Липнолағы Никола сиркәүе
Липнолағы Никола сиркәүе — православие ҡорамы, XIII быуат аҙағында төҙөлгән новгород таш архитектура ҡомартҡыһы. Мста йылғаһы дельтаһында,Бөйөк Новгородтан 9 км көньяҡтараҡ торған ҙур булмаған Липно утрауында, урынлашҡан. Төп тәхете Николай Чудотворец хаҡына, ҡанаты — изге Климент хаҡына изгеләндерелгән.
Липнолағы Никола сиркәүе | |
Нигеҙләү датаһы | 1292 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Николай Чудотворец[d] |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Сковородка[d] |
Епархия | Новгородская епархия[d] |
Бағышланған | Николай Чудотворец[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Новгородская область/Новгородский район[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d][1] |
Рәсми сайт | novgorodmuseum.ru/muzei/… |
Указания, как добраться | 4 км южнее деревни, при впадении р. Мста в оз. Ильмень |
Липнолағы Никола сиркәүе Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәҒибәҙәтхана 1292 йылда Новгород архиепискобы Климент заказы буйынса төҙөлә башлаған. Сиркәү Бөйөк Новгородтан һигеҙ саҡрым көньяҡтараҡ торған Липно утрауында, Мста йылғаһы дельтаһына ҡойған Плотница йылғаһы яры буйында нигеҙләнгән.
Риүәйәт буйынса, унда 1113 йылда түңәрәк таҡтаға төшөрөлгән Николай Чудотворец иконаһы табылған була, ошо икона арҡаһында новгород кенәзе Мстислав Владимирович сиренән ҡотолған. Моғайын, был ваҡиғаның йыллығына, тиҙҙән бында 1113 йылдан һуң монастырь һәм ағас сиркәүгә нигеҙ һалына (был хаҡта аныҡ мәғлүмәт юҡ, бары тик йылъяҙмала ғына сиркәү монастырҙа төҙөлә тип яҙылған).
1292 йылда нигеҙләнгән таш ҡорам, моғайын, 1294 йылда төҙөлөп бөткән һәм ул Новгород республикаһында Русҡа татар-монголдар ябырылыуынан һуң төҙөлгән беренсе таш ҡорам булған[<span style="" title="не указан источник на утверждение (29 января 2020)">291 сығанағы көн күрһәтелмәгән</span>].
Ғибәҙәтхананы төҙөүселәр татар-монголдар ябырылыуына тиклем Руста нисек сиркәү төҙөһәләр, был сиркәүҙе лә шул уҡ стилдә төҙөгәндәр, мәҫәлән Перынский скитындағы Раштыуа сиркәүе кеүек итеп, ул үҙ сиратында смоленск архитектураһы принциптарын новгородтарса яраҡлаштырып төҙөлгән була. Был шулай уҡ квадрат, тәре көмбәҙле, бер башлы һәм бер абсидлы ҡорам, тик күләме генә эре (10х10 метр). Сиркәү фасады мөйөштәрендә өс ҡалаҡ бар. Башта фасадтар штукатурланған була, диуарҙары плитәләрҙән һәм төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге ҡабырсаҡтарҙан төҙөлгән. Тәҙрә өҫтөндәге аркалар ҡара төҫтәге кирбес киҫәктәре менән биҙәлгән (был яңылыҡ була — сөнки элек уларҙ ыплинф һәм эзбизташтан яһағандар). Ғибәҙәтханаға көнбайышта инеү урыны өҫтөндә уйым бар, унда элек фрескалар булған. Барабандың өҫкө өлөшөндә, тәҙрәләрҙең «ҡаштарында» һәм фасадтың өс ҡалаҡлы абристарында аркатуралы бүлкәттәр бар, ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, уларҙың аналогын роман (роман-готика стилендә) архитектураһында табырға мөмкин. Бынан тыш, ҡорам уйымдары ҙур булмаған рельефлы таш тәреләр менән биҙәлгән.
Сиркәү интерьерының ҡайһы бер үҙенсәлектәре бар. Аркаларҙы күтәреп торған көнбайыш парлы бағаналарҙың түбәнге өлөшө алты ҡырлы, ә үрге өлөшө дүрт ҡырлы. Көнсығыштағы бағаналары ла шундай уҡ, был сиркәүҙә иконостас урынлаштырыу өсөн бик уңайлы. Сиркәүҙең көньяҡ-көнбайыш мөйөшөнән хор урынына менеү өсөн баҫҡыс(уларҙы эшләнгән (элек уларҙы диуар эсенән эшләгән булғандар) тора.
-
Липно утрауы һәм сиркәү күренеше
-
Миһрабтың үҙәк өлөшөндәге биҙәктәре
-
Миһрабтың уң өлөшөндәге өлөшөндәге биҙәктәре
Сиркәү 1293-94 йылдарҙа фрескалар менән биҙәлгән була. Һуңғы ваҡытта, 1930 йылда, сиркәү диуарҙарын элекке буяуҙарынан яҡшылап таҙартҡан саҡта стеналарҙа фрескалар табалар. Ҡорамдың көнсығыш бағаналарында «Благовещение» композицияһы, диакондар бүлмәһенә ингән ерҙә «Три отрока в пещи огненной» сюжеты бар.
1764 йылда монастырь бөтөрөлә, артабан аш бүлмәһе һәм Изге Троица сиркәүе Сковородский монастырын ремонтлау өсөн һүтеп алына. XIX быуатта Липнолағы Никола сиркәүе ташландыҡ хәлгә килә һәм унда ғибәҙәт ҡылыуҙар һирәгерәк башҡарыла.
Октябрь революцияһынан һуң ғибәҙәтхана бик ныҡ иҫкерә һәм ябыла. Шул уҡ ваҡытта ике яруслы ҡыңғырауҙар манараһы емерелә[2].
Бөйөк Ватан һуғышында утрауҙа совет ғәскәрҙәренең күҙәтеү пункты урынлашҡан була һәм ваҡыт-ваҡыт немец ғәскәрҙәренең утына дусар була[3], (немецтар ҡорамдан 6 км ситтәрәк, Ильмень күленең көнбайыш ярында — Волхов йылғаһы буйында торған, һөҙөмтәлә ҡорам ҙур юғалтыуҙарға дусар була, уның бары тик 65 % ғына һаҡланып ҡалған.
Һәйкәлде һаҡлау
үҙгәртергә1945 йылда С. Н. Давыдов етәкселегендәге махсус проектлау реставрация оҫтахана хеҙмәткәрҙәре фрескларҙы реставрациялай, ә 1954-56 йылдарҙа тотош ғибәҙәтхана реставрациялана һәм уға баштағы төҫө бирелә (реставрация эштәре менән Л М. Шуляк етәкселек итә, консультанты — П. Н. Максимов)[4].
Хәҙерге ваҡытта утрау һаҡлау биләмәһе статусына эйә, ә сиркәү — ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекты.
2016 йылдың 10 сентябрендә сиркәүгә Владимир Путин һәм Дмитрий Медведев килә, уның ҡушыуы буйынса (РФ Мәҙәниәт министрлығына хат 16.09.2016 нигеҙендә № 3682-10.1-4) был сиркәүҙе тергеҙеү өсөн проект-смета документын эшләргә маҡсатлы субсидия бүленә. 2016 йылдың декабрендә реставрация проекты әҙер була, 2017 йылда проект раҫлана.
Реставрация эштәре 2018 йылда башлана һәм 2019 йылда ла дауам итә. Рәссам-реставраторҙар алдында әле булһа ҡорамдың һынлы сәнғәтен өйрәнеү һәм тикшереү бурысы тора[5].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
- ↑ Трифонова А. Н. История Великого Новгорода в XX веке. — М.: Северный паломник. — С. 257—368. — 390 с. — ISBN 978-5-94431-299-0.
- ↑ Вот как описывает события тех лет очевидец Алексей Дорожкин: «В один из ясных, солнечных дней в марте 1942 года немцы, которые стояли тогда в деревне Ондвор дружно стали выбегать на улицу с биноклями и с винтовками с оптическим прицелом. И все стали смотреть на другой берег на церковь Николы на Липне. Видимо им сообщили по телефону, что сейчас будет расстреливаться церковь из пушек. Немцы, потехи ради стали стрелять из пушки, которая находилась по всей видимости в деревне Троица, по церкви. Видимость была прекрасная. Сначала был виден султан от взрыва справа от церкви, затем слева и, третьим снарядом попали в церковь. На этом расстрел церкви прекратился. Когда дым рассеялся, было видно, что от церкви остались одни развалины».[источник не указан 2881 день]
- ↑ Выставка «Любовь Митрофановна Шуляк. Побеждая время» 2019 йыл 8 сентябрь архивланған.
- ↑ Продолжается реставрация церкви Николы на Липне в Новгородской области . Телеканал «Россия. Культура» (5 июль 2019). Дата обращения: 5 июль 2019. 2019 йыл 5 июль архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Грабарь И. Э. Упрощённый тип храма // История русского искусства. — М.: Изд. И. Н. Кнебеля, 1910. — Т. 1: Архитектура. Допетровская эпоха. — С. 181—204. — 508 с.
- Никола сиркәүе эргәһендә п. румянцева ирмес н Новгородта // Архитектура мираҫы. Мәскәү, 1952. 2. т. 86 с-104.
- Царевский Та. Никола сиркәүе биҙәктәр идея йөкмәткеһен һәм уның янындағы н новгородта ирмес. — Изкуството н Проблеми, 2010, № 1.
- Чёрный В. Д. Искусство средневековой Руси. — М.: Гуманит. изд. центр ВЛАДОС, 1997. — ISBN 5-691-00021-7.