Лахденпохья
Лахденпохья[21] (1918 йылға тиклем — Якимвар станцияһы; шулай уҡ Лахденпохья станцияһы; фин. Lahdenpohja) — Рәсәйҙә Карелия Республикаһы составындағы ҡала (1945 йылдан алып). Лахденпохья районының административ үҙәге, Лахденпохья ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә
Лахденпохья | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1600 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Лахденпохское городское поселение[d][1] һәм Лахденпохский район[d] |
Административ-территориаль берәмек | Лахденпохское городское поселение[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны |
7787 кеше (1959)[2], 7944 кеше (1970)[3], 9541 кеше (1979)[4], 10 429 кеше (1989)[5], 10 600 кеше (1996)[6], 10 400 кеше (1998)[6], 10 300 кеше (2000)[6], 10 200 кеше (2001)[6], 8751 кеше (2002)[7], 8500 кеше (2005)[6], 8400 кеше (2006)[6], 8300 кеше (2007)[6], 8300 кеше (2008)[6], 8173 кеше (2009)[8], 7813 кеше (2010)[9], 7800 кеше (2011)[6], 7716 кеше (2012)[10], 7667 кеше (2013)[11], 7539 кеше (2014)[12], 7512 кеше (2015)[13], 7493 кеше (2016)[14], 7449 кеше (2017)[15], 7294 кеше (2018)[16], 7158 кеше (2019)[17], 7050 кеше (2020)[18], 5952 кеше (2021)[19], 5855 кеше (2023)[20] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 10 метр |
Майҙан | 9 км² |
Почта индексы | 186730 |
Рәсми сайт | lahdenpohya-adm.ru |
Урындағы телефон коды | 81450 |
Лахденпохья Викимилектә |
Карелдарҙың Якимвар ҡултығында йәшәгән тарихи урыны, үҙенең атамаһын швед полковолецы Якоб Делагарди иҫтәлегенә ала. Башта Новгород еренең Кирьяж погосына инә; Буталсыҡ ваҡытынан алып Төньяҡ һуғыш тамамланғанға тиклем был урын ҡулдан-ҡулға күсә. XIX быуаттан батша дәүерендә — Выборг губернаһында пункт, Сортавала почта трактының транспорт үҙәге. 1917 йылғы революциянан һуң Ҡышҡы һуғышҡа тиклем Якимвар станцияһы бойондороҡһоҙ Финляндия составында; Икенсе донъя һуғышы йомғаҡтары буйынса РСФСР составына инә һәм ҡала булып иғлан ителә.
Этимологияһы
үҙгәртергә1924 йылға тиклем пункт фин сығанаҡтарында Си́еклахти («Сито-залив») тип аталған һәм Яккима ҡасабаһы составына инә; урыҫ сығанаҡтарында 1918 йылға тиклем Якимвар станцияһы тип аталған[22]. 1924 йылда Лахденпохья үҙ аллы ҡасаба булып айырыла. Уның исемендә фин. lahti «ҡултыҡ» һәм карел. pohja «алыҫ мөйөш, ҡултыҡ аҙағы, бухта», һүҙмә-һүҙ: «ҡултыҡ сиге», был ҡаланың ысынлап Ладога күленең ҡултығы төпкөлөндә урынлашыуы тураһында һөйәләй (ҡултыҡтың алыҫ мөйөшө йәки аҙағы)[23].
Географияһы
үҙгәртергәҠала Ладога күленең Якимвар ҡултығы яры буйында Аура-йоки йылғаһында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәБыл крайҙа кеше эҙҙәре яҡынса б.э. тиклем 2000 йылда була.
800—1100 йылдарға тәүге ауылдар барлыҡҡа килгән, Ладога күле яры буйында нығытмалар төҙөлгән.
1323 йылда хәҙерге Лахденпохья районы территорияһы Новгород Республикаһы Кирьяж погосының бер өлөшө була, ул XV быуат аҙағында башҡа Новгород ерҙәре менән бергә Рус дәүләте составына инә.
1500 йылда буласаҡ Лахденпохья ҡалаһы урынында Кирьяж погосы составына инеүсе Яккима ауылы була, унда 168 ғаилә йәшәй. 70 йылдан һуң унда ней бары 6 ғаилә генә ҡала, ҡалгандары, швед баҫҡынсыларынан монастырҙарға ҡаса
Столбово солохо шарттары буйынса 1617 йылда, Кирьяж погосы биләмәһе Швеция короллеге составына инә
1721 йылда Төньяҡ һуғыш һөҙөмтәһендә район биләмәһе рус ғәскәрҙәре тарафынан азат ителә һәм ҡабаттан Рәсәйгә ҡушыла.
1809 йылдан территория Рәсәй империяһының Бөйөк Финляндия кенәзлеге составында.
1845—1850 йылдарҙа Лахденьпохья архитектура доминантаһы — 3 мең кеше һыйҙырышлы Яаккима мәхәлләһенең лютеран сиркәүе төҙөлә (архитекторы — Карл Энгель).
Финляндия составында
үҙгәртергә1918 йылдан (Финляндияның бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң) 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы тамамланғанға тиклем Лахденпохья — кунта (йәки Финляндияның муниципалитеты йәки улусы).
1924 йылға тиклем ҡала Сиеклахти тип атала (1600 йылдан алып билдәле.), Яаккима ҡасабаһы составына инә.
1920—1930 йылдарҙа ағас эшкәртеү комбинаты, бысыу һәм целлюлоза заводтары төҙөлә. АО «Лаатокан Пуу» сәнәғәт предприятиелары базаһында Лахденпохья ҡасабаһы барлыҡҡа килә; 1924 йылда ҡасаба ҡала тибындағы ҡасаба статусын ала.
1925 йылда Финляндия ҡала советы Лахденпохья фанера комбинаты төҙөүҙе раҫлай[24].
1930 йылдарҙа ҡасаба популяр туристик урын була, унан Валаам архипелагына караптар китә
1941-1944 һәм 1939-1940 совет-фин һуғышы йылдарында
үҙгәртергәСовет-фин һуғышы һөҙөмтәләре буйынса (1939—1940) Лахденпохья СССР-ға 1940 йылғы Мәскәү тыныслыҡ килешеүе шарттары нигеҙендә китә; Карелия-Финляндия ССР-ы составына индерелә. Финляндия тарафынан бөтөн Төньяк Ладога буйынан фин халҡын эвакуациялау үткәрелә
1941 йылдың авгусында Икенсе донъя һуғышы (Совет-фин һуғышында (1941-1944)) фин ғәскәрҙәре Ладогаға сыға һәм Яаккима һәм Лахденпохьяны биләй. 1942 йылда 70 % ашыу кунта (фин улусының) кешеһе үҙ йортона ҡайта. Совет тарих фәне 1941 йылдың сентябренән 1944 йылдың сентябренә тиклем Лахденпохьяны фин ғәскәрҙәре оккупациялай тип һанай.
1944 йылда ваҡытлыса Мәскәү тыныслыҡ килешеүенән һуң Лахденпохья тағы СССР-ға күсә, уны тағы ла фин халҡы ташлап китә.
СССР составында
үҙгәртергәЛахденпохья СССР-ға күскәс, лютеран кирхаһы бинаһында хәрби әсирҙәр лагеры була.
Лахденпохья 1956-91 йылдарҙа — ҡала составында Карел АССР-ы составындағы ҡала. Лютеран сиркәүен ятаҡ, ә һуңынан ҡала сауҙаһының келәте булараҡ ҡулланалар. 1977 йылда сиркәү яна.
Совет осоронан һуң
үҙгәртергә1990 йылдар башында кирха емереклектәренә 1918 йылда һәләк булған урындағы фин яугирҙәре һәйкәленең ике гранит блогы кире ҡайтарыла, иҫтәлекле тәре ҡуйылған.
Финляндия ҡатнашлығында храм стеналарын консервациялау тормошҡа ашырыла[25].
