Лавлинский Леонард Илларионович
Леона́рд Илларио́нович Лавли́нский (9 ғинуар, 1930 йыл, Дондағы Ростов — 11 май 2005 йыл — рус әҙәбиәте белгесе, шағир һәм тәнҡитсе.
Леонард Илларионович Лавлинский | |
Тыуған көнө: |
09.01.1930 |
---|---|
Тыуған урыны: |
СССР, РСФСР, Дондағы Ростов |
Вафат булған көнө: |
11.05.2005 |
Гражданлығы: |
CCCР, Рәсәй |
Эшмәкәрлеге: |
шағир |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Наградалары: | |
1958 йылдан алып әҫәрҙәрен нәшер итә.
Филология фәндәре кандидаты (1972).
СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971), был союз идаралығының ағзаһы булып һайланған (1986-1991 йылдар).
Тормош юлы
үҙгәртергә1952 йылда Ростов дәүләт университетының тарих-филология факультетын һәм 1955 йылда Ростов дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһында аспирантура тамамлай.
Р. И. Лавлинский башта йәштәр матбуғатында , артабан «Дон» журналының әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй. Ул Советтар Союзы Коммунистар партияһы сафында 1959 йылдан бирле тора. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә ВЛКСМ Үҙәк Комитетының пропаганда һәм агитация бүлегендә матбуғат секторы инструкторы булып эшләй башлай һәм унда 1964 йылға тиклем эш алып бара, 1964—1965 йылдарҙа РСФСР Дәүләт матбуғат комитетының Әҙәбиәт буйынса Төп редакцияһында редколлегия ағзаһы була, 1965—1970 йылдарҙа Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының мәҙәниәт бүлегендә инструктор вазифаһын башҡара, 1970—1977 йылдарҙа «Дружба народов» журналының баш мөхәррире С. А. Баруздиндың беренсе урынбаҫары, 1977—1997 йылдарҙа «Литературное обозрение» журналының баш мөхәррире булып эшләй.
Халыҡтар дуҫлығы ордены (1984) һәм «Почёт Билдәһе» миҙалы менән бүләкләнә.
Хованский зыяратында ерләнгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- [1] 2016 йыл 4 март архивланған.
- [2] 2017 йыл 21 апрель архивланған.
- [3]
- [4] 2014 йыл 15 апрель архивланған.
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |