Кәримов Вил Сәғит улы

Кәримов Вил Сәғит улы (21 март 1935 йыл31 октябрь 2017 йыл) — режиссёр, дәүләт эшмәкәре. 19691976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).

Вил Кәримов
Кәримов Вил Сәғит улы
Тыуған:

21 март 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Учалы районы, Кәрим (Учалы районы) ауылы

Үлгән:

31 октябрь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (82 йәш)

Үлгән урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Михайловка (Өфө районы) ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Һөнәре:

режиссёр, дәүләт эшмәкәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Вил Сәғит улы Кәримов 1935 йылдың 21 мартында БАССР-ҙың Учалы районы Кәрим-Төпәй ауылында (хәҙер Кәрим) тыуған.

1959 йылда А. В. Луначарский исмендәге дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС-ты) тамамлаған.

1969 йылда Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбен тамамлаған. 1959 йылдан — Башҡорт драма театры актеры, ә 1962—1964 йылдарҙа режиссер булып эшләй. 1964—1967 йылдарҙа — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы була.

1976—1983 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының баш режисеры.

1969—1976 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.

1983 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан профсоюздарының өлкә советы инструкторы.

1990—1992 йылдарҙа — республика Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы, 1992 йылдан алып «Башкортостан» киностудияһы директоры, 1993—2000 йылдарҙа — режиссеры була.

Башҡорт АССР-ы Юғары советының 8-9 саҡырылыш депутаты[1].

Вил Кәримов — ижади династия вәкиле: диктор Рәсимә Кәримованың ағаһы, Башҡорт драма театры һәм Йәштәр театры актрисаһы Роза Кәримованың тормош иптәше, режиссер һәм алып барыусы Булат Кәримовтың атаһы.

ФильмографияһыҮҙгәртергә

«Сәскә ат, Башҡортостан!» документаль фильмы (1969), «Һауынсы портреты» (1977), «Йомарт ер» (1979), «Тамырҙар» (1992), «Ғәскәров», «Төньяҡ амурҙары», «Ҡурай» һәм башҡа фильмдар, 20-нән ашыу тематик концерт тамашаһы, шул иҫәптән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты (Мәскәү, 1985) сценарийҙары авторы һәм режиссеры[2].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә