Күсем Түләкәев

(Күсем батыр битенән йүнәлтелде)

Күсем Түләкәев (?—?) — 1710—1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе. Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шәғәле Шаҡман вариҫы, Аҡай Күсемовтың атаһы. Нуғай даруғаһы Тамъян олоҫо башҡорто. Батыр.

Күсем Түләкәев
Тыуған ваҡыты

XVII быуат аҙағында

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Тамъян олоҫо

Үлгән ваҡыты

XVIII быуат башындағы, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хәрби алыш/һуғыш

Башҡорт ихтилалы (1704—1711)

Биографияһы

үҙгәртергә

Күсем Түләкәев керҙәшлек хоҡуғында Ҡазан даруғаһы Йәнәй улусы башҡорттары ерҙәрен файҙалана. 1707 йылда Алдар батыр менән берлектә Ҡазан һәм Нуғай даруғалары баш күтәреүселәре менән етәкселек итә.

1707 йылдың октябрендә Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы тирәһендә Күсем Түләкәев һәм Алдарҙың баш күтәреүселәр ғәскәре П. И. Хохлов етәкселегендәге Өфө полкын тар-мар итә.

1708 йылда башында Күсем Түләкәевтең отряды (2 меңгә яҡын кеше) Илбаҡты монастырын баҫып ала, Ҡазан губернаһы Ҡазан провинцияһы Алабуға ауылын ҡамай. 1709 йылдың башында ихтилалдан ситләшә, март айында Ҡазан губернаторы вәкилдәре менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша, башҡорттар мәнфәғәтен тыныс юл менән хәл итеүҙе яҡлай.

«Аҡай хикәйәте»нән уның вафаты 1735 йылдар тирәһендә икәнлеген аңларға була. Вариҫтары хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы Иҫке Ҡатай һәм Яңы Ҡатай ауылдарында йәшәй.

Күсем Түләкәев иҫтәлегенә башҡорт фольклоры әҫәрҙәре бағышланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Аҡай яуы. Тарихи хикәйәт. // Ватандаш. 2006 й. 5-се һан.
  • Аҡманов И. Ғ. ХVII быуатта — ХVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998.
  • Башкирские шежере / Сост. Р. Г. Кузеев. — Уфа: Башкнигоиздат, 1960.
  • Башкирские родословные / Сост. Р. М. Булгаков, М. Х. Надергулов. — Уфа: «Китап», 2002.

Һылтанмалар

үҙгәртергә