Көньяҡ федераль университеттың Ботаника баҡсаһы
Көньяҡ федераль университеттың Ботаника баҡсаһы Дондағы Ростовтың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Темерник йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Рәсәйҙең көньяғының урманһыҙ зонаһында ҙур территориялағы беренсе ботаника баҡсаһы.
Көньяҡ федераль университеттың Ботаника баҡсаһы | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 160,5 гектарҙан ашыу га |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 1927 |
bg.sfedu.ru | |
Урынлашыуы | |
47°14′13″ с. ш. 39°39′12″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | [[Рәсәй, Дондағы Ростов ҡалаһы|Рәсәй, Дондағы Ростов ҡалаһы]] |
Тарихи район | Көньяҡ федераль университет |
Көньяҡ федераль университеттың Ботаника баҡсаһы Викимилектә |
Баҡса территорияһында Тиңһеҙ Серафим Саровский исемен йөрөткән минераль һыу сығанағы бар. Ул баҡса дирекцияһы тарафынан православие диненең изге урыны итеп күрһәтелә[1].
Тарихы
үҙгәртергәБотаника баҡсаһы 1927 йылда барлыҡҡа килгән. Уны ойоштороу тәҡдиме 1915 йылда уҡ күтәрелһә лә, төп инициаторҙары Ростов дәүләт университеты профессорҙары В. Ф. Хмелевский һәм В. Н. Вершковский була.
Хәҙер Ботаника баҡсаһы — Көньяҡ федераль университеттың дәүләт бюджетындағы фәнни-уҡытыу бүлексәһе. Ректорҙың ышаныс ҡағыҙы буйынса ул юридик шәхес вәкәләттәренә, айырым бюджет балансына һәм мисәткә эйә.
Коллекциялар
үҙгәртергәБаҡса оранжереяларында асыҡ грунтта 5000 төр ағас, ҡыуаҡлыҡ, үлән үҫә, шул иҫәптән тропик һәм субтропик үҫемлектәр оранжереяһындағы коллекцияға Африка, Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америка, Австралия флораһынан 1600 самаһы үҫемлек тупланған. Баҡсаһы үҙ эсенә түбәндәге коллекцияларҙы ала:
- Дендрологик коллекция;
- Сәскә культуралары коллекцияһы;
- Дарыу һәм эфир майлы үҫемлектәр коллекцияһы;
- Тропик һәм субтропик үҫемлектәр коллекцияһы;
- «Аҙау буйы далаһы» экспозицияһы;
- Һирәк һәм юғалып барыусы үҫемлектәр төрҙәре коллекцияһы;
- Ботаника баҡсаһы гербарийы;
- Делектус.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт 2017 йыл 22 май архивланған.
- Информация на сайте СБСР 2016 йыл 4 март архивланған.