Кәкрекүл торамаһы
Кәкрекүл торамаһы -(рус. Какрыкульское поселение) — Башҡортостан Республикаһының Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Мошто ауылы эргәһендә урынлашҡан йыраҡ түгел урынлашҡан б.э.т. IV мең йыллыҡ —I мең йыллыҡ башына ҡараған археологик ҡомартҡыһы. Атамаһы Иҫке Мошто ауылының Кәкрекүл күле исеменән алынған[1][2].
Кәкрекүл торамаһы | |
Дәүләт | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Краснокама районы |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәУрынлашыуы
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Мошто ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ауылдан район үҙәгенә тиклем (Николо-Берёзовка) — 55 км. Яҡындағы тимер юл станцияһы (Нефтекама) — 45 км
Табылдыҡтар
үҙгәртергәКәкрекүл торамаһы күп ҡатлы тораманан ғибәрәт. Аҫҡы ҡатламдарҙа неолит—энеолит дәүеренә ҡараған таш әйберҙәр, яға кеүек ауыҙлы, тешле мөһөр һуғып биҙәлгән осло төплө һауыттар һәм хайуан һөйәктәре табылған. Таш әйберҙәргә уҡ башаҡтары, бысаҡ, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, тишкестәр, ҡырғыстар, йышҡылар инә.
Тура мөйөшлө бағана конструкциялы, 18×11 м дәүмәлле көллө яртылаш ер өй, диаметры 7 м тәшкил иткән нигеҙ соҡорҙары асыҡланған.
Өҫкө ҡатламдарҙа бер нисә мәҙәниәткә ҡараған артефакттар табылған:
Ананьин мәҙәниәтенә ҡараған ҡараған тышҡа ҡарай бөгөлгән ауыҙлы, ваҡ ҡына соҡорло биҙәк баҫылған һәм бау эҙе менән биҙәлгән түңәрәк төплө балсыҡ һауыттар;
Гарин мәҙәниәтенә ҡараған тешле мөһөр, һырҙар баҫылған осло төплө һауыттар;
Ҡормантау мәҙәниәтенә ҡараған киң муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, һырҙар, шаҡмаҡтар менән биҙәлгән, ваҡ ҡына соҡорло биҙәк баҫылған түңәрәк төплө һауыттар табылған.
Ҡомартҡы Көньяҡ Урал буйына таш быуат — тимер быуат дәүерендә халыҡтарҙың күсенеп ултырыу барышын сағылдыра.
Кәкрекүл торамаһы материалдары Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты фондтарында һаҡлана.
Асыш тарихы
үҙгәртергәКәкрекүл торамаһы 1956 йылда археолог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, 1955—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институты Башҡортостанда ойошторған археологик экспедицияһының отряд етәксеһе А. П. Шокуров тарафынан асыла..
1964 йылда археолог, тарих фәндәре кандидаты А. Х. Пшеничнюк, 1968—69 йылдарҙа Һамар археологы, тарих фәндәре кандидаты Игорь Борисович Васильев[3] тикшернеү үткәрә.
1982 һәм 2002 йылдарҙа тарих фәндәре кандидаты Г. Н. Гарустович , 1988 йылда археолог, тарих фәндәре докторы, профессор Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы өйрәнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Г. Н. Гарустович Кәкрекүл торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- ↑ Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Вопросы археологии Поволжья. Выпуск 5. Самара: Изд-во СамНЦ РАН, 2015, 410 с., илл.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Г. Н. Гарустович Кәкрекүл торамаһы//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
- Археологические памятники эпохи камня на территории Башкортостана
- В. Г. Котов Неолит//Башҡорт энциклопедияһы(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Обыдённов М. Ф., Обыдённова Г. Т. Памятники бронзового века Южного Урала. Уфа, 1996.
- Л. А. Голубева. Археологические памятники// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 2-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Л. А. Монгайт. Археологическая культура// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Музей археологии и этнографии. Каталог. Уфа, 2007.
- Археология и этнография Башкирии. В 5 т. Уфа, 1962—1973.
- Археологическая карта Башкирии. М., 1976.
- Археологические памятники Башкортостана //История культуры Башкортостана: Комплект научных и учебных материалов. Вып. 6. Уфа, 1996.