Ленин һәйкәле (Рига)
В. И. Ленин һәйкәле 1950 йылда Совет Латвияһының баш ҡалаһы үҙәгендә — Ригала, элекке леин урамы һәм Киров урамы (хәҙер Элизабетес) киҫелешендә урынлашҡан. 1991 йылда һүтеп алына
Ленин һәйкәле | |
Дәүләт | Латвия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рига һәм улица Бривибас[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Һүрәтләнгән объект | Ленин Владимир Ильич |
Современное состояние | разрушенный[d] |
Ленин һәйкәле Викимилектә |
Монумент авторҙары: архитектор — Эрнест Шталберг, скульптор — Боголюбов Вениамин һәм Владимир Ингал[1].
Һәйкәл тарихы
үҙгәртергәСкульпторҙар В. Я Боголюбов һәм В И. Ингал моделе буйынса эшләнгән В.И. Лениндың бронза скульптураһы М.Г. Манизер исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ленинград «Монументскульптура» художестволы ҡойоу эксперименталь заводында ҡойола.
Монумент Латвия баш ҡалаһының үҙәк бульварында Азатлыҡ һәйкәленең ҡаршыһында, хәҙер Латвия Республикаһының Министрҙар кабинеты урынлашҡан хакимиәт бинаһынан алыҫ түгел ҡуйыла.
Пьедесталы ҡыҙыл төҫтәге «Шрокшин кварциты» — юғары класлы ҡоролмалар өсөн ҡулланыла торған материал менән көпләнә. Бындай кварцит 1937 йылда (Париж) һәм 1939 йылда (Нью-Йорк) Бөтә донъя күргәҙмәләрендә СССР павильондарында, шулай уҡ Мәскәү метрополитены станцияларында ҡулланыла.
В. И. Ленин һәйкәлен асыу тантанаһы 1950 йылдың 20 июлендә, Латвия Совет Социалистик Республикаһын иғлан итеүҙең унынсы йыллығы алдынан үтә (21 июль).
Совет традицияһы буйынса, ҡырҡ йыл буйы тиерлек, дәүләт байрамдары һәм иҫтәлекле даталар көнөндә ҡала халҡы һәйкәлгә сәскәләр килтерә. Сәскәләрҙе архитеткор тарафынан махсус тантаналы ваҡиғалар өсөн булдырған ҡыҙыл гранит пьедесталдың киң майҙансығына һалалар.
1991 йылдың 25 авгусында һәйкәл һүтеп алына.[2]. Әлеге ваҡытта һүтеп алынған ваҡытта зыян күргән скульптура Рига ҡалаһы ситендәге келәттәрҙең береһендә һаҡлана[3].
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Латвия, Рига. Демонтаж памятника В. И. Ленину. 25 августа 1991 года |
Тышҡы медиафайлдар |
---|
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Боголюбов Скульптор Вениамин
- Скульптор Владимир Ингал
- Эрнест Архитектор Шталберг
- В Һәйкәл И. Ленин латвия.
- В Музее И. Ленин ригала.
- В Һәйкәл И. Ленин
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Циелава С. Искусство Латвии. — Л.: Искусство, Ленинградское отделение, 1979. — С. 209.
- ↑ О памятниках В. И. Ленину в Риге
- ↑ Livejournal. Восстановят ли в Риге памятник Ленину?
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ленину В. И. памятник // Рига: Энциклопедия = Enciklopēdija «Rīga» / гл. ред. П. П. Еран. — Рига: Главная редакция энциклопедий, 1989. — С. 423-424. — 880 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-89960-002-0.