Лайне Николай Григорьевич
Николай Григорьевич Лайне (тәхәллүс, ысын фамилияһы Гиппиве; карел. Gippijev; 27 май, 1920 - 18 февраль, 1984) - совет шағиры, тәржемәсе, Карелия АССРының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974), РСФСРҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978).
Лайне Николай Григорьевич | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 27 май 1920[2] |
Тыуған урыны | Реболы[d], Муезерский район[d], Карелия, РСФСР |
Вафат булған көнө | 18 февраль 1984[2] (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Петрозаводск, РСФСР, СССР |
Ерләнгән урыны | Сулажгор зыяраты[d] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | карел теле[d] |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергә1920 йылдың 27 майында Карелия Республикаһының Муезер районы Ребола ауылында карел крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1937 йылда Петрозаводск рабфагын тамамлай, урындағы педагогия институтында уҡый, 1939 йылдың көҙөндә Совет Армияһы сафтарына алына. Совет-фин һуғышында (1939-1940) һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡаҙаныштары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, бер нисә бик мөһим медаль менән бүләкләнә.
Армиянан ҡайтҡас, 1950 йылдың көҙөндә Карелияға ҡайта. Республика гәзиттәре һәм журналдары редакцияларында эшләй. 1951 йылда СССР Яҙыусылар берлегенә ҡабул ителә. 1978 йылдан - Карелия АССР Яҙыусылар союзы хакимлығы рәйесе. Әҙәби хеҙмәте өсөн Халыҡтар дуҫлығы һәм «Почет билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән.
Лайне Н.Г. — әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә СССР Яҙыусылар союзы премияһы һәм Карел АССРының Дәүләт премияһы лауреаты. Халыҡ депутаттарының Петрозаводск ҡала Советы һәм X саҡырыу Карелия АССР Юғары Советы депутаты итеп һайланган.
Петрозаводскийҙа Сулажгор зыяратында ерләнгән.
Ижады
үҙгәртергәЛайненың тәүге әҫәрҙәре 1936 йылда донъя күрә. Һуңыраҡ «Враги» поэмаһы, ә 1939 йылда карел телендә шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Шул уҡ йылды «Карелия» журналы карел телендә шиғырҙар баҫтыра («Урманда», «Уйнағыҙ, Кантеле»). Уның ҡәләме менән «Таң» («Huondes»), «Лиекса йыры» («Lieksan lauluja»), «Беҙ — коммунистар» («Me kommunistit»), «Балан ҡыҙыл суҡтары» («Punaiset pihlajantertut») поэмалары яҙыла.
Ул беренсе тапҡыр Н.Некрасов, В. В. Маяковский, А. Твардовский, М. А. Светлов, Николай Грибачев кеүек рус шағирҙары, белорус шағиры Янки Купала, украин шағиры Тарас Шевченко, әрмән шағиры Геворг Эмин, Юхан Смута, Пуля Руммо кеүек эстон шағирҙары әҫәрҙәрен фин теленә тәржемә итә.
Н.Лайне - 1979 һәм 1973 йылдарҙа «Калевала» эпосының урыҫ теленә тәржемә авторҙарының береһе.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Очерк истории советской литературы Карелии. — Петрозаводск, 1969. — О Лайне Н. Г.: С. 224—229
- Алто Э. Л. Творчество Николая Лайне. — Петрозаводск : Карелия, 1983.
- История литературы Карелии: в 3-х т. Т. 2. — СПб., 1997. — С. 121—129, 158—163
- Народные избранники Карелии: Депутаты высших представительных органов власти СССР, РСФСР, РФ от Карелии и высших представительных органов власти Карелии, 1923—2006: справочник / авт.-сост. А. И. Бутвило. — Петрозаводск, 2006. — 320 с.
- Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 1: А — Й. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2007. — 400 с. : ил.,карт. — С. 252 ISBN 978-5-8430-0123-0 (т. 1)
- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ 2,0 2,1 Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.