Күлйортау

бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы элекке Шура ауыл Советы составында булған. Һуңынан Баймаҡ ҡала советы ҡарамағына күсерелгән.

Күлйортау (Ҡыҙылҡорт) (рус.  Кульюртау) — бөткән ауыл. Башҡортостандың Баймаҡ районы элекке Шура ауыл Советы составында булған. Һуңынан Баймаҡ ҡала Coветы ҡарамағына күсерелгән.

Күлйортау
Дәүләт  СССР
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы

Географик урыны

үҙгәртергә

Район үҙәгенән 6 км алыҫлыҡта, Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендә урынлашҡан була[1].

Исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Баштағы Ҡыҙылҡорт исеме ҡалҡыулыҡ һыртының ҡыҙғылт төҫөнә һәм формаһына ҡарап бирелгән. Эшкәрткәнгә тиклем көньяҡтан төньяҡҡа табан кәкерсәкләнеп һуҙылған ятҡылыҡ ҡыҙыл ҡортто хәтерләткән. Хәҙерге ваҡытта, ҡаҙыныу эштәре үткәрелгәндән һуң, уның һынланышы үҙгәргән. Рәсми исеме — Күлйортау. Ябай ҡарашҡа әлеге һүҙ өс аңлайышлы өлөштән тора: -күл, -йорт, -тау. Ғәҙәттә ауыл атамаһы тауҙа бер нисә күл булыуы һәм бер нисә өй барлыҡҡа килеүе менән аңлатыла. Ишембай районы топонимияһы буйынса тикшеренеү эшендә Суфиева А. Ш. (етәксеһе Ҡарабаев М. И.) Баймаҡ районы топонимдарын да миҫал итеп килтерә. Был хеҙмәттә йорт терминына, уның топонимдар булдырыуҙа ҡатнашыуына айырым иғтибар бүленә. Беренсенән, йорт һүҙе ярҙамында ауыл, йәйләү, тора, йәшәү урыны мәғәнәһендә Имәнйорт, Яҙғы-йорт, Яңы йорт, Күлйортау (күл янындағы йорт, -ау — һүҙ үҙгәреше аффиксы) ойконимдар барлыҡҡа килгән. Бындай ойконимдар Күгәрсен, Салауат, Баймаҡ, Ишембай райондарында йыш осрай. Башҡортостандың күп кенә элекке ауылдар урынын Иҫке йорт тип исемләйҙәр. Бындай күренеш Татарстанда, Чечен Республикаһында ла күҙәтелә. Икенсенән, башҡорт һәм башҡа төрки телдәрҙә йорт һүҙе халыҡ, ҡәбилә территорияһы, тыуған ер, Ватан мәғәнәһендә ҡулланылған, тип иҫбат ителә[2].

Күлйортау баҡыр, көмөш, алтынға бай рудник булып һанаған. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү совет осорона тура килһә лә, әҙерлек, разведкалау эштәре Октябрь революцияһына тиклем, 1912 йылда, башланған. Баймаҡ районы электән ҡиммәтле металды етештереүсе төп район була[3].

1920 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәрендә ауыл теркәлмәгән, тимәк, ауыл 1920-се йылдан һуң барлыҡҡа килгән[1]. 1935 йылда ауыл бушап ҡала, әммә 1939 йылда эшкәртеү эштәре ҡабаттан тергеҙелә һәм ауылға йән керә: иң мөһиме, алтын сығарыу буйынса фабрика төҙөлә, тирә-яҡтағы ауылдарҙан, башлыса Шуранан, Йылҡыбайҙан Күлйортауға халыҡ ағыла башлай. 1950-се йылдар башына ауылда 45 йорт була, йәмгеһе 250 кеше теркәлгән була. 1956 йылда Баймаҡта баҡыр иретеү заводы ябыла, мәғдән сығарыу туҡтатыла[1]. Ауыл халҡы тарала башлай. Ятҡылыҡ урынында күл һәм тәрән соҡор ҡала[3]. 1970-се йылдар аҙағында ауылда көн күргән ҡарт-ҡоро, һуғыш инвалидтары, һуғышта һәләк булыусыларҙың балалары Баймаҡ ҡалаһына күсерелә, уларға бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙар бирелә.

Бөрйән ырыуы башҡорттары.

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

— Үҙ ваҡытында бында бөтә республикаға танылған таусылар, орден алған кешеләр эшләгән: Хәкимйән Юланов, Ханнан Сырлыбаев, Шәкирйән Рәхмәтуллин, Ғүмәр Ирғәлин, Иван Ивлев, Александр Кортунков, Зәки Шәһиев, Әхәт Итҡолов, Абрар Аҡсабаев һәм башҡалар[1].
— Хәсәнов Ғибәт Солтан улы — Бөрйән-Таналыҡ улусы рәйесе, Күлйортау руднигы мөдире[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
  2. Индивидуальный проект на тему Топонимы Ишимбайского района и значение перевода их на башкирский язык(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Кульюртау, Фото, видео 2018 йыл 14 февраль архивланған.
  4. Ургаза. ру

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. Обзор месторождений золота на Урале.