Мөхәмәтйәр (Ырымбур өлкәһе)

Мөхәмәтйәр Мухамедьярово — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Мөхәмәтйәр
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Халыҡ һаны 432 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462217
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Ауыл Һаҡмар йылғаһының һул ярында, Ҡыуандыҡ ҡала округы үҙәгенән туранан көнбайышҡа табан яҡынса 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ауыл климаты Ҡыуандыҡ төбәгенә хас - уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ сикләнә. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, иң күп яуым-төшөм яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].[3].

Риүәйәттәрҙә бәйән ителеүенсә, мөхәмәтйәрҙәр - Волга буйы төбәктәренән килгән татарҙар. Улар иң башта бөгөнгө Индустрия ҡасабаһы урынлашҡан биләмәне биләйҙәр. Был ерҙәрҙе улар Ейәнсура һәм Башҡорт Ҡансыраһы ауылдары башҡорттарынан ҡуртымға алған булған. Барлыҡҡа килгән ауылды Микитә тип исемләйҙәр: тирмән хужаһы урыҫ кешеһе Никита тигән кеше булған ул. Ҡуртым ваҡыты уҙғас, татарҙар был урындарҙан китергә теләмәгән, һөҙөмтәлә низағтар килеп сыҡҡан. Хөкүмәт ҡарары буйынса татарҙарҙы башҡорт ауылдарына күсереп бөтөргәндәр.

Мөхәмәтйәров фамилиялы ауыл аҡһаҡалының юллап йөрөүе һәм йүнселлеге арҡаһында ғына 1826 йылда ер татарҙарға ер участкаларын бүлеп биреүгә һәм ауылдаштарҙың берләшеүенә өлгәшә алалар. Ауыл яңы, әлеге көн иткән урынында һалынған да инде. 1901 йылдағы исемлектә деревня Мухаметдиярова тип теркәлгән ауыл бар[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Мөхәмәтйәр ауыл Советына ингән, уның үҙәге булған; муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында ҡалған.

2002 йылдың халыҡ иҫәбе буйынса ауылда даими рәүештә йәшәүселәр 506 кеше (татарҙар - 95 %) тәшкил иткән , 2010 йылда — 432[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә