Локоть (Брянск өлкәһе)


Локоть — Рәсәй Федерацияһының Брянск өлкәһендә урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба. Брасовский районы һәм Локоть ҡала биләмәһенең административ үҙәге.

Локоть
Герб
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Локотское городское поселение[d][1] һәм Брасовский район[d][1]
Административ-территориаль берәмек Локотское городское поселение[d][1]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 6001 кеше (1939)[2],
7450 кеше (1959)[3],
10 005 кеше (1970)[4],
10 229 кеше (1979)[5],
11 191 кеше (1989)[6],
12 094 кеше (2002)[7],
12 005 кеше (2009)[8],
10 028 кеше (2010)[9],
9911 кеше (2012)[10],
9824 кеше (2013)[11],
9703 кеше (2014)[12],
9557 кеше (2015)[13],
9548 кеше (2016)[14],
9492 кеше (2017)[15],
9369 кеше (2018)[16],
9243 кеше (2019)[17],
9243 кеше (2020)[18],
8469 кеше (2021)[19]
Почта индексы 242300
Урындағы телефон коды 48354
Карта
 Локоть Викимилектә

Халҡы — 9369 кеше (2018) .

Географияһы

үҙгәртергә

Ҡасаба Нерусса (йылға Десна ҡушылдығы) йылғаһы янында, Брасовый тимер юл станцияһы янында (Брянск — Льгов линияһында) урынлашҡан.

XVII быуаттың 1-се яртыһында Локотский Колодезь тип беренсе тапҡыр телгә алынған, ул боронғо Брасов ауылы янында торған. 1742 йыл-тирә-яҡ ерҙәрҙе император Елизавета Петровна генерал-фельдмаршал Ф. С. Апраксинға бүләк итә, 1797 йылда апраксин үҙ резиденцияһын Локотҡа күсерә. Бында ул күркәм 4-ҡатлы һарайлы, быуалы, фонтанлы имение булдырған.

1882 йылда Рәсәй тәхет вариҫтары бөйөк кенәз Романовтар (Георгий Александрович, 1899 йылдан алып — Михаил Александрович), имениеға хужа булалар, улар ҡасабаны төҙөкләндереүҙе дауам итә: һыу үткәргес, ҙур быуа, парк һәм бер нисә ҡатлы таш бина күтәрәләр, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм ағас шкәртеүсе тәүге предприятие төҙөйҙәр.

1870 йылда ат һарайы (1903 йыл — ат заводы) төҙөлә, 1914 йылда суйын механика заводы сафҡа инә.

Локоть 1931 йылда район үҙәге була; 1938 йылда — ҡала тибындағы ҡасаба.

Бөйөк Ватан һуғышы барышында 1941 йылдың көҙөнән 1943 йылғаса ҡасаба оккупацияла була, ул «ҡала» тип иғлан ителә һәм немец ввластары ойошторған Локоть үҙидараһының административ үҙәге була.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Ҡасабала станоктар эшләү заводы, спиртозавод, мебель фабрикаһы, сыр эшләү заводы, аҙыҡ-түлек комбинаты бар. Шулай уҡ ат заводы эшләй.

Мәҙәниәт һәм мәғариф

үҙгәртергә

Ҡасабала 3 дөйөм белем биреү мәктәбе, сәнәғәт-иҡтисади техникумы (элекке ауыл хужалығы техникумы) Брянск дәүләт ауыл хужалығы академияһының ситтән тороп уҡыу бүлеге эшләй. Район мәҙәниәт йорто һәм музыка мәктәбе, ипподром эшләй.

1931 йылдан алып «Вестник» район гәзите сыға.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Герасимова Лариса Павловна (1960), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан Республика балалар клиник дауаханаһының, 1999 йылдан Республика стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире; 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан терапевтик стоматология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфөләге «Дентал Студия» стоматология клиникаһы директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009)[20].
  • Мелетий (Демин) — Урыҫ православие сиркәүенең иеромонахы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. Всесоюзная перепись населения 1939 года. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам (урыҫ)
  3. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  4. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  5. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ)Демоскоп Weekly.
  6. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
  7. Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
  8. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  9. Всероссийская перепись населения 2010 года. 10. Численность населения Брянской области, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  12. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ)М.: Росстат, 2017.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ)М.: Росстат, 2018.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
  18. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
  19. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  20. Башҡорт энциклопедияһы — Герасимова Лариса Павловна 2020 йыл 14 август архивланған.

Сығанағы

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Локоть үҙидараһы
  • Локоть ат заводы

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡасабаның рәсми булмаған сайты 2021 йыл 16 апрель архивланған.