Лиси (күл)
Лиси (груз. ლისის ტბა) — Грузиялағы ҙур булмаған күл,Тбилисинан көнбайыштараҡ Кура йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Үлсәме — 800 метрға 550 метр. Күлде бер аҙ үлән менән ҡапланған ташлы дала уратып алған. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 624 м.[1]
Лиси | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Вертикаль тәрәнлеге | 4 метр |
![]() |
2007 йылда күлде аукционда GRDC Group грузин компанияһына 182 миллиона долларға[2] һата. Биләмәне үҫтереү планы туристик-һауыҡтырыу комплексын төҙөүҙе күҙаллай.
ФаунаһыҮҙгәртергә
Лиси күле төрлө типтағы һыуҙа йөҙөүсе ҡоштарҙың — һуна өйрәк һәм өйрәктең башҡа төрҙәре, һоро селән, бәләкәй мөншөгөр һәм сыпҡайҙарҙың йәшәү урыны. Күлдә йәшәгән йыртҡыс ҡоштар — һаҙ көйгәнәге, ғәҙәти һар һәм чеглок.
КлиматыҮҙгәртергә
Күлдең климаты йомшаҡ, урта диңгеҙ климаты. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ уртаса нормаһы яҡынса 400 мм тәшкил итә, ҡойма ямғырлы көндәр 30-ҙан артмай. 10-20 көн тирәһе күл ҡар менән ҡаплана. Һыуҙың уртаса температураһы ғинуарҙа Цельсий буйынса 0 градус булһа, июлдә 23 градусҡа тиклем күтәрелә. Теркәлгән максималь температура 37 °C була.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Caucasus Birding — Mtkvari Valley — Lake Lisi 2009 йылдың 6 ғинуар көнөндә архивланған.