Кәшән (Иран)
Кәшән (фарс. کاشان; рус. Кашан) — Ирандағы, Исфаһан останындағы ҡала. Шул уҡ исемдәге шәһрестандың үҙәге. Халҡы 201,4 мең кеше (1997). Тәһран — Бам линияһында тимер юл станцияһы.
Кәшән | |
фарс. کاشان | |
![]() | |
Рәсми атамаһы | کاشان |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәге | Кашан[d] |
Административ-территориаль берәмек | Центральный бахш[d] |
Халыҡ һаны | 304 487 кеше (2016)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 942 метр[2] |
Туғандаш ҡала | Умео[d] |
Майҙаны | 21 км² |
Рәсми сайт | kashan.ir |
Тема иҡтисады | economy of Kashan[d] |
Урындағы телефон коды | 0361 |
![]() |
ТасуирламаһыҮҙгәртергә
Ҙур художество кәсептәре үҙәге, туризм үҫешкән. Университет һәм медицина институты бар. Көршәк етештереү буйынса эре үҙәк булып һаналған. Кәшәндә фарфор менән оҡшаш яңы материал — фритт массаһы эшләнә[3].
ТарихыҮҙгәртергә
Күп һанлы архитектура ҡомартҡылары: Мейдан мәсете (1224 йылғы, 1463-тә үҙгәртеп ҡоролған), Зәйнетдин манараһы (1073), имамзадә Хәбиб ибн Муса мазары (1269), Ғәббәс I шаһ кәшәнәһе(1629), шулай уҡ XIX быуат аристократияһының бер нисә һарайы (хәҙер музейҙар).
Ҡала ситендә Сиалк археологик зонаһы урынлашҡан, унда (емереклектәр рәүешендә) боронғо зиккурат һәм бик күп артефакттар һаҡланған (айырым ҡатламдарҙы йәше — беҙҙең эраға тиклем 6000 йылға тиклем).
Яҡынса 1470 һәм 1474 йылдарҙа ҡалаға Афанасий Никитин килә, һәм үҙенең «Өс диңгеҙ аръяғына барыу» тигән юлъяҙмаларында телгә ала[4].
Кәшән климатыҮҙгәртергә
Кәшән климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Уртаса температура, °C | 3 | 6 | 13 | 19 | 24 | 30 | 34 | 31 | 27 | 20 | 12 | 6 | 18 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 18 | 17 | 20 | 16 | 7 | 1 | 0 | 0 | 1 | 4 | 13 | 18 | 116 |
Сығанаҡ: Weatherbase |
Туғанлашҡан ҡалаларыҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Кашан // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947.