Линькова Вера Петровна

Линькова Вера Петровна (5 ғинуар 1954) — урыҫ балалар яҙыусыһы һәм шағиры, журналист[1]. Рәсәй Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Әҙәбиәтселәр союзы ағзаһы[2]. Халыҡ яҙыусыһы (2000)[2] һәм әҙәби тәнҡитсе[3][4].

Вера Петровна Линькова
Вера Линькова, 1986 йыл, Кижи
Вера Линькова, 1986 йыл, Кижи
Тыуған көнө

5 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

балалар яҙыусыһы

 Линькова Вера Петровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Вера Петровна Линькова 1954 йылдың 5 ғинуарында Ҡаҙағстандың Талды-Ҡурған өлкәһе Уштоб ҡалаһында тыуа[2][5].

1980 йылда Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай[1][2][5].

Лахденпохья ҡалаһының «Призыв» район гәзитендә, Петрозаводск «Комсомолец» гәзитендә, Үҙәк радио һәм телевидениела эшләй[1].

«Мурзилка», «Трамвай», «Веселые картинки», «Домашний очаг», журналдарында, "Поэзия" әҙәби альманахында[6] һ.б. баҫылып сыға[1][2].

Вера Петровна балалар өсөн «С глухарём поговорю» (1986), «Царевна Морошка» (1988), «Съел павлин горячий блин» (1991), «Замечательная Я» (2012), «В доме на вороне» (2015), «Эх, корова-РАСкорова!» (2019)[7] шиғырҙар китабын яҙа.

«Видения в городе нищих» (1991) һәм «Бабочка в часах» (1993) (1993) шиғри йыйынтыҡтарын баҫтыра[5][1][8].

Балалар менән шиғри дәрес. Йыл һайын үткәрелеүсе «Ҡала балаларға уҡый» акцияһы сиктәрендә 8-се китапханала яҙыусы Вера Петровна Линькова менән осрашыу үтә, Петрозаводск, 2017 йыл.
Вера Линькова балалар менән уйнай һәм юлбарыҫтарҙың һәм глобустың осрашыуы тураһында фантазиялай, 2017 йыл.

Артпедагогика буйынса бер нисә китап сығара. .Рус грамматикаһы буйынса «Алина в царстве Существительном» әкиәт-әсбап авторы (1997). «Аст» нәшриәтендә «Мөғжизәләр иле» серияһынан Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының уҡыу һәм грамота буйынса «Учись читать с птицей Бу» альбомдары, шулай уҡ математика һәм биология буйынса альбомдар (1997—1999)[7][5] донъя күрә.

В. П. Линькова «Обучение грамоте методом синкретического искусства» авторлыҡ методикаһын эшләй[9]. Был методикала әкиәт сюжетын уҡыусыларҙың үҙҙәрен рол уйынына индереү, һүрәт төшөрөү мөһим роль уйнай. Арт-технологик алым булараҡ синкретика «балалар уйнарға, һүрәт төшөрөргә, бейергә, әкиәти тарихтар уйлап табырға яратыуы» менән бәйле[9].

1986 йылда Мәскәүҙә дәүләт балалар китапханаһы «Биномка» әҙәби-художество студияһын ойоштора һәм алып бара башлай[5][2], студияның нигеҙенә Джанни Родари китабынан «Фантазия грамматикаһы» алымдары ята[10].

Студия дәрестәре буйынса «Поиграем в БИНОМКУ!» (2015), «Сказки-биномки» (развитие речи и нестандартного мышления по «Грамматике фантазии» Джанни Родари) (2015), «Сказки-биномки из 3-его „А“ и „Кимберлитовой Трубки“»(2017), «Превращение Лейки-Грамматейки в частицу НЕ» (2018), «Радуга с блинами» (2019), «Вернисаж с английской лошадью» (2019) китаптары сыға.

1987—1989 йылдарҙа В. П. Линькова «Лекари великой зари» романын яҙа[7]. Дүрт өлөштән беренсеһе генә һаҡланып ҡалған[11].

Ауыр яҙмышлы үҫмерҙәр өсөн Рәсәй Радиоһында «Поверженные короли» тапшырыуының авторы, күп йылдар «Хәйерле төн, балалар» программаһына сценарийҙар яҙа[2][8].

Наталья Лайдинендың «Женская поэзия» проектында «Карелия» ДТРК-ыһы телеканалында Вера Линькова менән интервью күрһәтелә[12]. 2000 йылда Мәскәү фатирын алмаштырғанда В.П. Линькова аферистар ҡорбаны була. Ул фатирын юғалта һәм ҡыҙы менән урамда ҡала[12] Дүрт йыл һынау Вера Линькова өсөн «Архипелаг бездомных. Бомжи, кому это выгодно?» китабына материал була[12][13]. Был китап буйынса Русь киностудияһы «Йығылырға һәм күтәрелергә» тулы метражлы документаль-нәфис фильм төшөрә[1].

2007 йылдан 2010 йылға тиклем Петрозаводск ҡалаһында балалар өсөн «Соломинка» әҙәби гәзитен сығара[1][8][2].

2000 йылда "әҫәр ижад итеү өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары, әкиәттәр, фантазиялар һәм төштәр донъяһын булдырғаны өсөн», В. П. Линьковаға" «Халыҡ яҙыусыһы" тигән исем бирелә, 2007 йылда икенсе Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте конкурсының Алексей Николаевич Толстой исемендәге лауреаты була[2]. 2008 йылда Вера Петровна «Письма в облака» китабы менән үҫмерҙәр өсөн иң яҡшы әҙәби әҫәргә[14] Сергей Михалков исемендәге әҙәби конкурс лауреаты була[2]. «Согласование времен», «„Русский Stil“ 2010»[2] әҙәби конкурстарының лауреаты[2].

Мария Галинаның «Автохтоны» китабына рецензияһы «Фанткритик — 2016» конкурсы еңеүселәренең ҡыҫҡа исемлегенә инә[3]. «Петроглиф» халыҡ-ара әҙәби фестиваленең эксперт комиссияһы составына инә[4].

Вера Петровна Линькова 2017 йылдан Петрозаводскиҙа А. С. Пушкин исемендәге 10-сы урта мәктәптә проза студияһын етәкләй[15]. Петрозаводск мәктәптәре уҡыусыларының иң яҡшы эштәрен баҫтырып сығарыу өсөн В. П. Линьковтың шағирә Елена Харламова менән бергә «Первоцветы» балалар әҙәби альманахын сығара башлайҙар[15].Уҡыусылар менән дәрестәрҙә Вера Петровна әҙәби һуҡмаҡтарға айырыуса иғтибар бүлә. Яҙыусы уҡыусылары менән бергә яҙыусы Н.В.Гоголь, А.П.Чехов, Салтыков-Хедрин, Рэй Брэдбери һәм башҡа яҙыусыларҙың ижадына мөрәжәғәт итә[15].

2019 йылда В. П. Линькова «И радуга в лодке с острова Луотосаари» хикәйәһен Карелияла 2013 йылдан алып үткәрелгән «Петроглиф» халыҡ-ара әҙәби фестиваленең «Поцелуй Карьялы» йыйынтығында баҫтыра[16].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә