Лужников Евгений Алексеевич
Лужников Евгений Алексеевич (27 сентябрь 1934 йыл, Мәскәү — 20 апрель 2018 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, клиник токсикология өлкәһендә белгес, РМФА академигы (2004), РФА академигы (2013).
Лужников Евгений Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 27 сентябрь 1934 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 20 апрель 2018 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Рәсәй өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү медицина академияһы[d] |
Уҡыу йорто | Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1934 йылдың 27 сентябрендә Мәскәүҙә тыуған.
1960 йылдан Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетын тамамлай, артабан ашығыс медицина ярҙамы станцияһының күсмә табибы булып эшләй.
1964 йылдан алып 1972 йылға тиклем — и. М. Сеченов.исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтында ассистент, госпиталь терапияһы кафедраһы доценты була.
1966 йылда — фосфорорганик матдәләр менән киҫкен ағыуланыу темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
1971 йылда — дарыу препараттары менән киҫкен ағыуланыу темаһына докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай һәм профессор исеме ала.
1972 йылдан — Н. В. Склифосовский исемендәге Мәскәү ашығыс ярҙам ғилми-тикшеренеү институтында фәнни бүлекте һәм Мәскәү ҡала киҫкен ағыуланыу үҙәген етәкләй.
1986 йылдан — Рәсәй дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының клиник токсикология кафедраһы мөдире.
1993 йылда — Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
2004 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһы академигы итеп һайлана.
2013 йылда — РФА академигы (Рәсәй медицина фәндәре академияһы һәм Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы Рәсәй фәндәр академияһына ҡушылыу сиктәрендә).
2018 йылдың 20 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәКлиник практикаға химик этиологияның киҫкен ағыуланыуҙың төп төрҙәрен, атап әйткәндә психотроп препараттар, алкоголь һәм уның суррогаттары, фосфорорганик инсектицидтары, ауыр металл берләшмәләре, һөрөм газы менән ағыуланыуҙы диагностикалауҙың һәм дауалауҙың яңы ысулдарын эшләй һәм индерә. Киҫкен ағыуланыуҙы һәм эндотоксикозды дауалауҙа гемосорбция ысулын беренсе булып ҡуллана, был организмдың яһалма детоксикацияһының яңы йүнәлешен аса.
Физиогемотерапия ысулы менән токсикозды дауалауҙың яңы технологияларын эшләй һәм индерә, шул иҫәптән ҡанға туранан-тура магнит ҡырҙары (даими һәм үҙгәреүсән) менән тәьҫир итеү, ультрафиолет һәм лазер нурланышы (магнит, ультрафиолет, лазер гемокоррецияһы), был дарыу препараттары менән киҫкен ағыуланыуҙа үлем осраҡтарын ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирә.
520-нән ашыу хеҙмәт, шул иҫәптән 20 монография авторы, улар араһында:
- Рәсәйҙә медицина юғары уҡыу йорттары өсөн клиник токсикология буйынса тәүге дәреслек һәм табиптар өсөн ҡулланма — «Клиническая токсикология» (1982, 1994, 1999) һәм «Острые отравления» (1989, 2000);
- «Основы реаниматологии при острых отравлениях» (1977), «Детоксикационная терапия» (1999), «Неотложная терапия острых отравлений и эндотоксикозов» (2001), «Неотложные состояния при острых отравлениях» (2001), «Физиогемотерапия острых отравлений» (2002).
«Медицина токсикологияһы» милли ҡулланмаһының баш мөхәррире (2012);
Рәсәй Федерацияһы Технология фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1992), Европа клиник токсикологтар ассоциацияһы ағзаһы (1992), Бөтә Рәсәй токсикологтар йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары (1995).
Мәскәүҙә Николо-Архангельском кладбище[2] ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1987)
- СССР Дәүләт премияһы (төркөм составында, 1979 йыл өсөн) — ҡандан һәм башҡа биологик шыйыҡсаларҙан ағыулы матдәләрҙе сорбциялауға нигеҙләнгән дауалауҙың яңы ысулдарын эшләгәне һәм клиник практикаға индергәне өсөн
- Рәсәй Федерацияһының фән һәм техника өлкәһендә Хөкүмәт премияһы (1998) — «Клиник токсикология» дәреслеге өсөн (1994)[3]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000)[4]
- Медицина өлкәһендә фәнни ҡаҙаныштары өсөн Мәскәү ҡалаһы хакимиәтенең премияһы лауреаты (1994)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Лужников Евгений Алексеевич . biograph.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2018.
- ↑ ЛУЖНИКОВ Евгений Алексеевич (1934 – 2018) .
- ↑ Постановление Правительства Российской Федерации от 17.03.1999 № 306 «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 1998 года в области науки и техники» . docs.cntd.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2018.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 06.05.2000 № 839 . kremlin.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Евгения Алексеевича Лужникова РФА рәсми сайтында
- Скончался родоначальник отечественной и европейской клинической токсикологии академик Евгений Алексеевич Лужников (неопр.). bashgmu.ru. Дата обращения: 12 ноября 2018.