Лана Петранович

Лана Петранович (хорв. Lana Petranović; 4 ғинуар 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4] (22 йәш), Загреб) — Антонио Соуза-Кордейру менән парлы шыуыуҙа сығыш яһаусы хорват фигурисы. Хорватияның өс тапҡыр чемпионы, Европа чемпионатында һәм донъя чемпионатында ҡатнашыусы.

Лана Петранович
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Croatia.svg Хорватия
Спортта ил өсөн сығыш яһай Flag of Croatia.svg Хорватия[1][2][3]
Тыуған көнө 4 ғинуар 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[4] (22 йәш)
Тыуған урыны Загреб, Хорватия
Һөнәр төрө фигурист
Главный тренер Ларионов, Юрий Юрьевич[d]
Спорт төрө Фигуралы шыуыу
Спорт дисциплинаһы парное фигурное катание[d]
Партнёр в спорте или профессии Антонио Соуза-Кордейру[d] һәм Michael Lueck[d]
Ҡатнашыусы 2018 Minsk-Arena Ice Star - pairs[d], 2018 CS Golden Spin of Zagreb - pair skating[d], 2018 CS Nebelhorn Trophy - pairs[d], 2018 CS Lombardia Trophy - pairs[d], 2018 European Figure Skating Championships - pair skating[d], 2019 World Figure Skating Championships - pair skating[d], 2017 European Figure Skating Championships - pair skating[d], 2018 World Figure Skating Championships - pair skating[d], 2019 Open Ice Mall Cup - senior pair skating[d] һәм 2019 European Figure Skating Championships - pair skating[d]
Победа 2019 Open Ice Mall Cup - senior pair skating[d]
Commons-logo.svg Лана Петранович Викимилектә

КарьераһыҮҙгәртергә

Иртә йылдарыҮҙгәртергә

Петранович конькиҙа 2007 йылда шыуа башлай[5]. Тәүҙә яңғыҙ сығыш яһай, 2014 йылдың октябрендә юниорҙарҙың Гран-при серияһында ҡатнаша. 2015 йылдың ғинуарында Дорнбирнда Европаның ҡышҡы үҫмерҙәр олимпия фестивалендә һуңғы тапҡыр яңғыҙ разрядта сығыш яһай.

Петранович парлы шыуыуға ҡарар итә, уның партнеры Михаэль Люк була. Пар АҠШ-та күнекмәләр ала[6]. 2015 йылдың беренсе сентябрендә улар Италияның Trophy Lombardia халыҡ-ара аренаһында беренсе тапҡыр сығыш яһай һәм башҡа ярыштарҙа, шул иҫәптән «Челленджер» серияһының өс турнирында ҡатнаша, ләкин унан һуң пар тарҡала. Уларҙың берлектәге һуңғы ярышы булып 2016 йылдың февраль айында Хельмут Зайбт Мемориалы тора[7].

Петранович Мәскәүгә күсеп килә[6] 2016 йылда Рәсәй фигурисы Антонио Соуза-Кордейру менән парҙа була[5].

Миҙгел 2016/2017Үҙгәртергә

Юрий Ларионов етәкселегендәге йыйылма команда өсөн беренсе тапҡыр сығыш яһап, Петранович / Соуза-Кордейру 2016 Warsaw Cup турнирында дүртенсе урынды биләй. Шулай уҡ, «Загребтың алтын конькийында» улар бишенсе була; 2017 йылғы Европа чемпионатында Остравала 15-се һәм Хельсинкиҙа донъя чемпионатында 21-се урынды биләйҙәр[8][9].

Миҙгел 2017/2018Үҙгәртергә

Петранович тубығына йәрәхәтләнгәндән һуң операция кисерә һәм боҙға тик өс айҙан һуң ғына ҡайта[10]. Тергеҙелеүе арҡаһында улар 2018 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарында квалификацияның һуңғы этабы булған 2017 Trophy Nebelhorn турнирында ҡатнаша алмай. Ярыштарға ғинуарҙа әйләнеп ҡайталар, Мәскәүҙә 2018 йылғы Европа чемпионатынында 12-се урынды алалар. Мартта Миланда донъя чемпионатында 21-се урынды биләйҙәр[11].

Миҙгел 2018/2019Үҙгәртергә

Уларҙың тренеры Дмитрий Савин була. Петранович/Соуза-Кордейру 2018 Lombardia Trophy турнирында 7-се урынды яулайҙар [5].

ҺөҙөмтәләрҮҙгәртергә

Соуза-Кордейру менәнҮҙгәртергә

Ярыш 16/17 17/18 18/19 19/20 20/21
Донъя чемпионаты 21 21 16 C 21
Европа чемпионаты 15 12 8 15
Хорватия чемпионаты 1 1 1
CS Загреб 5 7 12
CS Ломбардия 7
CS Nebelhorn 8
CS Warsaw Cup 4
TBD = турнир белдерә; WD = Төшә; C = Ярыш юҡҡа сығарыу

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. http://www.isuresults.com/bios/isufs00014593.htm
  2. http://www.isuresults.com/bios/isufs00035213.htm
  3. http://www.isuresults.com/bios/isufs00101795.htm
  4. 4,0 4,1 Lana PETRANOVIC // (unspecified title)
  5. 5,0 5,1 5,2 Lana PETRANOVIC / Antonio SOUZA-KORDEIRU: 2018/2019. International Skating Union. Архивировано 28 сентябрь 2018 года.
  6. 6,0 6,1 Grigoryan, Maria. Hrvatska klizačica osvaja Moskvu (Croatian), Russia Beyond (14 February 2017). 22 март 2021 тикшерелгән.
  7. Competition Results: Lana PETRANOVIC / Michael LUECK. International Skating Union. Архивировано 28 сентября 2018 года.
  8. Predstavljanje sportskog para (билдәһеҙ). Croatian Skating Federation (7 November 2016). Архивировано 15 ноябрь 2016 года.
  9. Lana PETRANOVIC / Antonio SOUZA-KORDEIRU: 2016/2017. International Skating Union. Архивировано 21 май 2017 года.
  10. Lana Petranović: Rusija me ojačala (билдәһеҙ) (14 December 2017). Архивировано 22 март 2021 года.
  11. Lana PETRANOVIC / Antonio SOUZA-KORDEIRU: 2017/2018. International Skating Union. Архивировано 17 май 2018 года.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

  • Лана Петранович / Антонио Соуза-Кордейру (англ.) на официальном сайте Международного союза конькобежцев.