Кәбиров Марат Рәфил улы

Кәбиров Марат Рәфил улы (23 август 1970 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир һәм сценарист.

Кәбиров Марат Рәфил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 август 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Сураҡай, Аҡтаныш районы, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө шағир, сценарий яҙыусы, юморист, яҙыусы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Әүҙемлек урыны Үрге Йәркәй
Рәсми сайт maratkabirov.com

Биографияһы үҙгәртергә

Марат Рәфил улы Кәбиров 1970 йылдың 23 авгусында Татар АССР-ының Аҡтаныш районы Сураҡай ауылында тыуған .

Шағирҙың әсәһе Солтанова Әнузә Әмирйән ҡыҙы, ире үлгәндән һуң Башҡортостандың Илеш районындағы үҙенең тыуған ауылына ҡайта һәм бөтә ғүмере буйына колхозда эшләй.

Һеңрән ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Марат Үрге Йәркәй профессиональ техник училищеһына уҡырға инә. Төркөм старостаһы була. Спорт ярыштарында ҡатнаша.

Бер йыл колхозда эшләй һәм 1989 йылда Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң, ғаилә хәле буйынса, уҡыуын ҡалдыра һәм «Башҡортостан пионеры» балалар гәзитендә эшләй башлай. Бер йылдан яңы ғына асылған «Өмөт» татар гәзитенә күсә, унда 2000 йылға тиклем эшләй. Махсус хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең «ҡыҙыу нөктәләрендә» оҙайлы ижади командировкаларҙа була.

1993—1999 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология факультетында ситтән тороп уҡый.

1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.

2000—2012 йылдарҙа Хәниә Фәрхиҙең «Байрам» ансамблендә һәм Ризуан Хәкимовтың «Нәфисә» ансамблендә эшләй.

2009 йылда Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Әҫәрҙәре 1985 йылдан алып Башҡортостан һәм Татарстан баҫмаларында донъя күрә. Шағир, прозаик, юморист һәм сценарист булараҡ билдәлелек ала. Бер нисә шиғыр йыйынтығы сығара. Хәниә Фәрхи, Гүзәл Уразова, Ризуан Хәкимов, Айҙар Ғәлимов кеүек күп кенә хәҙерге заман эстрада йырсыларының концерттары Марат Кәбиров сценарийына нигеҙләнгән. Ул үҙе шулай уҡ күп кенә йыр текстары авторы. Бынан тыш ике йөҙ самаһы хикәйә, бер нисә тиҫтә повесть һәм романдар яҙған.

2000-се йылдарҙа Интернетта үҙенең рәсми сайтын аса һәм pdf, exe, chm, fb2, mobi, epub форматтарында татар телендә цифрлы китап эшләй башлай. Уның етәкселегендә татар цифрлы китаптар интернет-нәшриәте һәм WebKitap сауҙа майҙансығы булдырыла, унда һәр яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрен ҡуя ала.

Тәнҡит үҙгәртергә

Әҙәби тәнҡитселәр башлыса Марат Кәбировҡа ҡарата миһырбанлылар. Яҙыусылар Роберт Миңнуллин, Айҙар Хәлим, Ркаиль Зәйҙулла, әҙәбиәт белгестәре Дания Заһиҙуллина, Суфиян Сафуанов, Лилиә Заһиҙуллина уның ижадына ыңғай баһа бирә.

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер әҙәби тәнҡитселәр уны татар әҙәбиәте традицияларын боҙоуҙа, эпизодтарҙа артыҡ көсөргәнешлелектә һәм характерҙар ҡатылығында, мистика менән мауығыуҙа, интим күренештәрҙе һүрәтләүҙә кәрәкмәгән асыҡлыҡта ғәйепләйҙәр.

"Хөрмәтле мәйет әфәнде" («Бродит призрак» - В. Чарковский тәржемәһе), "Һары йорттар сере" ("Тайна желтых домов»), "Аҡбабайҙың тыуған көнө" ("Аҡбабай") повестары, "Берҙән бер һәм ҡабатланмаҫ" ("Һинең фәрештәң исеме", Р Заһретдинова тәржмәһе), "Йылмайыу" ("Улыбка", Лена Заһретдинова тәржемәһе), Китап ("Китап") романдары иң яҡшы әҫәрҙәре тип иҫәпләнә. 

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • Онотма таңдарыңды: шиғырҙар / М. Кәбиров — Өфө: Башкнигоиздат, 1991.
  • Серләшәйек әле бер: шиғырҙар, поэмалар /М. Кәбиров — Өфө: "Өмөт" нәшриәте, 1994.
  • Күңелле табын /тосттар, ҡотлауҙар / М. Кәбиров — Өфө, Ҡыҙыл таң, 1999-2004.
  • Иң күңелле китап: юмористик хикәйәләр /М. Кәбиров — Ҡаҙан, 2003.
  • Өҙәңгегә баҫҡан саҡ: шиғырҙар / М. Кәбиров — Өфө: Китап, 2002.
  • Йыр дәфтәре: Йырҙар / М. Кәбиров — Ҡаҙан: ВебКитап,2012.
  • Яралы моң:шиғырҙар / М. Кәбиров — Ҡаҙан: ВебКитап,2013.
  • Мөхәббәт ямғыры: повестәр / М. Кәбиров — Ҡаҙан: Татар китап нәшриәте, 2006.
  • Һағындым. Ҡайт инде...:повестәр / М. Кәбиров. — Ҡаҙан: Татар китап нәшриәте, 2008.
  • Берҙән бер һәм ҡабатланмаҫ: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан: Татар китап нәшриәте, 2013.
  • Убырҙар уянған саҡ: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан: ВебКитап, 2008.
  • Китап: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан: ВебКитап, 2006.
  • Йылмайыу: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан: ВебКитап, 2009.
  • Мөхәббәттән йырҙар ҡала: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Хөрмәтле мәйет әфәнде: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Һары йорттар сере: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Ул: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Аҡбабайҙың тыуған көнө: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Сикһеҙ табут: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Параллель донъя: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Дүртенсе үлсәм: хикәйәләр / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Йәндең яланғас сағы: эссе / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Мөхәббәт ямғыры: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Йылмайыу: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Китап: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Шәүлә йөрөй: повесть / М. Кәбиров — Ҡаҙан
  • Һинең фәрештәң исеме: роман / М. Кәбиров — Ҡаҙан

Уның тураһында мәҡәләләр үҙгәртергә

  • Хәйерле юл! / Әнғәм Атнабаев. // Ҡыҙыл таң — 1987 — 17 май
  • Марат шишмәһе / М. Вафин. // Толпар — 1995
  • Өҙәңгеләр өҙөлмәҫ / Р. Миңнуллин //  Мәҙәни йома-2002
  • Әҙәбиәт — йөрәк эше / Д. Булатова. // Толпар — 2002 — № 1. — 8-9 б.
  • Тыуған яҡтың шиғри хазинаһы // Толпар — 2002 — № 4. — 47 б.
  • Үҙенә генә хас моңо бар //Маяк — 2002 — 7 сентябрь — С. 4.
  • Тере тамырҙарҙың мул шытымы / С. Сафуанов //Толпар — 2003.
  • Шағир прозаһы / Д. Заһиҙуллина // Майҙан -
  • Нөктә ҡуя белеү — ҙур оҫталыҡ / С. Сафуанов //Толпар -
  • Мин популяр кеше  түгел / Әлфиә Зәкирова // Өмөт -
  • Иң мөһиме — яҙыусы битараф булмаһын / Л. Әбүзәрова. // Ҡыҙыл таң — 2006 — 3 декабрь — б. 5.
  • Һеҙ ҡайҙа барғанды беләһегеҙме? /А. Хәлим// Ҡаҙан уттары -
  • Татарға һатма матбуғат / Р. Фәтхрахманов// Ҡаҙан уттары
  • Уны яраталар, уның китаптарын уҡыйҙар // Маяк — 2008 — 29 март — 4 б.
  • Мөхәббәтте мөхәббәт кенә уята ала/ Алһыу Хәсәнова // Ватаным Татарстан — 2008.
  • Мөхәббәтһеҙ йәшәп ҡарағаным юҡ / Айзирәк Гәрәева //Пар алма — 2008.
  • Марат Кәбиров // Ҡаҙан уттары — 2009 — № 4. — б. 184.
  • Табыныр ер эҙләп килмәнем! / Эльмира Йәлилова // Ирек майҙаны — 2009.
  • Сәйәсәт менән минең әҫәрҙәрем шөғөлләнә / Әбүҙәрова Ландыш // Иҙел — № 3, 2011.
  • Әҙәбиәтте күтәреүсе лә, төшөрөүсе лә — нәшриәт /А. Гәрәева // Интертат — 2012.
  • Насар йәшәмәҫ инем/ Г. Хисаметдинова // Ватаным Татарстан — 2012. — № 71-72.
  • Мин хөкүмәт яҙыусыһы түгел / Илфак Шиһапов // Шәһри Ҡаҙан — 2014.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә