Кэтрин Хепбёрн
Кэтрин Хотон Хепберн (ингл. Katharine Houghton Hepburn, 12 май 1907 йыл — 29 июнь 2003 йыл) — Америка актёры, ун ике тапҡыр «Оскар» премияһына күрһәтелгән һәм уға дүрт мәртәбә лайыҡ булған. Тарихта унан башҡа бер актриса ла, актёр ҙа бындай дәрәжәгә күтәрелмәгән. Америка кино институты тарафынан Голливуд тарихында иң бөйөк актриса тип танылған.
Кэтрин Хепбёрн | |
Katharine Hepburn | |
| |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Хартфорд, Коннектикут, АҠШ |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Олд-Сэйбрук, Коннектикут, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актриса |
Карьераһы |
1928—1994 |
IMDb | |
Кэтрин Хепбёрн Викимилектә | |
Карьераһы
үҙгәртергәХепбёрн Яңы Англияла табип Томас Норвал Хепбёрн (1879—1962) ғаиләһендә үҫкән. Атаһы Хартфорд госпиталендә уролог булып эшләгән, ә әсәһе күренекле феминист Кэтрин Марта Хотон Хепбёрн урындағы суфражисткалар ойошмаһы етәксеһе, контрацепция ҡулланыу хоҡуғы буйынса Маргарет Сэнгерҙың көрәштәше булған.
12 йәштән Кэтрин Хепбёрн үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша, театрҙа дебюты 1928 йылда Балтиморҙа була, ә бер йыл үтеүгә ул Бродвей сәхнәләренә лә барып сыға. Шул уҡ ваҡытта Филадельфия брокеры Огден Смит менән никахҡа инә. Был никах оҙаҡҡа һуҙылмай — 1934 йылда улар айырылышалар. Кэтринды йыш ҡына театрҙарҙан сығарып ебәрәләр, бер әҙерәктән яңынан саҡырып алалар, сөнки спектаклдәрҙең ҙур уңышын тамашасылар ҙа, тәнҡитселәр ҙә уның исеме менән бәйләй.
Кинола Хепбёрн беренсе мәртәбә 1932 йылда «Билль о разводе» фильмында төшә. Ул «RKO» менән килешеүгә ҡул ҡуя. Актриса бик оҫта итеп төрлө түбән сифатлы романдарҙың һәм пьесаларҙың экранизацияларына юмор һәм нәзәкәтлелеген ҡушып ебәрә белгән. Был фильмдар хатта бүләкләнгәндәр («Ранняя слава» (1933) — Оскар; «Маленькие женщины» (1933) — Венеция кинофестивале призы). Кэри Грант менән бергә төшкән «Воспитание крошки» комедияһы уңышһыҙлыҡҡа тарығандан һуң, «уңышты юҡ итеүсе» тигән мыҫҡыллы исем алған Хепбёрн кинематограф менән бөтөнләй хушлашырға була һәм ике йыл дауамында бөтә төҡдимдәрҙән дә баш тарта. Хепбёрн «Унесённые ветром» экранизацияһында Скарлет О’Хара ролен алырға тырышып ҡарай, әммә уның тәҡдиме кире ҡағыла.
Актриса сәхнәгә ҡайта, Ф. Барри комедияһы «Филадельфия тарихы» постановкаһында ҡатнаша. Гонорар урынына ул спектаклдең экранизацияһына хоҡуҡтар талап итә һәм 1940 йылда триумф менән киноға ошо уҡ исемле фильмдың төп ролендә ҡайта. Үҙ һүҙле һәм бай аристократ ҡатындың ролен башҡарғаны өсөн нью-йорк тәнҡитселәренең премияһын алды һәм «Оскар» премияһына күрһәтелә. «Йыл ҡатын — ҡыҙы» («Женщина года», 1942) исемле эшендә ул үҙенең егерме алты йылға һуҙылған мөхәббәте Спенсер Трейсиҙы осрата. Уның менән Хепбёрн туғыҙ картинала уйнай. Уларҙың мөнәсәбәттәренә Гарсон Кэниндың бестселлер булып киткән «Трейси һәм Хепбёрн: шәхси мемуарҙар» (1972) китабы бағышланған.
Трейси исеме менән Хепбёрндың ижади тормошонда биш йыл эшләмәгән осоро бәйле: 1962 йылдан 1967 йылға тиклем ул ҡаты ауырыған һөйөклө кешеһен уның законлы ҡатынын алмаштырып ҡарай. Трейси 1928 йылдан алып өйләнгән булған, тик ғаиләһенән айырым йәшәгән. 1967 йылда улар һуңғы мәртәбә Стэнли Крамерҙың «Угадай, кто придёт к обеду?» таҫмаһында бергә уйнайҙар. Уның вафатынан һуң Хепбёрн Бродвейға һәм киноға ҡабаттан ҡайта.
Һуңғы йылдарҙа
үҙгәртергәБөтә ғүмере буйына Хепбёрндың сәләмәтлеге ныҡ була, әммә 1990 йылдар уртаһында, инде кинокарьераһын тамамлағандан һуң, һаулығы әкренләп насарая бара. 1996 йылдың ҡышында уны саҡ үлтермәгән пневмония менән ауырып китә. 1997 йылға актриса бик йонсой, бик аҙ ашай һәм һөйләшмәй тиерлек. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Хепбёрндта деменция билдәләре күҙәтелә башлай. 2003 йылдың май айында муйынында актив үҫешкән шеш табыла, әммә өлкән йәшен иҫәпкә алып операция эшләмәҫкә булалар. Кэтрин Хепбёрн 96 йәшендә 2003 йылдың 29 июнендә үҙ йортонда Коннектикут штатының ҙур булмаған Олд-Сейбо ҡалаһында вафат була. Актриса Хартфордта Седар — Хилл зыяратында ғаилә биләмәһендә ерләнә.
Хепберндың вафаты киң ижтимағи резонанс тыуҙырҙы. Уның вафатынан һуң бер нисә ай дауамында матбуғатта һәм телевидениела тормошо һәм карьераһы яҡтыртыла килде. Уға күп кенә телетапшырыуҙар бағышланды, гәзит -журналдарҙа актриса тураһында мәҡәләләр тәүге биттәрендә сыҡты. АҠШ президенты Джордж Буш белдереү менән сығыш яһаны, унда, Хепберн тарихҡа милләттең сәнғәт хазинаһы булып инер, тип әйтелде. Уның хөрмәтенә, илдең театр тормошона һалған ҙур өлөшө хаҡына 2003 йылдың 1 июль кисе Бродвей уттары һүндерелде. 2004 йылда актрисаның теләге буйынса уның әйберҙәре Нью — Йорктағы Сотбис аукционына ҡуйылды. Һөҙөмтәлә аукционда 5,8 млн доллар йыйылды.
Хәтер
үҙгәртергәАктрисаның исеме менән Манхеттендағы Тёртл-Бей кварталында бер нисә урын бәйле. Был кварталда актриса алтмыш йылдан ашыу йәшәгән. 1997 йылда ул торған ерҙән алыҫ булмаған ҡала баҡсаһына уның исеме бирелә. Баҡсала уның Америка киноакадемияһы премияһына ун ике номинацияһын кәүҙәләндергән ун ике баҫҡыс бар. Һәр баҫҡыста актрисаның цитатаһы яҙылған. Бынан башҡа Көньяҡ 49 урам менән 2 авеню киҫелешкән урын Кэтрин Хепбёрн майҙаны тип атала. Актрисаның исеме Олд — Сейбрук ҡалаһындағы ул аҙаҡҡы ваҡыт эшләгән театрға бирелә.
Кэтрин Хепбёрн персонажы бер нисә фильмда килеп сыға. 1977 йылда актрисаны Тола Фелдшью «Иҫ киткес Говард Хьюз» телефильмында уйнай, ә 1980 йылда уның персонажы Мэрианн Тейлор башҡарыуында «Скарлетт О’Хара һуғышы» телефильмында килеп сыға. 2004 йылда Мартин Скорсезеҙың «Авиатор» биографик драмаһында Кэтрин Хепбёрн ролен Кейт Бланшетт уйнаны һәм үҙенең башҡарыуы өсөн икенсе пландағы иң яҡшы актриса номинацияһында «Оскар» премияһына лайыҡ булды.
