Ла Монеда
«Ла Монеда» һарайы (исп. Palacio de La Moneda) — Чили президентының рәсми резиденцияһы, Сантьягола урынлашҡан. Был бинала шулай уҡ Эске эштәр министрлығы һәм президент менән хөкүмәттең секретариаттары ла урынлашҡан.
Ла Монеда | |
исп. Palacio de La Moneda | |
Нигеҙләү датаһы | 1805 |
---|---|
Дәүләт | ba[1] |
Административ-территориаль берәмек | Сантьяго[d][1] |
Хужаһы | ba |
Архитектор | Хоакин Тоеска[d] |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1805 |
Мираҫ статусы | исторический памятник Чили[d][1] һәм Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Адрес | Calle Moneda 1202 - 1298 |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d], (iii)[d], (iv)[d] һәм (v)[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Palacio de La Moneda[d] |
Ла Монеда Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҺарай Чилиның испан колониаль хакимиәте тарафынан 1784—1805 йылдарҙа итальян эмигранты Хоакин Тоески проекты буйынса классицизм стилендә аҡса һуғыу йорто булараҡ төҙөлә, 1814—1929 йылдарҙа ошо бинала урынлашҡан аҡса һуғыу йорто был бинаға исем бирә лә инде. 1845 йылда президент Мануэль Бульнес был бинаны президент һәм хөкүмәт резиденцияһы булараҡ, ә 1930 йылда Видел Габриэль Гонсалесидара иткән осорҙа Чили президентының рәсми резиденцияһы булараҡ ҡулланыла, ә 1958 йылға тиклем ул ошо бинала йәшәй. Шул уҡ йылда һарай алдында Конституция майҙаны асыла.
1973 йылдың 11 сентябрендә президент Сальвадор Альенде унда булған мәлдә һарай хәрби түңкәрелеш ваҡытындағы һөжүм барышында өлөшләтә емерелә, әммә 1981 йылдың 11 мартында ҡайтанан тергеҙелә, ләкин диуарҙарында урыҡ-һурыҡ булһа ла пуля эҙҙәре һаҡланып ҡала. Бынан тыш, Пиночет бойороғо буйынса бина аҫтында бункер төҙөлә.
2003 йылда президент Рикардо Лагос һарайҙы туристар өсөн аса. 2006 йылда һарайҙың көньяҡ фасады алдында Пласа де ла Сьюдадания (Граждандар майҙаны) барлыҡҡа килә, унда һарайҙың мәҙәни үҙәге булдырыла һәм президент Артуро Алессандриға һәйкәл ҡуйыла.
-
Һарайҙың архитектура фасады
-
1901 йылдағы һарай
-
Чилилағы хәрби түңкәрелеш ваҡытында Пиночет көстәренең һарайҙы бомбаға тотоуы
Архитектура
үҙгәртергәТөҙөлөшө
үҙгәртергәХоакин Тоеска һуңынан Ла Монеда һарайына әйләнгән яңы король һарайы проекты өҫтөндә эшләй башларҙан алда колониаль Чилиҙың байтаҡ йәмәғәт биналары, шул иҫәптән Сантьягоның Кафедраль соборы проекттарын төҙөй.
Ла Монеда һарайын төҙөү эштәре 1784 йылда башлана. Төҙөлөш өсөн урындағы, шулай уҡ сит илдән килтерелгән материалдар ҙа ҡулланыла: эзбизташ ҡала ситендә урынлашҡан Полпайконан; ҡыҙыл таш Серро Сан-Кристобаль карьерынан; йылға ҡомо Майпонан; аҡ таш Серро-Бланконан; имән һәм кипарис үҙағасы Вальдивиянан килтерелә, металдан эшләнгән деталдәр Испанияла Баскайелә эшләнә. Төҙөлөштә 12 төр кирбес ҡулланыла, улар Сантьяго[2] мейестәрендә яндырып сыныҡтырыла.
Тоеска төҙөлөш эштәре тамамланғанға тиклем 1799 йылда вафат була, төҙөлөш эштәрен хәрби инженер Агустин Кавалеро дауам итә. «Сантьяго-де-Чили аҡса һуғыу йорто», ниһәйәт, 1805 йылда асыла[2].
Архитектура стиле
үҙгәртергәЛа Монеда һарайы, рим-дорик ордеры нескәлектәрен ҡулланып, неоклассицизм архитектура стилендә төҙөлгән. Юнеско сайтындағы тасуирламаға ярашлы бинаның киң горизонталь формаһы көс һәм тотороҡлоҡ билдәһе булып тора[2].
Һарай территорияһында өс ихата урынлашҡан: Патио-де-лос-Каньонес, ҙур булмаған ябыҡ ихата һәм президент ҡатнашлығында үткән төрлө тантаналар өсөн Патио-де-лос-Наранхос ихатаһы.
Үҙ тарихында Ла Монеда бинаһы бер нисә тапҡыр реконструкцияға дусар ителә. Һуңғы ҙур үҙгәртеп ҡороу 1973 йылдағы хәрби түңкәрелештән һуң була, сөнки түкәрелеш ваҡытында бина өлөшләтә емерелгән була[2].
Пласа де ла Сьюдадания
үҙгәртергә2010 йылда Чили бойондороҡһоҙлоғоноң ике йөҙ йыллығын байрам итеү өсөн Пласа де ла Сюдадания йәмәғәт майҙаны булдырыла. (испансанан тәржемәләһәк: Граждандар майҙаны). Төҙөлөш 2004 йылда башлана һәм 2005 йылдың декабрендә тамамлана.
Был майҙандан ер аҫтында урынлашҡан Ла Монеда һарайының Мәҙәни үҙәгенә төшөргә мөмкин, унда Чили мәҙәниәте һәм тарихына бәйле төрлө күргәҙмәләр үткәрелә[3].
Галерея
үҙгәртергәИнтерьеры
үҙгәртергә-
Зәңгәр бүлмә — Президенттың эш кабинеты
-
Хөкүмәттең ултырыштар залы
-
Эске эштәр министры кабинеты
-
Сальвадора Альенде кабинеты
-
Аҡ зал. Сальвадор Альенде портреты
Тышҡы күренеше
үҙгәртергә-
Һарайҙың дөйөм күренеше
-
Граждандар майҙаны яғынан күренеше һәм президент Алессандри һәйкәле
-
Эске ихата
-
Сальвадор Альенде һәйкәле
-
Һарайҙың төнгө балҡышы
-
Президент гвардияһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=cl&srlang=es&srid=233 — 2017.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Palacio de la Moneda UNESCO website, retrieved 2 February 2013.
- ↑ Palacio La Moneda Cultural Center will exhibit Latin American gold and silver artwork(недоступная ссылка) ThisisChile.cl, 31 May 2010, retrieved 4 February 2013.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальная страница на сайте президента(недоступная ссылка)
- Официальная веб-камера