Көңгөр округы (рус. Кунгурский округ) — 19231929 йылдарҙа ғәмәлдә булған Урал өлкәһенең административ-территориаль берәмеге[1].

Көңгөр округы
Нигеҙләү датаһы 1923
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Көңгөр
Административ-территориаль берәмек Урал өлкәһе
Халыҡ һаны 479 900 кеше (1926)
Подробная карта
 Көңгөр округы Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1923 йылдың ноябрь айында Көңгөр округы ойошторола. Округ үҙәге итеп Көңгөр ҡалаһы тәғәйенләнгән булған. Хәҙерге көндә ул Пермь крайындағы ҡала, Көңгөр районының административ үҙәге.

Башта округ 13 районға бүленә: уның составына Әртә районы, Әшит районы, Берёзово районы, Богородск районы, Кишертетамаҡ районы, Красноуфимск районы, Көңгөр районы, Манчаж районы, Ординск районы, Һыуыҡһыу районы, Уй (Судино) районы, Шәмәр районы һәм Көньяҡ Осокино районы инә.

1925 йылдың 30 сентябрендә Кишертамаҡ районына Кишерте районы тигән исем бирелә.

1926 йылдың 15 сентябрендә Судино районы Уй районы тип үҙгәртелә һәм Алмас (рус. Алмазовский) районы тип аталған яңы район ойошторола.

1929 йылда Көңгөр округы бөтөрөлә. Уның райондары Урал өлкәһенең Пермь, Свердловск, Сарапул округтары ҡарамағына күсә.

Географияһы үҙгәртергә

Көңгөр округы Кама буйының көньяҡ-көнсығыш өлөшөнә ингән. Көньяҡтан ул Башҡорт АССР-ы , көнсығыштан Свердловск һәм Тагил округтары менән сиктәш булған. Төньяҡтан Пермь округына күрше. Көнбайыштан Сарапул округы менән сикләшкән.

Халҡы үҙгәртергә

1926 йылда округ халҡы 479,9 мең кеше тәшкил иткән. Милләттәре буйынса урыҫтар — 87,9%; татарҙар — 7,7%; мариҙар — 3,2% булған.

Этимологияһы үҙгәртергә

Был төбәктең топонимдарын өйрәнгән СССР һәм рәсәй географы, топонимика, картография буйынса белгес, профессор Евгений Михайлович Поспелов фараз итеүенсә, Көңгөр атамаһы ункур йәки унгур (мәмерйә, тарлауыҡ, ҡая тишектәре) тигән төрки һүҙенән алынған[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Список населенных пунктов Уральской области. Тома I—XVI. — Издание огротдела Уралоблисполкома, Уралстатуправления и окружных исполкомов. — Свердловск, 1928.
  2. Географические названия России: топонимический словарь / Е. М. Поспелов. М.: АСТ; Астрель, 2008.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Список населенных пунктов Уральской области. Тома I—XVI. — Издание огротдела Уралоблисполкома, Уралстатуправления и окружных исполкомов. — Свердловск, 1928.
  • Территориальное и административное деление Союза ССР на 1-е января 1926 года. — М.: Изд-во Главного Управления Коммунального Хозяйства НКВД, 1926. — 284 с.
  • Список населенных пунктов Уральской области. Том 6. — Свердловск: Изд-во Орготдела Уралоблисполкома, Уралстатуправления и окружных исполкомов, 1928.