trustees of the Art Institute of Chicago, Volume 41-44, Pg. 47, 1919 (mention of the Lathrop Traveling Scholarship for $800)
  • Frederick Magnus Brand Memorial Prize Winner, Annual Report, The Art Institute of Chicago, 1918 (bound annual — Lukits won Magnus Brand Memorial Prize for Composition)
  • Brandstatter, Eddie, Brochure for Lukits' Exhibition at the Montmatre Cafe, 1926 (exhibition brochure)
  • Catalog of Copyrights, Artists, Pt. 4, Volume 21-22, Pg. 16, United States Government Printing Office, Washington D.C., 1926 (copyright listing)
  • California Art and Architecture, Volume 36, 1929 (lists past Lukits exhibitions held during the year)
  • Lukits Exhibit, Desert Art Gallery, Palm Springs, California Arts and Architecture, Volume 39, Page 8, February, 1931 (lists Lukits exhibition, February 1-28, 1931)
  • Mallett’s Index of Artists, Pg. 264, 1935 (biographical dictionary — listing)
  • Reuter, Herman, Colorists, Arts Magazine, Volume 2, Page 3, 1936 (column on colorists by Reuter states «Theodore Lukits stands alone in the department of elemental richness.»)
  • American Art Annual, Volume 36, Issue 2, Pg. 393, American Federation of the Arts, Washington D.C., 1947 (listing)
  • Who’s Who in American Art, 1940—1941, Page 407 (biographical entry on Lukits)
  • International Who’s Who, Volume II, Pg. 531, 1947 (biographical dictionary — listing)
  • White, James Ferry, National Cyclopedia of American Biography, Volume 39, Pg. 80, 1967 (biographical dictionary — listing)
  • Who’s Who in California, Who’s Who Historical Society, Pg. 466, 1971 (biographical dictionary — listing)
  • Dawdy, Doris, Ostrander, American Artists of the West, Volume 2, Pg. 173, 1974 (biographical dictionary — listing)
  • Moure, Nancy, Dictionary of Artists in Southern California Before 1930, Dustin Publishing, 1977 (biographical dictionary — listing)
  • McCall, Dewitt, Clinton, California Artists 1935—1956, Pg. 72, 1981 (biographical Dictionary — Listing)
  • Moure, Nancy, Publications in Southern California Art, 1,2,3, Dustin Publishing, 1984 (bibliographical references on California art — listings)
  • Castagno, John, American Artists' Signatures and Monograms: 1800—1989, Pg. 232, Scarecrow Press, 1990 (dictionary of monograms and signatures — examples)
  • Bellah, Suzanne, The Pastels of Theodore Lukits, Carnegie Art Museum, Oxnard, California, 1991 (essays by Suzanne Bellah; recollections by Peter Adams, Tim Solliday; biographical essay by Peter Adams and Suzanne Bellah of Carnegie Museum)
  • Goode, Stephen H., American Humanities Index, Volume 16, Part 2, Pg. 1871, 1991
  • Official Museum Directory, American Association of Museums, Pg, 80, 1992
  • Stern, Jean, Treasures of the Sierra Nevada, Exhibition Catalog, California Art Club, Pasadena, California, 1998 (Lukits' Sierra pastel reproduced in exhibition catalog)
  • Morseburg, Jeffrey, Theodore Lukits, An American Orientalist, Exhibition Catalog, Pacific Asia Museum, 1998 (essays on Lukits and his Asian subjects)
  • Morseburg, Jeffrey, The Spirit of Old California, November, 1999 (short essay in small color catalog)
  • Young, William, Mallett’s Index of Artists: International Biography, Including Painters and Sculptors, Pg. 264, 1999 (biographical dictionary — listing)
  • Tomor, Michael, PhD, Contemporary Romanticism: Landscapes in Pastel, Southern Alleghenies Museum of Art, Loretto, Pennsylvania, April 4 — May 30, 1999 (exhibition catalog with essays on Lukits and his students)
  • Artists of the World, A Bio-Biographical Dictionary, Index A-Z, Pg. 384, 2000 (biographical dictionary — listing)
  • Stern, Jean & Morseburg, Jeffrey, California Art Club: 90th Annual Gold Medal Exhibition, California Art Club, 2000, Exhibition Catalog, California Art Club, Pasadena, California, 2000 (biography and Idle Hour reproduced with other historic works)
  • Dini, Jane & Morseburg, Jeffrey, California Art Club: 91st Annual Gold Medal Exhibition, California Art Club, 2001 (biography and Capistrano Moonlight exhibited with other historic works)
  • Stavig, Vikki, The Revitalization of the California Art Club, California Art Club: 91st Annual Gold Medal Exhibition, Exhibition Catalog, California Art Club, Pasadena, California, 2001 (reproduced September Sunset)
  • Hughes, Eden, Artists in California 1786—1940, Hughes Publishing, 2001 (biographical dictionary — listing)
  • Havlice, Patrica Pate, Index to Artistic Biography: A Dictionary of American Painters, Sculptors and Engravers, Pg. 1157, Scarecrow Press, 2002 (biographical dictionary — listing)
  • Morseburg, Jeffrey, unpublished manuscript for biography on Theodore Lukits, 2009
  • Morseburg, Jeffrey, Catalog Essay Manuscript for Jonathan Art Foundation, Los Angeles, California, 2010
  • Morseburg, Jeffrey, Theodorelukits.org, official Lukits website, essays and biographical information (various essays on Lukits, extensive archival sources)

Периодическая печать

үҙгәртергә
  • «Theodore Lukits, Artist of the Month», The Republic Item, October, 1918, Chicago, Illinois
  • Unsigned article, «Art as a Civic Asset», The Broadway World, November, 1926 (Illustration of the Dolores Del Rio Portrait)
  • Clover, Madge, «Charming Painting by Lukits», Los Angeles Saturday Night, December 30, 1933 (weekly review, Lukits work on cover)
  • Clover, Madge, «Lukits Exhibit at Barker Brothers», Los Angeles Saturday Night, January 13, 1934 (weekly review, Reproduction of Sierra Scene Quietude)
  • Clover, Madge, «Tranquility by Theodore Lukits», Los Angeles Saturday Night, February 17, 1934 (weekly review, reproduction of the marine Tranquility)
  • Clover, Madge, «The Bandit by Theodore Lukits», Los Angeles Saturday Night, March 17, 1934 (weekly review, Reproduction of the Californio Work, The Bandit)
  • California Art News, December 11, 1934 (art and culture newspaper, article on Lukits School)
  • Cover illustration, Los Angeles Saturday Night, February 6, 1937 (weekly review, Portrait of Esther Rose on cover)
  • Women’s Club of Hollywood News, April, 1938 (article on Lukits exhibition in April 1938)
  • «Theodore Lukits: Who’s Who in Jonathan Members», The Johnathan, October, 1941 (magazine of the Jonathan Club)
  • «The Private Life of Ray Milland», Movies Magazine, September, 1942 (image of Lukits' portrait of Mal Milland)
  • Chevalier, Paul, «Art Committee Uncovers Last Club Life Artist», The Jonathan, March, 1987 (magazine article)
  • Chevalier, Paul, «Lukits Art Collection donated to Jonathan», July, 1990 (magazine article)
  • Chevalier, Paul, «Lukits on Loan», The Jonathan, September, 1990 (note on loan of pastels from the Jonathan Collection)
  • «Pastel Paradise», Southwest Art Magazine, April 1991 (column on Carnegie Museum exhibition)
  • Gjertson, Stephen, «Theodore Lukits: A Light in the Desert», Classical Realism Journal, Volume II, Issue I (6-page magazine article)
  • Los Angeles Magazine, Display Advertising, Pg. 128, April, 1998 (advertisement for Oriental Still Life from George Stern Fine Arts)
  • Morseburg, Jeffrey, Theodore Lukits, Part I, California Art Club Newsletter, October, 1998
  • Morseburg, Jeffrey, Theodore Lukits, Part II, California Art Club Newsletter, December, 1998
  • «Mandarins to Mariachis», Orange Coast Magazine, April, 1999 (preview of exhibition at Muckenthaler Cultural Center)
  • «Mandarins to Mariachis», Orange Coast Magazine, Pg. 173, May, 1999 (preview of exhibition at Muckenthaler Cultural Center)
  • Morseburg, Jeffrey, «Theodore N. Lukits», Para Todos Magazine, San Juan Capistrano, California, November, 2001 (Spanish-language article on Lukits for Mission San Juan exhibition)

Прочие ссылки

үҙгәртергә
  • Lukits, Lucile, Lukits Academy tuition records, 1952—1990, Lukits archive
  • Lukits, Lucille, Theodore Lukits: The Torchbearer, unpublished handwritten essay, c. 1992, Lukits archive

Онлайн источники

үҙгәртергә
  • Ancestry.com, online research site, Lukits family history, U.S. Department of Immigration and Naturalization, Department of State Records, Immigration, Citizenship
  • Merrell, Eric, Honorary Life Members of the California Art Club, CAC website, 2007—2010
  • Merrell, Eric, Historic Membership Roster of the California Art Club, CAC website, 2008—2010
  • Stern, Jean, Treasures of the Sierra Nevada, exhibition catalog, 1998
  • Lindsay, Estelle Lawton, «Santa Barbara Quake Restores $20,000 Treasure to Padres», Los Angeles Evening Express, July 22, 1925 (front page article with Lukits and unrestored painting)
  • Lindsay, Estelle Lawton, «Brush Blots out Damage Quake Caused», Los Angeles Evening Express, August 12, 1925 (front page article with Lukits and restored painting)
  • New York Times, «Earthquake Restores St. Francis Portrait», September 20, 1925 (clipping on Lukits' restoration of St. Francis painting for Santa Barbara Hotel)
  • Los Angeles Sunday Times, «Beauty and Elegance», September 26, 1926, pg. 31 (photograph of the Ethel Wade portrait with caption of Southby Salon)
  • «Lukits Weds, Artists Bare Rites in Santa Barbara», April, 1937 (clipping existent, unmarked, probably from Los Angeles Times or Herald Examiner)
  • «Theodore Lukits Reveals Nuptials», April, 1937 (clipping existent, unmarked, probably from Los Angeles Times or Herald Examiner)
  • «Shower Given for Mrs. Lukits», May 1937 (clipping existent, unmarked, probably from Los Angeles Times or Herald Examiner)
  • «Bride Secretly Wedded Now Shower Guest», May, 1937 (clipping existent, unmarked, probably from Los Angeles Times or Herald Examiner)
  • Stevens, Otherman, «Now and Then», Los Angeles Examiner, May 31, 1932 (newspaper review)
  • Long Beach Press Telegram, «Posing by Critics of Art Condemned», March 16, 1938 (lecture by Lukits at Long Beach Art Association)
  • Los Angeles Times, c. March, 1938 (note that Lukits will be guest artist for the Women’s Club of South Pasadena)
  • Reuter, Herman, «Painter Real Colorist, Reviewer States», Hollywood Citizen News, April 9, 1938 (positive review of portrait exhibition at Hollywood Women’s Club)
  • «Lukits Portraits Accorded Praise», Hollywood Citizen News, Saturday, April 16, 1938 (news clipping, reproductions of Laura June Williams portrait and Portrait of the Artists' Wife)
  • Lusk, Freeman, possibly Hollywood Citizen News, April, 1938 (over the top review of Lukits' portrait exhibition at Hollywood Women’s Club)
  • Millier, Arthur, «Brush Strokes», Los Angeles Times, April 24, 1938 (announcement of Kurtzworth portrait unveiling)
  • Wilshire Press, April 25 1938, (short review of Lukits exhibition at Hollywood Women’s Club and note of painting Mrs. Harry Muir Kurtzworth and Her Daughter Constance)
  • «Art, Music Mingle when Ray Millands Entertain Friends», Los Angeles Times, June 2, 1942 (article on unveiling of Lukits' portrait of Mrs. Ray («Mal») Milland)
  • «Ray Millands Honor Artist at Unveiling», Los Angeles Herald Examiner, June 2, 1942 (article on unveiling of Lukits' portrait of Mrs. Ray («Mal») Milland)
  • «Explosion in Basement Burns Artist and Wife», Los Angeles Times, September 10, 1948 (news clipping)
  • «Eleanor Lukits, Dies of Explosion Burns», Los Angeles Times, September 26, 1948 (news clipping)
  • «Mrs. Eleanor Lukits Funeral Services», Los Angeles Times, September 27, 1948 (news clipping)
  • «School Head Addresses East Los Angeles Art Club», Los Angeles Tribune, May 7, 1953 (news clipping)
  • Morseburg Jeffrey, Lukits obituary, Los Angeles Times, February 2, 1992 (news clipping)
  • Woodard, Josef, «In Vivid Pastel», April 4, 1991, Los Angeles Times (review of Lukits' pastel exhibition at the Carnegie Museum in Oxnard)
  • McKinnon, Lisa, «Artist’s Sketches Push Pastel to Limit», Ventura Press Courier, April 4, 1991 (review of Lukits' pastel exhibition at the Carnegie Museum in Oxnard)
  • Indyke, Dottie, «Nature’s Moods Plus Portraits of the Stars», unknown publication, Santa Fe, New Mexico, February-March, 1996 (preview of Lukits' exhibition at Santuario de Guadalupe)
  • Woodard, Josef, «Oriented East, Strong Asian influence is seen in Oxnard art exhibitions», Los Angeles Times, 1998 (review of Theodore Lukits: An American Orientalist at the Carnegie)
  • Kirkman, Chuck, «Art Show Opening», Ventura County Star, December 13, 1998 (photograph of Peter Adams and Jeffrey Morseburg with Lukits painting reproduced and released by AP)
  • Rice, Ruth, «Melding Two Into One, Art Exhibition Combines Pastels and Watercolors», The Tribune Democrat, Johnstown, Pennsylvania, April 8, 2008 (article on Southern Alleghenies Museum of Art exhibition, From Charles Burchfield to Peter Adams)