Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы

Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы (12 апрель 1938 йыл) — механизатор. 1964—1998 йылдарҙа Бөрйән районы «Ҡыҙыл таң» колхозы тракторсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981).

Көнәфин Фәрит Хисаметдин улы
Тыуған көнө

12 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (86 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Нәби ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

механизатор

Наградалары һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы (1973), «Почет Билдәһе» ордены кавалеры (1981 йыл), ВДНХ-ның бронза (1985) һәм көмөш (1978) миҙалдары

Биографияһы

үҙгәртергә

Фәрит Хисаметдин улы Көнәфин 1938 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районының Нәби ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Атаһы Көнәфин Хисаметдин районда тәүге уҡытыусыларҙың береһе була, уларҙы ауылдан-ауылға күсереп йөрөткәндәр. Аҙаҡ Көнәфин Хисаметдин тыуған ауылы Иҫке Монасипта төпләнә.

Фәрит Хисаметдин улы 1955 йылда Иҫке Монасип ете йыллыҡ мәктәбен яҡшы билдәләргә тамамлай. Тырыш уҡыусы, артабан белем алырға өгөтләүҙәренә ҡарамаҫтан, комбайнер ярҙамсыһы булып колхозда хеҙмәт юлын башлай. «Бәләкәйҙән гел техника тирәһендә ураландым, миңә техника ене бәләкәйҙән ҡағылған ине», — ти техниканы мөкиббән китеп яратҡан Фәрит Көнәфин. 1957 йылда Белорет ҡалаһында бер йыллыҡ механизаторҙар курсында уҡый, ҡайтҡас комбайнға ултыра.

Армияға китергә ваҡыты етһә лә, саҡырыу ҡағыҙы килмәгәс, военкоматҡа бара, һәм яҡшы механизатор тип район Советы уны һорап ҡалдыра килгәнен белеп ҡала. Ныҡышып, 1960 йылда армияға китә, өс йыл Германия Демократик Республикаһы биләмәләрендә хеҙмәт итә.

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, кадрҙар етешмәй, тип өгөтләп, Монасип мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп алалар. Мәктәптә бер йыл ғына эшләгәс, яңынан тракторға ултыра һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда механизатор булып эшләй. Ул ваҡыттарҙа колхозда йылы гараж юҡ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа иртә таңдан тороп, ут яғып, моторҙы йылытып ҡабыҙып алыуы үҙе ҙур михнәт була.

Тырыш, егәрле механизатор тиҙ арала абруй ҡаҙана. «Алһыҙ-ялһыҙ эшләп тик йөрөнөк, арыуҙы ла белмәнек. Аҙна эсендә колхоз эшендә булдыҡ, ялдарҙа колхозсыларға утын-бесән ташыныҡ», — ти Фәрит Хисаметдин улы эшләгән йылдарын хәтерләп. Подряд ысулы индерелә, күпмелер ер бүлеп бирелә, шул ерҙе бер кеше үҙе һөрә, сәсә, эшкәртә, уңышын йыйып ала. Фәрит Көнәфин гел юғары уңыш (гектарынан 25—28 ц.) ала, Социалистик Хеҙмәт ударнигы була.

Эшенә күрә баһаһы ла була. Ул ике тиҫтәгә яҡын маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, ял йорттарына юлламалар менән бүләкләнә, ауыл советы депутаты, райком бюроһы ағзаһы итеп һайлана. 1986 йылда УАЗ машинаһы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе (1974, 1975)
  • «Бөтә Союз механизаторҙар конкурсы еңеүсеһе» билдәһе 1977 йыл
  • Халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең көмөш миҙалы (Танытма № 10604, 7/ VIII-1978 й. Ҡарар)
  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы, 1979 йыл
  • Халыҡ хужалығын үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы (Танытма № 3836, 26/III-1985 й. Ҡарар)
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы, (СССР Юғары Советының 1973 йылдың 7 декабрендәге Ҡарары, Таныҡлыҡ № 379309)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (№ 1157514, СССР ЮС Ҡарары, 23 февраль 1981 йыл)
  • СССР дәүләт агросәнәғәт комитетының һәм агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәре профсоюз Үҙәк комитетының Почетлы Дипломы, 1986 йылда СССР дәүләт агросәнәғәт системаһы хеҙмәтсәндәренең Бөтә Союз социалистик ярышында еңгән өсөн
  • «Һуғыш йылы балалары» миҙалы
  • «100 лет образования Республики Башҡортостан» юбилей миҙалы, Башҡортостан Республикаһы башлығының 2018 йылдың 24 декабрендәге Ҡарары.
  • Хеҙмәт ветераны, 1997 йыл
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)

Ҡатыны Көнәфина (Салауатова) Сәйҙә Нотоғулла ҡыҙы, ауылдың абруйлы кешеһе, оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Дүрт улға ғүмер бирәләр, өсәүһе иҫән. Өлкән улы Фәнилдәренең ете балаһына, Фаяздарының өс балаһына олатай, өләсәй Көнәфиндәр. Улдары ла атайҙары өлгөһөндә егәрле, булдыҡлы кешеләр. Уртансы улы Фәһим, юридик белемле һәм алдынғы ҡарашлы кеше булараҡ, ауылдың һәм ауылдаштарының проблемаларын хәл итешеп йәшәй, атай-әсәйен ҡарай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Бөрйән районы «Таң» гәзитендә «Беҙҙең пландар» исемле мәҡәлә(07.04. 1983 й. № 42)
  • Бөрйән районы «Таң» гәзитендә «Биш йыллыҡ уңғандары» исемле мәҡәлә (12. 10. 1985 й. № 123)
  • Бөрйән районы «Таң» гәзитендә «Коммунист һынатмай» исемле мәҡәлә (01. 04. 1986 й. № 42)
  • Бөрйән районы «Таң» гәзитендә «Конференция делегаты» исемле мәҡәлә (. 05. 19 й. № 38)
  • Бөрйән районы «Таң» гәзитендә «Һикһәндә лә тимер атында» исемле мәҡәлә (10. 04. 2018 й. № 29)