Күкрәк (Ырымбур өлкәһе)
Күкрәк (рус. Кукряк) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы хәҙер юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Күкрәк | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл хәҙер Ҡыуандыҡ ҡала округына ингән биләмәлә көн күргән, Ҡыйышайыр йылғаһы буйында Мөхәмәтйәр ауылынан — 6 км, Ейәнсура ауылынан 21 км алыҫлыҡта урынлашҡан булған.
Ауылды аймап аҡҡан Ҡыйышайыр йылғаһы Аҙанташ йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Хәҙер ауыл урынында ҡалған яланды Күкрәк тип атап йөрөтәләр[1].
Тарихы
үҙгәртергәКүкрәк ауылында, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, украиндар йәшәгән. Фараз итеүҙәренсә, ХХ быуатта нигеҙләнгән булғандыр. Ауыл уҙған быуатта, 1960-сы йылдарҙың икенсе яртыһында йәшәүҙән туҡтаған.
Климаты
үҙгәртергәҠыуандыҡ төбәгенә хас булғанса, был төбәктә уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС тәшкил итә. Яуым-төшөм бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, иң күп яуым-төшөм яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, ул ер өҫтөндә уртаса 150 көн ята[2].[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәЫрымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән журналист С. М. Стрельников «Географические названия Оренбургской области» тигән китабында Атаманың килеп сығышы тураһында бер нисә фаразды бәйән итә. Топоним башҡорт йәки татар телдәрендәге күкрәк тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, тип яҙа ул. Ихтимал, ул кәүҙә өлөшө булараҡ ҡулланылғандыр. Мәгәр, был һүҙ күп мәғәнәле. С. М. Стрельников уның метафора булараҡ тау күкрәге тигәнде аңлатыуы бар икәнен дә әйтә. Башҡорт телендә күкрәк арба төшөнсәһе булғанын да телгә ала. Татар телендә иһә арбаның алғы өлөшөн күкрәк тип атау бар, тигән ул[3]. 2 томлыҡ "Башҡорт теленең һүҙлеге"ндә «Күкрәк» һүҙенең бер нисә мәғәнәһе бирелә:Күкрәк арба — диалект, бәләкәй арба;күкрәк ағасы — арбаның алғы аҫтығы менән артҡы күсәрен тоташтырған ике буй ағас; кәбәндең киң урта өлөшө; кәбән һала торған күкрәк һәнәге; ҡатын-ҡыҙҙың түше, имсәк. Күсмә мәғәнәлә тәкәббер тигән варианты ла бар. Ҡайһы вариант ауылға исем биргәндер — аныҡ ҡына билдәле түгел[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
- ↑ 2,0 2,1 Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Башкирское и татарское кукряк — «грудь». Быть может, топоним -м етаф ора, которы й характеризует склон соседней горы. Заслуживает внимания и другая версия: от башкирского диалектного кукряк — «кузов телеги» (отмечено в сложном слове кукрягарба — «телега с кузовом») или татарского диалектного (заф иксировано в с. Мухамедьярово) кукряк — «передок у одноконной телеги» — С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. — Кувандык, 2002.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 567-се бит