Иҡтисады
үҙгәртергәЛахденпохья фанера комбинаты «Бумэкс»[26] 1950 йылдарҙа элекке фин фанера заводы фин фанера заводы —«Ladoga Timber Ab компанияһының Laatokan Puu Oy акционерҙар подразделениеһы нигеҙендә ойошторола[24].
Урман хужалығы, урман пункты, икмәк заводы бар. 2003 йылда «Аалто» ликер-араҡы заводы эшләй башлай[27]
РФ Хөкүмәтенең 29.07.2014 (24.11.2015. ред.) «Моноҡалалар исемлеген раҫлау тураһында», N 1398-р бойороғо менән ҡала социаль-иҡтисади хәл насарайыу ҡурҡынысы булған Рәсәй Федерацияһы моноҡалалары исемлегенә индерелә[28].
Транспорт
үҙгәртергәСанкт-Петербург -Сортавала юлының Элисенваара- Сортавала участкаһында Октябрьский тимер юлының Яккима тимер юлы станцияһы.
Урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары. Район буйлап А — 121 «Санкт-Петербург — Сортавала» федераль юлы үтә.
Ҡалала бер ҡала автобус маршруты №1 «Яккима станцияһы — Хуухканмяки» йөрөй. Шулай уҡ ҡала яны һәм ҡала-ара маршруттар йөрөй
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергә- 1941 йылдың июнь аҙағында —авгусында фин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта Төньяҡ (Ленинград) фронты 23-сө армияһының һәләк булған яугирҙәренең туғандаш ҡәберлеге. Бында 600-ҙән ашыу совет һалдаты һәм офицеры ерләнгән[29]. Был туғандаш ҡәберлегендә Советтар Союзы Геройы, пулеметсы А. И. Заходскийҙың да ҡәбере бар[30].
- Лахденпохьяла Яккима общинаһының лютеран кирхаһы емереклектәре.
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Геннадий Александрович Корниенко (1954) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, генерал-полковник.
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Яккима мәхәлләһенең лютеран сиркәүе харабалары (Лахденпохъя районы)
-
Ыҙа Сигеүсе Изге Валентин сиркәүе, 2004 йылғы ҡоролма
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. (урыҫ) — Демоскоп Weekly.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения РСФСР, ее территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу (урыҫ)
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 6,6 6,7 6,8 Народная энциклопедия «Мой город». Лахденпохья
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Численность населения субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
- ↑ Перепись населения 2010. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений (урыҫ) — Росстат.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2023 года (с учётом итогов Всероссийской переписи населения 2020 г.) (урыҫ) — Росстат, 2023.
- ↑ Географический энциклопедический словарь — М.:Советская энциклопедия, 1982 — с. 248.
- ↑ Путеводитель по Финляндіи: с описаніем городов и замѣчательных в ней мѣст. СПб., 1862. С. 11.
- ↑ Географические названия России 2014 йыл 28 декабрь архивланған.
- ↑ 24,0 24,1 Lahdenpohja 2018 йыл 9 декабрь архивланған.
- ↑ Церковь (kirkko) в г. Лахденпохья — Ладога. Приладожье — Ладожская Хроника 2009 йыл 9 ноябрь архивланған.
- ↑ BUMEX — О комбинате 2010 йыл 30 март архивланған.
- ↑ Ликероводочный завод «Аалто» 2010 йыл 10 май архивланған.
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 29.07.2014 N 1398-р «Об утверждении перечня моногородов»
- ↑ Братская могила советских воинов
- ↑ Великая Отечественная война в Карелии: памятники и памятные места. — Петрозаводск, 2015. — 334 с.: ил.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Нейкен Л. Л. Лахденпохья. — Петрозаводск: «Карелия», 1989 — 96 с.: ил. — (Города и районы Карелии)
- Лахденпохья: Рек. указ. лит. / Гос. публ. б-ка КАССР; Сост.: Л. Л. Нейкен, Л. С. Баранович. — Петрозаводск: Б. и., 1991. — 35 с. — (Города Карелии).