Византия архитектураһы

Бөйөк Константиндың Рим императорҙарының резиденцияһын Византияға күсереүе Бөтөн донъя тарихында, шул иҫәптән, сәнғәт тарихында ҙур роль уйнай. Уның һөҙөмтәһендә Рим империяһы ике өлөшкә бүленә һәм Көнсығыштан Көнбайыш айырыла. Боронғо Рим варварҙың Италияны баҫып алыуы йоғонтоһонда һәм антик тормош юҡҡа сығыуы һөҙөмтәһендә үҙенең бөйөклөгөн юғалта, яңы баш ҡала иһә ҙурыраҡ мәғәнә ала бара һәм бер аҙҙан тотош Көнсығышҡа, хатта көнбайыш илдәргә таралған цивилизацияға әүерелә.

Византия архитектураһы ҡомартҡыһы — София соборы интерьеры
Изге София ҡорамындағы галереяны тотоп тороусы колонналар
Трапезундтағы Изге София ҡорамы
Изге Ирина сиркәүе, Константинополь
Студеница монастыре, Сербия

Византия беренсе көндәренән үк матурлыҡ һәм байлыҡ йәһәтенән Римде уҙып китергә тырышып, төрлө ҡоролмалар, сәнғәт әҫәрҙәре менән биҙәлә башлай. Бының өсөн ҡалаға төрлө яҡтарҙан иң оҫта рәссамдар ағыла. Бында тыуған сәнғәт һуңынан дини, сәйәси һәм көнкүреш шарттары арҡаһында үҙенсәлекле төҫ ала, грек-рим элементтары көнсығыш стиле менән бутала. VI быуаттың беренсе яртыһында иң үҫешкән осорон кисереп, Юстиниан ваҡытында Византия сәнғәте XIII быуат башына тиклем ошо кимәлен һаҡлай ала, тик Константинополде латиндар баҫып алғас ҡына туҡтап ҡала. Ошо ҙур осор эсендә баш ҡалала ла, шулай уҡ Көнсығыш империяһында ла күп һанды һәйкәлдәр барлыҡҡа килә, улар Әрмәнстан, Рәсәй, Италия һәм йыраҡтағы Франция сәнғәте үҫешенә йоғонто яһай; ғәрәп, төрөк сәнғәтендә лә Византия мотивтары һиҙелә. Византия Урта быуаттарҙың ҡараңғы дәүерендә антик риүәйәттәрҙе һәм айырылып торған техник алымдарҙы һаҡлап ҡала, улар Яңырыу дәүере сәнғәтен өйрәнеүҙә беренсе аҙымдар эшләргә ярҙам итә.

Византия төҙөлөш сәнғәтенең характерлы үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Антик архитектура формаларын алып, византия архитектураһы әкренләп уларҙы үҙгәртә һәм башлыса ҡорамдар төҙөүҙә ҡулланылған форма буйынса V быуатта боронғо христиан базиликалары тибынан айырылып торған биналар төҙөйҙәр. Уның төп үҙенсәлеге — көмбәҙҙе бинаның урта өлөшөн ҡаплау өсөн ҡулланыу (үҙәк-көмбәҙ системаһы). Көмбәҙ мәжүси Римдә, шулай уҡ Көнсығышта ла (Мәҫәлән, Сүриәлә) билдәле булған, әммә күберәк түңәрәк нигеҙгә урынлаштырылған; әгәр ҙә нигеҙ квадрат йәки күп ҡырлы булһа, уның һәм көмбәҙ араһында органик бәйләнеш булмаған. Византия халҡы беренселәрҙән булып был мәсьәләне хәл итә, ҡулланылған ҡоролма елкәндәр тип атала.

Әгәр ҙә А параллелепипедын B сфера сегменты формаһындағы көмбәҙ менән ҡаплаһаң, көмбәҙ вертикаль диуарҙың дүрт нөктәһе менән генә тейә һәм ҡоролманың эсендә уйпат мөйөштәр барлыҡҡа килә һәм ҡоролмаға еңеллек һәм бөтөнлөк бирә.

 
Елкәнле көмбәҙ

Византия төҙөлөш архитекторҙары параллелепидтың мөйөштәрен шундай итеп киҫергә хәл итә, һөҙөмтәлә диуарҙың өҫкө өлөшө дуға формаһын ала; көмбәҙ ошо дүрт дуғаның өҫтөндә ултыра һәм ҡоролманың аҫҡы өлөшө менән сфера рәүешендәге елкәндәргә оҡшаған өсмөйөштәр менән тоташа (архитектура элементының атамаһы ошонан килеп сыҡҡан). Көмбәҙгә тағы ла еңеллек биреү маҡсатынан тура диуарҙар урынына өҫкә, көмбәҙгә ҡарай ярым сфера булып тамамланған ярым түңәрәк ниша төҙөлә башлай.

 
Изге Ирина сиркәүе. Константинополь. 

