Сураҡай (Татарстан)

Сураҡай (Чураҡай) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Сураҡай ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Сураҡай
татар. Чуракай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Сураҡай

Координаталар

55°25′ с. ш. 53°52′ в. д.HGЯO

Халҡы

452 кеше (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423746 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 930 01 

Код ОКТМО

92 605 493 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сураҡай (Рәсәй)
Сураҡай
Сураҡай
Сураҡай (Татарстан) (Татарстан)
Сураҡай

География

үҙгәртергә

Ауыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Сураҡай (Ҡалмиә, Ҡалмиәтамаҡ) — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. 1711 йылдан билдәле[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Бүләр түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй улусы составына керә.

XX быуат башында 2 мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне, икмәк магазины теркәлгән, шәмбе һайын баҙар уҙғарылан[2][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 98 башҡорт; 1816 йылда — 82 башҡорт; 1848 йылда — 236 башҡорт; 1859 йылда — 386 башҡорт; 1870 йылда — 423 башҡорт; 1902 йылда — 855 аҫаба башҡорт; 1912 йылда — 1093 аҫаба башҡорт һәм 902 керҙәш башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
185918701884189719061920192619381949195819701979198920022010
3864237017139119401032852602574995[3]995<ref name="БМ"/ >564502452

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 474—476. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. Йылан ауылы кешеләре менән бергә