Көньяҡ Суданда ислам
Көньяҡ Суданда ислам — аҙсылыҡ[1] дине. Төрлө баһалар буйынса уны ил халҡының 6,2[2][3][4] — 10 проценттан[5] алып 18[6] — 20 процентҡа тиклеме тота[7]. Көньяҡ Судан халҡының күпселеге, 60[8] проценттан 73 процентҡа тиклеме, христиан динен тота[3]. Көньяҡ Судан мосолмандарының күпселеге сөнниҙәр[9][10][11]. Шулай уҡ көньяҡ Судан мосолмандары араһында XIX быуат[12] аҙағында хәҙерге Көньяҡ Судан территорияһында барлыҡҡа килгән суфыйлыҡ тәриҡәте ҙур йоғонто яһай.
Көньяҡ Суданда ислам | |
Дәүләт | Көньяҡ Судан |
---|---|
Көньяҡ Суданда ислам Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәСудан территорияһына исламдың 640-сы йылдарҙа килеүенә Мысырҙың ғәрәп хакимдарының экспансияһы булышлыҡ итә[13]. Ислам донъяһы менән тығыҙ сауҙа бәйләнештәре урынлашыуға һәм мосолмандарҙың Суданға йыш баҫып инеүенә ҡарамаҫтан, ислам VII быуатта урындағы халыҡ араһында киң таралыу тапмай. 651 йылда, Нубияны яулап алырға маташҡандан һуң, Мысыр хакимы Абдаллах ибн Саад[en] Нубий батшалығы менән тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя, уның шарттарына ярашлы мосолмандарға Нубий территорияһында малдары өсөн көтөүлек эҙләп йөрөргә һәм Ҡыҙыл диңгеҙ порттарында сауҙа итергә мөмкин була. , Башлыса Судандың төньяғында һәм көнсығышында ҡатнаш никахтар һәм урындағы халыҡтың ассимиляцияһы аша исламдың һәм ғәрәп йоғонтоһоноң таралыуы дауам итә[14][15].
Алты йөҙ йылдан һуң мысырҙар нубиҙар менән килешеүҙе боҙа. Мәмлүктәр Судан территорияһына баҫып инә һәм бында мосолман хакимлығын урынлаштыра.[15] XVI быуат башында барлыҡҡа килгән Судан ислам дәүләттәре — Сеннар һәм Дарфур солтанаттары Көньяҡ Суданға буйһондорорға маташалар, әммә тәбиғи географик кәртәләр арҡаһында, улар был төбәкте үҙенә буйһондора алмай.[16] Көньяҡ суданлылар исламлаштырыуҙан һәм уның менән бәйле ассимиляциянан ҡотола[12][15].
1899 йылда хәҙерге Көньяҡ Судан территорияһы Судан составына инә, унда берлектәге инглиз-мысыр идаралығы режимы индерелә[17]. Британдар көньяҡ суданлыларҙың христиан динен ҡабул итеүенә булышлыҡ итә, ә бит уларҙың күбеһе анимизм һәм башҡа төрлө традицион ышаныуҙарҙы өҫтөн күргән була. Шул осорҙа Көньяҡ Судан территорияһында суфый мәҙһәбтәре барлыҡҡа килә, хатмия[en], ҡадирилыҡ һәм самимилыҡ уларҙың иң тәүгеләре була. Британ колониаль хакимиәте төбәктә ислам һәм ғәрәп йоғонтоһон сикләү сәйәсәтен алып бара һәм суфыйҙарҙы махдистарҙың идеологик дошманы сифатында күрә. ХХ быуаттың 20-се йылдары урталарында британдар Көньяҡ Судан территорияһына Судандың теньяғындағы хакимиәткә буйһонмаған административ идаралыҡ итеүҙе индерә, әммә 1946 йылда улар бындай бүленеште бөтөрә[18].
Судан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң, ғәрәп теле илдең бөтә территорияһында берҙән-бер рәсми тел тип таныла, ә ислам хакимлыҡ итеүсе дин статусын ала. Хартумелағы үҙәк хөкүмәттә төп позицияларҙы мосолмандар биләй, улар христиандарға федератив дәүләт төҙөүҙе вәғәҙә итеүҙәренән баш тарта. Был илдең көньяғында христиандарҙың фетнәһенә һәм 1955 йылдан алып 1972 йылға тиклем дауам иткән беренсе граждандар һуғышына килтерә[19]. Ун йыл тыныс йәшәгәндән һуң тағы ла ҡораллы низағ ҡуба. Бының сәбәбе — илде исламлаштырыу сәйәсәте, уның сиктәрендә 1983 йылда ул саҡтағы президент Джафар Нимейриның көньяҡ провинция Экваторияны өс айырым провинцияларғы бүлеүе, ә илдең енәйәт закондарына шәриғәт номаларында ҡаралған язалар биреүҙең индереүе. 2011 йылда Судандан бойоедороҡҙоҙоҡ мәсьәләһе буйынса Көньяҡ Суданда референдум үткәрелә[20][21]. Уның йомғаҡтары буйынса христиан динен тотҡандар күпселекте тәшкил иткән Көньяҡ Судан халҡының күпселеге мосолман динен тотҡан төньяҡ Судандан айырыла[22], һөҙөмтәлә көньяҡтағы мосолмандар дини әҙселеккә әйләнә. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе бойондороҡһоҙлоҡ тураһындағы референдумды хуплай[6].
Хәҙерге торошо
үҙгәртергә2010 йылда «Дин һәм ижтимағи тормош мәсьәләләре буйынса Үҙәктең» һуңғы тикшеренеүҙәре түбәндәге һөҙөмтәне күрһәтә: Көньяҡ Суданда 610 000[23] мосолман йәшәй (ил халҡының 6,2 проценты[2][24]) (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 10[5], 18[6] һәм 20 процент[7]).
Масалит, даго[25], берти[26] этник төркөмдәре ислам динен тотан, өлөшләтә төньяҡ луо[27] (ануак[28], ачоли[29]), динка[30] һәм мабандарҙа[31] таралған. Һуғыш ваҡытында мәсет емерелгән Вараб провинцияһынан тыш, Көньяҡ Судандың бөтә провинцияларында ла мәсеттәр бар. Көньяҡ Суданда Вау ҡалаһы — төп ислам үҙәге, унда ун дүрт мәсет урынлашҡан; уларҙың туғыҙында балаларҙы Ҡөрьән[32] уҡырға өйрәтәләр.
Көньяҡ Суданда мосолмандар хөкүмәт составына индерелгән, губернаторҙар постарын һәм Джуба мэры вазифаһын биләй[33]
Дини ойошмалар
үҙгәртергәКөньяҡ Судандың Ислам советы Көньяҡ Судан мосолмандарының төп ойошмаһы булып тора[7]. Ил президенты ҡарамағында ислам эштәре буйынса кәңәшсе вазифаһы бар, уны хәҙер шәйех Джума Саад Али биләй[34][35]. Абдаллах Бурд — Көньяҡ Судан дини ойошмалары Советының генераль секретары һәм Көньяҡ Суданда Ислам советының лидеры[36].
Дини азатлыҡ
үҙгәртергәИлдең күсмә конституцияһы 2013 йылда дин менән дәүләтте бүлеүҙе күҙ уңында тота, дини дискриминацияны тыя һәм дини төркөмдәргә йыйылыштар, ойоштороу, уҡытыу, милекселек азатлығы, финанс табышы алыу, дини әҙәбиәт баҫтырыу мөмкинлектәрен бирә. Христиан һәм мосолман дини лидерҙары дини донъя тыныслығы өлкәһендә берлектәге эшмәкәрлекте берләштерә. 2011 йылда Көньяҡ Судандың дини ойошмалар Советы христиандар һәм мосолмандар араһында тыныс диалог урынлаштырыу яҡлы булыуын белдерҙе[37][38].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Көньяҡ Суданда дин
- Суданда ислам
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Южный Судан. Все о Южном Судане: география, экономика, достопримечательности . www.gecont.ru. Дата обращения: 4 декабрь 2018. Архивировано 4 декабрь 2018 года.
- ↑ 2,0 2,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 4 ғинуар 2012. - ↑ 3,0 3,1 Religious Beliefs In South Sudan (инг.), WorldAtlas. 2 декабрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 2 декабрь 2018. - ↑ 5,0 5,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 21 декабрь 2019. - ↑ 6,0 6,1 6,2 South Sudan's Muslims welcome secession, The Daily Star (9 ғинуар 2011). 21 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 17 февраль 2020. - ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 2 декабрь 2018. - ↑ Мазхабы – четыре религиозно-правовые школы (рус.), islam.ru (28 август 2014). 3 декабрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Александр Ханников. Энциклопедия ислама. — Litres, 2017-09-05. — 334 с. — ISBN 9785457182714.
- ↑ Ханна Омархали, Татьяна Чумакова, Михаил Стецкевич, Марианна Шахнович, Сергей Фирсов. Религиоведение 3-е изд., пер. и доп. Учебник для академического бакалавриата. — Litres, 2018-05-01. — 382 с. — ISBN 9785041137205.
- ↑ 12,0 12,1 Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 1 декабрь 2018. - ↑ Trade and the Spread of Islam in Africa (ингл.). www.metmuseum.org. Дата обращения: 3 декабрь 2018. Архивировано 4 октябрь 2001 года.
- ↑ Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ 15,0 15,1 15,2 Южный Судан – Черная Африка, решившая отделиться от арабского мира . www.portalostranah.ru. Дата обращения: 1 декабрь 2018. Архивировано 28 июнь 2021 года.
- ↑ John Pike. Darfur Sultanate - 1596-1916 (ингл.). www.globalsecurity.org. Дата обращения: 21 май 2017. Архивировано 16 сентябрь 2018 года.
- ↑ История борьбы за независимость Южного Судана, ТАСС. 1 декабрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 2 декабрь 2018. - ↑ John Pike. Sudan Civil War (ингл.). www.globalsecurity.org. Дата обращения: 21 май 2017. Архивировано 11 февраль 2018 года.
- ↑ Референдум о независимости Южного Судана состоялся, РИА Новости. 21 май 2017 тикшерелгән.
- ↑ Nam H. Nguyen. История каждой стране по всему миру на русском языке: History of Each Country around the World in Russian. — Nam H Nguyen, 2018-02-06. — 521 с.
- ↑ Library, CNN. Sudan Fast Facts (инг.), CNN. 3 декабрь 2018 тикшерелгән.
- ↑ Global Religious Landscape Table - Number of Population- Pew Forum on Religion & Public Life (21 декабрь 2012). Дата обращения: 1 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 21 декабрь 2012 года. 2012 йыл 21 декабрь архивланған.
- ↑ countrymeters.info. Население Южного Судана 2018 | Численность населения Южного Судана . Дата обращения: 4 декабрь 2018. Архивировано 4 декабрь 2018 года.
- ↑ Андрианов Б. В. Даго // Народы и религии мира / Глав. ред. В. А. Тишков.. — М.: Большая Российская Энциклопедия, 1999. — С. 154.
- ↑ Калиновская К. П. Берта // Народы и религии мира: Энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — С. 96. — ISBN 5-85270-155-6.
- ↑ Чубарьян О.А., Ищенко В.В., Кордонский С.Г., Мироненко С.В, Молчанов Д.В., Островский М.В., Пыжиков А.В., Ткач О.П., Фурсенко А.А., Хвостова Д.О. Народы мира. Энциклопедия. — ОЛМА Медиа Групп, 2007. — С. 600.
- ↑ Лев Миронович Минц. Большая энциклопедия народов : для школьников и студентов. — ОЛМА Медиа Групп, 2007. — 644 с. — ISBN 9785373010535.
- ↑ Лев Миронович Минц. Народы мира. — ОЛМА Медиа Групп, 2007. — 648 с. — ISBN 9785373010573.
- ↑ Калиновская К. П. Динка // Народы и религии мира: Энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — ISBN 5-85270-155-6.
- ↑ Берзина С. Я. Мабан // Народы и религии мира: Энциклопедия. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — ISBN 5-85270-155-6.
- ↑ Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр
archive-url=
, должен задаваться и параметрarchive-date=
, и наоборот. Необходимо задать параметрurl=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . Дата обращения: 20 декабрь 2016. - ↑ International Religious Freedom Report for 2012 . www.state.gov. Дата обращения: 21 май 2017. Архивировано 20 декабрь 2016 года.
- ↑ Kiir names Sheikh Juma new Islamic affairs adviser . Дата обращения: 4 ғинуар 2019. Архивировано 5 ғинуар 2019 года.
- ↑ International Religious Freedom Report for 2012 . Дата обращения: 1 декабрь 2018. Архивировано 1 декабрь 2018 года.
- ↑ South Sudan’s Kiir orders return of Muslim properties - Sudan Tribune: Plural news and views on Sudan . Дата обращения: 3 декабрь 2018. Архивировано 4 декабрь 2018 года. 2018 йыл 4 декабрь архивланған.
- ↑ South Sudan Muslims demand representation in government (инг.), Radio Tamazuj. 2 декабрь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 2 декабрь архивланған.
- ↑ South Sudan profile (инг.), BBC News (6 August 2018). 1 декабрь 2018 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Научно редакционный совет: Чубарьян О.А., Ищенко В.В., Кордонский С.Г., Мироненко С.В, Молчанов Д.В., Островский М.В., Пыжиков А.В., Ткач О.П., Фурсенко А.А., Хвостова Д.О. Народы мира. Энциклопедия. — ОЛМА Медиа Групп, 2007. — 640 с.
- Судан (государство) / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969—1978. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]).
Һылтанмалар
үҙгәртергәКөньяҡ Суданда ислам Викимилектә |
- 2012 йылғы дин тотоу азатлығы тураһында халыҡ-ара доклад
- Исламдың артыуы Вауҙа йәшәү рәүешендә ғәҙәти күренеш 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- Эдмунд Брэм. Төньяҡ-Көнсығыш Африка буйлап йәки Мысыр, Судан, Нубия, Сеннару, Россерес һәм Кордофанға буйһонған илдәр буйлап сәйәхәт
- Көньяҡ Судан Ғәрәп донъяһынан айырылып сығырға ҡарар иткән Ҡара Африка