Кәүжиәк[2][3] (татар. Кәүжияк, рус. Кавзияк) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Кәүжиәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Кавзияковское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Кавзияковское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423360
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Кәүжиәк йылғаһы буйында, Сарман ауылынан көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1744 йылдан билдәле[2]. Ауыл Байлар улусының Салағош түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда 3 мәсет, 2 мәҙрәсә, тимерлек, хужалыҡ магазины, 4 бакалея кибете теркәлгән[5].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 32 башҡорт, 78 яһаҡлы татар һәм 111 типтәр; 1870 йылда — 425 типтәр, 275 татар һәм 194 башҡорт; 1912 йылда — 528 аҫаба башҡорт, 404 дәүләт крәҫтиәне (татарҙар) һәм 733 типтәр иҫәпләнгән[5][6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][2])
17951816187018971906192019261938194919581970197919892002
221175894121212371232122712111021901916718590551

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Кәүжиәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 397. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 168-174. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  6. История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 130-131. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.