Леонардо Фавио
Леонардо Фавио (исп. Leonardo Favio — псевдонимы, ысын исеме — Фуад Хорхе Хури ингл. Fuad Jorge Jury ; 28 май 1938 йыл — 5 ноябрь 2012 йыл[7]) — Аргентина йырсыһы, актёры, кинорежиссёры.
Леонардо Фавио | |
исп. Leonardo Favio | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Аргентина[3] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | исп. Fuad Jorge Jury |
Тыуған көнө | 28 май 1938[3][4][5] |
Тыуған урыны | Лас-Эрас[d], Мендоса[d], Аргентина[3] |
Вафат булған көнө | 5 ноябрь 2012[2][3][6] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Буэнос-Айрес, Аргентина |
Үлем сәбәбе | пневмония |
Ерләнгән урыны | Mausoleum of the Argentine Society of Authors and Composers[d] |
Хәләл ефете | Мария Ванер[d] |
Балалары | Леонардо Юрий[d] |
Һөнәр төрө | кинорежиссёр, сценарий яҙыусы, кинопродюсер, актёр, йырсы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Хустисиалистская партия[d] |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Дискография | Leonardo Favio discography[d] |
Леонардо Фавио Викимилектә |
Биография
үҙгәртергәФуад Хорхе Хури 1938 йылдың 28 майында этник ғәрәптәр ғаиләһендә Мендос провинцияһының төньяҡ-көнбайышындағы Лухан-де Кейо ҡалаһында тыуған. Ғаилә ярлы районда йәшәй, ата-әсәһе баланы тәрбиәләүҙән баш тартҡанға күрә, ул ауыр холоҡло балалар интернатына эләгә, һуңынан- төрмәгәТөрмәнән сыҡҡас, йәш кеше Буэнос-Айресҡа китә һәм бында кинематограф менән мауыға башлай. Башта ул эпизодтарҙа һәм икенсе пландағы ролдәрҙә төшә, бер үк ваҡытта бер нисә ҡыҫҡа метражлы картинаны режиссёр булараҡ ҡуя («Сеньор Фернандес» (1958) һәм «Дуҫ» (1960).Тәүге тулы метражлы фильмы — «Яңғыҙ малай тарихы» (1965). Аргентина кино тәнҡитселәре ассоциацияһы әлеге фильмды йыл фильмы тип таный, Мар-дель-Платалағы кинофестивалдә уға ФИПРЕССИ пермияһы тапшырыла. шулай уҡ, Милли кино музейы үткәргән һораулама буйынса 2000 йылда «Яңғыҙ малай тарихы» 100 тәҡдим ителгән фильмдар араһында иң яҡшыһы тип билдәләнә[8]. Леонардо Фавио тураһында яңы Аргентина киноһының күренекле вәкиле булараҡ һөйләй башлайҙар. Уның ижадына өлкән иптәше Фернандо Айала йоғонто яһай.
1966 йылда Леонардо Фавио «Анисето һәм Франциска тураһында романс» драмаһын төшөрә, был фильм «Көмөш ҡоҙғон» премияна лайыҡ була һәм тамашасылар араһында популярлыҡ яулай. 1998 йылда «Tres Puntos» журналының һорауламаһы буйынса фильм «бөтә замандарҙың иң яҡшы аргентин фильмы» тип исемләнә[8].
Леонардо Фавио бик һәләтле кеше. Бала саҡта уҡ ул гитарала уйнап өйрәнә. Уның башҡарыуындағы романтик балладалар дуҫтары араһында уңыш ҡаҙанһа, һуңынан ул ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһай башлай. Йырсы буларак ул 1960—1970 йылдарҙа бик популяр була. Уның әҫәрҙәре 14 телгә тәржемә ителгән. Барыһы ул 20 соло альбомын яҙҙыра.
Ғүмер буйы перонизм идеологияһына тоғро булып ҡала[9]. Перонистарға ул йәш сағында уҡ ылыға, улар менән полковник Перондың президентлыҡ осоронда тәүге ике йылда хеҙмәттәшлек итә. 1976 йылда ошо бәйләнештәр арҡаһында Леонардо Фавио илдән сығып китергә мәжбүр була, 1987 йылға тиклем сит илдәрҙә йәшәй. Перонизм темаһын һәйбәт белеүе уға 1996—1999 йылдарҙаалты сәғәтлек «Перон, хистәр симфонияһы» документаль ильмын төшөрөргә мөмкинлек бирә.
2008 йылда Леонардо Фавио «Анисето һәм Франциска тураһында романс» драмаһының яңы версияһын төшөрә — «Анисето».
2010 йылдың октябрендә Президент указына ярашлы тәғәйенләүҙәр Леонардо Фавио Аргентина мәҙәниәте илсеһе тип тәғәйенләнә (ингл. Argentina's Embassador of Culture).
1967—1973 йылдарҙа актриса Мария Ванер менән никахта тора. Уларҙың ике улы тыуа, шуларҙың береһе, Леонардо, актёр булып китә.
Һайланма фильмографияһы
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1958 | ф | Сеньор Фернандес | El señor Fernández | режиссёр, сценарий авторы |
1960 | ф | Дуҫ | El amigo | режиссёр, автор сценария |
1965 | ф | Яңғыҙ малай тарихы | Crónica de un niño solo | режиссёр, сценарий авторы, актёр |
1966 | ф | Анисето һәм Франциска тураһында романс | El romance del Aniceto y la Francisca | режиссёр, сценарий авторы |
1969 | ф | Ирекһеҙ | El dependiente | режиссёр, сценарий авторы, тауыш яҙҙырыу |
1973 | ф | Хуан Морейра | Juan Moreira | режиссёр, сценарий авторы |
1975 | ф | Насарено Крус һәмбүре | Nazareno Cruz y el lobo | режиссёр, сценарий авторы |
1993 | ф | Маймыл ҡушаматлы Гатика | Gatica, el Mono | режиссёр, сценарий авторы |
2008 | ф | Анисето | Aniceto | режиссёр, сценарий авторы |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Record #32316931 // VIAF (билдәһеҙ) — [Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 http://www.cinenacional.com/persona/leonardo-favio (исп.) — 2001.
- ↑ http://www.telegraph.co.uk/news/obituaries/9686365/Leonardo-Favio.html
- ↑ Bibliothèque nationale de France Leonardo Favio // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ http://lifeinlegacy.com/Display.aspx?weekof=2012-11-10
- ↑ Ъ-Новости — Скончался культовый режиссёр аргентинского кино Леонардо Фавио
- ↑ 8,0 8,1 Информация сайта кабинета министров Аргентины
- ↑ Стивен Лелардо. Интервью с Леонардо Фавио (исп.). temakel.com. Дата обращения: 17 октябрь 2011. Архивировано 31 август 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт Леонардо Фавио 2017 йыл 14 февраль архивланған.
- Леонардо Фавио (инг.) Internet Movie Database сайтта