Бындай төҙөлөш системаһы дөйөм планда биш квадратты тәрегә берләштереүсе (мәҫәлән, грек ҡорамдары тип йөрөтөлгәндәре) ҡорамдарға хас була: урта квадрат өҫтөндә көмбәҙ, ситтәге квадраттарҙа был урта киңлеккә асылған нишалар. Көнсығыш яғында ярымтүңәрәк алтарь өсөн апсида, ә көнбайыш яғында — притвор (нартекс).

Тәүге ваҡытта византия көмбәҙе ярайһы яҫы формала була, һуңынан — бер аҙ юғарыраҡ күтәрелә, тик арка һәм елкәндәрҙә «баҫып» тора; һөҙөмтәлә улар һәм көмбәҙ араһында цилиндрик барабан (тамбур) барлыҡҡа килә, шулай итеп бина сфера сегменты менән түгел, ә күтәрелеберәк торған башы менән тамамлана. Йыш ҡына бинаның тағы ла ике, дүрт, хатта күберәк көмбәҙе йәки башы була.

Византия ҡорамдары эсендә урта көмбәҙ киңлеге тирәләй хорҙарға оҡшаған гелерея килә, был ҡорамдың түренә ҡағылмай. Был галерея ҡатын-кыҙҙарға тәғәйенләнгән һәм гинекей тип атала. Галереяны аҫтан колонналар тотоп тора, уларҙың антаблементы горизонталь түгел, ә колоннанан колоннаға һалынған ярымциркуль аркаларҙан тора. Византия архитектураһындағы колонналарҙың капителдәре күпселек осраҡта абакаһыҙ һәм дүрт мөйөшлө пирамиданы ҡырҡыуҙан барлыҡҡа килгән үҙенсәлекле форманан тора. Форманың бәләкәйерәк нигеҙе аҫҡа ҡарап тора һәм фантазиялы үҫемлектәр орнаменты менән биҙәлгән; йыш ҡына был орнамент пирамиданың сите буйлап биҙәкле бордюр булып үтә. Аркалар колоннаға туранан-тура тоташмай, улар араһына бәйләүсе элемент — мендәрҙәр — пульван һалына.

Ғөмүмән, бинаның эсе артыҡ байлыҡ һәм ҡатмарлы архитектура менән айырып тормай, ә бына уның диуарҙары аҫтан мәрмәрҙең ҡиммәтле сорттары менән ҡаплана, өҫкө өлөшө алтын ялатылған биҙәктәр, алтын фонындағы мозаика йәки фреска һүрәттәр менән биҙәлә.

Эстән бина ике ҡатлы оҙонса тәҙрәләрҙән тора. Тәҙрәләрҙең өҫтө шулай уҡ ярым түңәрәк. Был тәҙрәләр ҡайһы берҙә икешәр, өсәр булып төркөмләшә, һәр төркөм икенсеһенән ҙур булмаған колонна менән айырыла, ә төркөм үҙе яһалма арка менән биҙәлә. Диуарҙағы тәҙрәләрҙән тыш, яҡтылыҡ төшһөн өсөн көмбәҙҙә лә тәҙрә була.

Византия мәҙәниәте эволюцияһы

үҙгәртергә

Алда телгә алынған системалар һәм формаларҙы Византия архитектураһы әкренләп ҡабул итә. Византия архитектураһы стиленең тәүге өлгөләрен Равенна ҡорамдарының ҡайһы берҙәрендә, атап әйткәндә, яҡынса 430 йылда дөрөҫ һигеҙ мөйөшлө формалағы собор суҡындырыу бинаһында; унан һуң — Галла Плацидий мавзолейында (хәҙерге Назарий һәм Кельсий сиркәүе) күрәбеҙ. Беренсе миҫалда тәре формаһындағы планлы һәм урта киңлегендәге көмбәҙле ҡорамда (яҡынса 450 йылғы төҙөлөш) һәм Изге Виталий сиркәүендә (528—547 йылдар) һигеҙ мөйөшлө план бик уңышлы хәл ителгән. Шул уҡ мәлдә был архитектура һәйкәлдәре әлегә үҙәк-көмбәҙ системаһының иң камил өлгөһө түгел әле.

Византия архитектураһының беренсе һыҙаттары Константинополдең Изгеләр Сергий һәм Вакха сиркәүендә (527—565) күренә, унда алда һөйләнелгән биналарҙың Византия архитектураһының иң камил бинаһы Изге София соборына күсеүе күҙәтелә. Был соборҙы 532—537 йылдарҙа Юстиниан, дәүләт саҡ тәхетен юғалтмай ҡалған баш күтәреүҙе баҫтырыу хөрмәтенә, төҙөтә.

Изге София соборының төп төҙөүселәре Тралдан Анфимий һәм Милеттан Исидор була. Изге Софияны изге дәрәжәһенә күтәреү тантанаһына 20 йыл үткәс ер тетрәү һөҙөмтәһендә бина, бигерәк тә көмбәҙ зыян күрә. Бинаны контрфорстар менән терәтәләр һәм ул үҙенең тәүге йөҙөн юғалта, көмбәҙҙе яңынан һалалар. Был рәүештә Изге София Константинополде төрөктәр баҫып алғанға тиклем тора (1453 й), улар уны мәсеткә әйләндерә. Диуарындағы мозаиканы штукатурка менән ҡаплайҙар, христиан культы элементтары ла юҡҡа сыға. 1935 йылда фреска һәм мозаикалар штукатурка ҡатламынан таҙартыла. Шулай итеп, хәҙерге мәлдә ҡорамдың диуарҙарында Ғайса бәйғәмбәрҙең һәм Ғайса бәйғәмбәрҙең әсәһенең һүрәттәрен, Ҡөрьәндән цитаталар һаҡланған.

Изге Ирина сиркәүе үҙенең планы һәм эске төҙөлөшө менән ныҡ Изге Софияны хәтерләтә. Әммә уның көмбәҙе ялпаҡ түгел; төп көмбәҙҙән башҡа, тағы ла бер көмбәҙ бар, ул аш бүлмәһе өлөшөндә ята һәм Византия сәнғәтендә һирәк осраған эллипс формаһында.

 
Изге Ирина сиркәүе

Μοντής Κόρας сиркәүендә өс көмбәҙ улар барабанда ята. Богородица сиркәүе (Феотокос) — Константинополдә иҫ матур сиркәү, IX быуат аҙағына ҡарай. Ул колонналарҙағы аркадаларҙан торған фасады, ире ҡатлы тәҙрәләре менән айырылып тора.

Византия империяһындағы сиркәүҙәр араһында Кафоликон (Афинала) иғтибарға лайыҡ. VIII йәки IX быуатта төҙөлгән һәм тәре формаһында булған был ҡоролманың бер генә көмбәҙе бар. Был кескенә ҡорам византия стиленең үҙгәргән формаһы булап тора, башлыса көньяҡ-грек һәм пелопоннес сиркәүҙәрендә осрай, уның үҙенсәлеге булып фронтонлы йәки мезонинлы фасадтар тора. Кафоликонға оҡшаш ҡорамдарҙан Изге Никодим сиркәүен, шулай уҡ Афиналағы 13 көмбәҙле Изге Феодор сиркәүен атарға була.

XIII быуат етеү менән Византия архитектураһы осоро тамамлана, Көнсығыш империяһы үҙенең аҙаҡҡы көндәрен кисергәндә сәнғәттең был стиле артабан үҫешмәй генә, үҙенең элекке формаларын ҡабатлай.

Византияның мәҙәни әһәмиәте

үҙгәртергә
 
Ставроникита монастыренән Кафоликон көмбәҙнә һәм Ивер монастыренә күренеш

Урта быуаттар дауамында Византияның сәйәси һәм мәҙәни йоғонтоһо ҙур була, Византия архитектураһы донъяның иң алыҫ мөйөштәренә лә тарала. Шулай итеп, Италияла, алда телгә алынған сиркәүҙәрҙән башҡа, Сицилияның ҡайһы бер ҡорамдары уның эҙен һаҡлай (Монреале соборы, Палатина капеллаһы һәм Марторана, Мессина соборы), Изге Марк соборы (Венецияла, 1085 йылда изгеләштерелә), Торчелло уртауы һәм Адриатика ярындағы сиркәүҙәр.

Германияла Бөйөк Карл Рейн ярҙарында төҙөткән Ахен соборы эргәһендәге император капеллаһы (796—804) һаҡланып ҡалған. Францияла, Лимож һәм башҡа урындарҙа бер нисәҡорам бар, мәҫәлән, Перигелағы Изге Фронт сиркәүе. Шулай ҙа был сәнғәт Әрмәнстан, Грузия, Сербия, Рәсәйҙә күберәк таралған, уны был илдәр дин йолалары менән бергә үҙләштерә.

Византия архитектураһының Рәсәйҙә ҡабатланыуы

үҙгәртергә
 
Диңгеҙ соборы, Кронштадт

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Рәсәйҙә ҡорамдар төҙөүҙә «псевдовизантия стиле» киң тарала, ул боронғо Византияның төҙөлөшөн ҡабатлай. Күп ғибәҙәтханалар София соборына оҡшатып эшләнә. Быныҫ асыҡ миҫалы — Кронштадтағы Николай Диңгеҙ соборы (1902—1914, арх. В. А. Косяков, Д. Т. Пруссак). Бындай ҡорамдарҙың көмбәҙе, ҡағиҙә булараҡ, тәбәнәк һәм киң бейек булмаған барабандарҙа урынлашҡан. Үҙәк көмбәҙ башҡаларына ҡарғанда бейегерәк. Бәләкәй көмбәҙҙәрҙең барабандары бинанан яртылаш ҡына, апсида, йә ҡыйыҡҡа яртылаш батҡан барабандар формаһында ғына күренеп тора. Византия архитектураһында бындай формалар конхалар тип йөрөтөлә. Псевдовизантия стилендә әүҙем эшләүсе, билдәле архитектор — В. А. Косяков.

Ҡара шулай уҡ

үҙгәртергә
  • Кишкинова Е . М. Рәсәй архитектураһында «Византия Яңырыуы». XIX быуат уртаһы — XX быуат башы. — СПб.: Искусство—СПБ, 2007. — 256 бб. — ISBN 978-5-210-01611-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә