Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай

Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай тиҙ йөрөшлө автомагистрале — Санкт-Петербургты (Рәсәй) Тяньга порты (Ҡытай) менән тоташтырасаҡ юл — Финляндияның көнбайыш сигенән Ҡытайға тиклем һуҙыла. Европа һәм Азия араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртыуҙы һәм Ҡытайҙан тауар импортын еңеләйтеүҙе ниәт итә. Төҙөлөш эштәре 2008 йылда башланды. 2020 йылда тамамланыр тип фаразлана[1].

Автомобиль юлы
Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай

Автомагистралдең Ҡаҙағстан өлөшөндә
Статусы

Халыҡ-ара

Оҙонлоғо

~8445 км

Башы

Санкт-Петербург

Аҙағы

Ляньюньган

Юл ҡаплауы

Асфальт, Бетон

 Автодорога Викимилектә

Яңы автобан Санкт-Петербургтан башланып, тиҙ йөрөшлө автомагистраль буйынса Мәскәүгә етергә, унан Мәскәү-Ҡазан федераль юлы буйынса уҙырға тейеш. 2030 йылға тиклем Санкт-Петербург — Вологда — Ҡазан трассаһын төҙөп, Мәскәү аша үткән йүнәлеште еңеләйтеү ҡаралған. Яҡын арала ул юлдар функцияһын М7 юлы үтәйәсәк.

Башҡортостан Республикаһының көнбайышында трасса Бәләбәй, Стәрлетамаҡ йәнәшәһенән бара. Ҡаҙағстанда трасса Аҡтүбә, Ҡыҙыл Урҙа, Шымкент, Тараз, Ҡорҙай, Алматы янынан уҙа. Ҡытайҙың Хоргос, Урумчи, Ухань ҡалалары аша үтеп, магистраль Ляньюньган ҡалаһында Һары диңгеҙгә етә.

Трасса ҡылыҡһырламаһы

үҙгәртергә
  • Юлдың барлыҡ оҙонлоғо — 8445 км
  • Төрө — автомагистраль, автобан, юл тиҙ йөрөшлө
  • Юл полосалары һаны — 4 йәки 6
  • Хәрәкәт тиҙлеге — 100—150 км/сәғ.
  • Климат шарттары — континенталь, киҫкен континенталь

Юлының күпселек өлөшөндә автомобилдәрҙә саф һауала йөрөү түләүле буласаҡ.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Мәҡәләләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә