Лебедева Тамара Павловна

Лебедева Тамара Павловна (22 март 1919 йыл, Тамбов — 28 апрель 1988 йыл, Томск) — СССР-ҙың театр актёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.

Лебедева Тамара Павловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 22 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Тамбов, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 28 апрель 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Томск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Хеҙмәт ветераны» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Тамара Павловна Лебедева 1919 йылдың 22 мартында Тамбовта почта-телеграф хеҙмәткәре ғаиләһендә тыуған. 1925 йылда ғаилә Воронежға күсеп килә. Мәктәп йылдарында мәктәптең үҙешмәкәр түңәрәгендә ҡатнаша. 1936 йылдан — Пионерҙар йортонда, һуңынан Воронеж йәш тамашасылар театрында массовкала ҡатнаша. 1937—1941 йылдарҙа Мәскәүҙә Революция Театры (хәҙер Маяковский театры) янындағы студияла (һуңғараҡ Мәскәү ҡала театр училищеһы, МГТУ) уҡый. 1941—1943 йылдарҙа Ташкентта эвакуацияла Революция Театрында эшләй, артабан ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа театры менән Мәскәүгә ҡайта. 1944—1946 йылдарҙа Яҡутск рус драма театрында сығыш яһай, унда тиҫтәләгән спектаклдә уйнай.

1946—1988 йылдарҙа В. П. Чкалов исемендәге Томск драма театрында уйнай, бында төп актриса була, 130-ҙан ашыу ролдә уйнай. КПСС-тың район комитетына һайлана.

1987 йылда хаҡлы ялға сыға.

1988 йылдың 28 апрелендә вафат була, Томскиҙа Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Ғаиләһе үҙгәртергә

— Атаһы — Павел Иванович Чиненов (1884—1955), почта хеҙмәткәре, революцияға тиклемге IV класс дворяны дәрәжәһе ала. — Әсәһе — Чиненова Екатерина Ивановна (1887—1946). — Бабайы — Чиненов Павел Павлович (1911—2001), Томск индустриаль институтын тамамлаған, баш инженер булып эшләй, Томск политехник институты доценты була. — Беренсе ире — актёр Лебедев Вячеслав. — Икенсе ире — урман технологы Журавлев Борис Павлович (1908—1985), 1951 йылда өйләнешәләр. — Ҡыҙы — Лебедева Ольга Борисовна (1953), филология фәндәре докторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

— «СССР Ҡораллы көстәре өҫтөнән мәҙәни шефлыҡ отличнигы» Почет билдәһе

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (28.04.1961).

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.10.1967).

— РСФСР-ҙың халыҡ артисы (5.04.1976).

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1987).

Театрҙа ролдәре үҙгәртергә

  • «Московский характер» А. Софронова — туҡыусы Анна Кружкова
  • «Ревизор» Н. В. Гоголя — унтер-офицерҙың ҡатыны
  • «Гроза» А. Н. Островского — ярым аҡылдан яҙған барин ҡатыны
  • «Мария Стюарт» Шиллера — королева Елизавета
  • «Бесприданница» А. Н. Островского — Огудалова
  • «Странная миссис Сэвидж» Д. Патрика — Сэвидж
  • «Мамаша Кураж и ее дети» Б. Брехта — Мамаша Кураж
  • «Миссис Пайпер ведет следствие» Дж. Поплуэлла — уборщица миссис Пайпер
  • «Эшелон» М. Рощина — ҡарсыҡ
  • «Домик на окраине»
  • «Самые счастливые»
  • «Мы, нижеподписавшиеся»
  • «Птицы нашей молодости» И. Друцэ — тётушка Руца
  • «Прошлым летом в Чулимске»
  • «Ретро» А. Галина (реж. Феликс Григорьян) — Роза Песочинская
  • «Клоп» В. Маяковского — Розалия Павловна
  • «Из племени Кедра» А. Шелудякова — Югана
  • «На дне»
  • «Требуется лжец»
  • «Перстенёк» по сказке Паустовского

Фильмография үҙгәртергә

  • 1971 — Мачеха (телеспектакль) — Анфиса Васильевна, Шураның әсәһе
  • 1973 — Фитиль (выпуск № 132-05 «Сапожки») — модница

Хәтер үҙгәртергә

— 2004 йылдан Томск драма театры музейы Т. П. Лебедева исемен йөрөтә.

— Томск драма театрында «Премьеры сезона» фестивалдә Т. П. Лебедева исемендәге «Золотая кедровая ветвь» призы тапшырыла (2005 йылда алып).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Тамара Павловна Лебедева (неопр.). Коллекции — Томск. История в лицах. Областная библиотека А. С. Пушкина. Дата обращения 20 января 2018.
  • Тамара Павловна Лебедева : биобиблиографический указатель. — Томск, 2009 (неопр.). Областная библиотека А. С. Пушкина. Дата обращения 20 января 2018.
  • Тамара Павловна Лебедева. Актриса на авансцене (неопр.). Земля Томская. Дата обращения 20 января 2018.
  • 22 марта ей исполнилось бы 90… (неопр.). В Томске. Новости.. Дата обращения 20 января 2018.
  • Жизнь Актрисы (неопр.). Красное знамя. Дата обращения 20 января 2018.