Фильмографияһы
үҙгәртергәЙыл | Русса исеме | Төп телдә исеме | Роль | |
---|---|---|---|---|
1932 | ф | Айырылыу тураһында билль | A Bill of Divorcement | Сидни Ферфилд |
1933 | ф | Кристофер Стронг | Christopher Strong | леди Синтия Деррингтон |
1933 | ф | Иртә килгән дан | Morning Glory | Ива Лавлейс |
1933 | ф | Бәләкәй ҡатын - ҡыҙҙар (фильм, 1933) | Little Women | Little Women / Джозефина «Джо» Марч |
1934 | ф | Уҫалҡас(фильм) | Spitfire | Spitfire / Триггер Хиггс |
1934 | ф | Бәләкәй священник (фильм) | The Little Minister | The Little Minister / Барбара «Бебби» |
1935 | ф | Ярылған йөрәктәр (фильм) | Break of Hearts | Break of Hearts / Констанс Дэйн Роберти |
1935 | ф | Элис Адамс (фильм) | Alice Adams | Alice Adams / Элис Адамс |
1936 | ф | Сильвия Скарлетт (фильм) | Sylvia Scarlett | Sylvia Scarlett / Сильвия Скарлетт |
1936 | ф | Мария Шотландская (фильм) | Mary of Scotland | Mary of Scotland / Мария Стюарт |
1936 | ф | Ҡатын - ҡыҙ баш күтәрә(фильм) | A Woman Rebels | A Woman Rebels / Памела Тислуэйт |
1937 | ф | Лайыҡлы урам (фильм) | Quality Street | Quality Street / Фиб Тросселл |
1937 | ф | Хеҙмәткәрҙәр өсөн ишек театрға (фильм) | Stage Door | Stage Door / Терри Рэндалл Симс |
1938 | ф | Байрам (фильм, 1938) | Holiday | Holiday / Линда Сетон |
1938 | ф | Бәләкәсте тәрбиәләү (фильм) | Bringing Up Baby | Bringing Up Baby / Сьюзан Вэнс |
1940 | ф | Филадельфия тарихы | The Philadelphia Story | Трейси Саманта Лорд |
1942 | ф | Йыл ҡатын - ҡыҙы (фильм) | Woman of the Year | Woman of the Year / Тэсс Хардинг |
1942 | ф | Ялҡын һаҡлаусы | Keeper of the Flame | Кристин Форрест |
1943 | ф | «Шаршау артында» Һалдат клубы | Stage Door Canteen | үҙен үҙе уйнай |
1944 | ф | Дракон орлоғо (фильм) | Dragon Seed | Dragon Seed / Джейд Тэн |
1945 | ф | Мөхәбәтһеҙ | Without Love | Джейми Роуэн |
1946 | ф | Һыу аҫты ағымы (фильм, 1946) | Undercurrent | Undercurrent / Энн Хэмилтон |
1947 | ф | Үлән дингеҙе | The Sea of Grass | Льюти Кэмерон |
1947 | ф | Мөхәббәт йыры (фильм, 1947) | Song of Love | Song of Love / Клара Шуман |
1948 | ф | Никахта торалар | State of the Union | Мэри Мэттьюз |
1949 | ф | Адам ҡабырғаһы (фильм, 1949) | Adam's Rib | Adam's Rib / Аманда Боннер |
1951 | ф | Африка королеваһы | The African Queen | Роуз Сэйер |
1952 | ф | Пэт һәм Майк | Pat and Mike | Патриша «Пэт» Пембертон |
1955 | ф | Йәй(фильм, 1955) | Йәй | Summertime / Джейн Хадсон |
1956 | ф | Ямғыр һатыусыһы (фильм) | The Rainmaker | The Rainmaker / Лиззи Карри |
1956 | ф | Тимер аҫҡы юбка | The Iron Petticoat | Винка Ковеленко |
1959 | ф | Кабинет гарнитуры (фильм) | Desk Set | Desk Set / Банни Уотсон |
1959 | ф | Ҡапыл үткән йәй (фильм, 1959) | Suddenly, Last Summer | Suddenly, Last Summer / Вайолет Винейбл |
1962 | ф | Оҙон көн төнгә китә (фильм, 1962) | Long Day's Journey Into Night | Long Day's Journey Into Night / Мэри Тайрон |
1967 | ф | Әйт әле, кем төшкө ашҡа килә? | Guess Who's Coming to Dinner | Кристина Дрейтон |
1968 | ф | Арыҫлан ҡышҡыһын (фильм, 1968) | The Lion in Winter | The Lion in Winter / Алиенора Аквитанская |
1969 | ф | Шайонан аҡылһыҙ (фильм) | The Madwoman of Chaillot | The Madwoman of Chaillot / Орелия |
1971 | ф | Троянкалар (фильм) | The Trojan Women | The Trojan Women / Гекуба |
1973 | ф | Тотороҡһоҙ тигеҙләнеш (фильм) | A Delicate Balance | A Delicate Balance / Агнес |
1973 | тф | Быяла зверинец (фильм, 1973) | The Glass Menagerie | The Glass Menagerie / Аманда Уингфилд |
1975 | тф | Емереклектәр араһында мөхәббәт | Love Among the Ruins | Джессика Медликотт |
1975 | ф | Рустер Когберн | Rooster Cogburn | Юла Гуднайт |
1978 | ф | Ҡуян сыҡты осорға | Olly, Olly, Oxen Free | мисс Падд |
1979 | тф | Кукуруз йәшел (фильм, 1979) | The Corn is Green | The Corn is Green / мисс Лили Моффет |
1981 | ф | Алтын күлдә | On Golden Pond | Этель Тэйер |
1984 | ф | Грейс Куиглиның һуңғы ҡарары) | Grace Quigley | Grace Quigley / Грейс Куигли |
1986 | тф | Миссис Делафилдтың кейәүгә сыҡҡыһы килә | Mrs. Delafield Wants to Marry | Маргарет Делафилд |
1988 | тф | Бында Лора Лэнсинг йоҡланы | Laura Lansing Slept Here | Лора Лэнсинг |
1992 | тф | Бер этаж өҫтәге ир | The Man Upstairs | Виктория Браун |
1994 | тф | Был мөхәббәт була алмай | This Can't Be Love | Марион Беннетт |
1994 | ф | Мөхәббәт тарихы(фильм, 1994) | Love Affair | Love Affair / Джинни |
1994 | тф | Бер Рыштау | One Christmas | Корнелия Бомонт |
Наградалары һәм номинациялары
үҙгәртергәНаграда | Йылы | Категорияһы | Фильм/Постановка | Результат |
---|---|---|---|---|
Оскар | 1934 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле | Иртә билдәлелек | |
1936 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Элис Адамс | ||
1941 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Филадельфия тарихы | ||
1943 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Женщина года | ||
1952 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Африканская королева | ||
1956 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Йәй | ||
1957 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Ямғыр һатыусыһы | ||
1960 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Ҡапыл былтыр йәй | ||
1963 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Оҙон көн төнгә күсә | ||
1968 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта? | ||
1969 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле | Арыҫлан ҡышҡыһын | ||
1982 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Алтын күлдә | ||
BAFTA | 1953 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Африка королеваһы | |
1956 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Йәй | ||
1958 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Ямғыр һатыусыһы | ||
1969 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле |
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта?/Арыҫлан ҡышҡыһын | ||
1983 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле | Алтын күлдә | ||
Золотой глобус | 1953 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле комедияла йәки мюзиклда | Пэт һәм Майк | |
1957 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала | Ямғыр һатыусыһы | ||
1960 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала |
Ҡапыл былтыр йәй | ||
1963 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала |
Оҙон көн төнгә күсә | ||
1968 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала |
Әйт әле, кем төшкө ашҡа ҡайта? | ||
1969 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала |
Арыҫлан ҡышҡыһын | ||
1982 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле драмала |
Алтын күлдә | ||
1993 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки телефильмда | Бер ҡат өҫтәге ир | ||
Эмми | 1974 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле сериалда йәки фильмда | Быяла зверинец | |
1975 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле сериалда йәки фильмда |
Емереклектәр араһындағы мөхәббәт | ||
1979 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки фильмда | Кукуруза йәшел | ||
1986 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мини-сериалда йәки фильмда | Миссис Делафилд кейәүгә сығырға теләй | ||
Иң яҡшы информацион фильм | Спенсер Трейси: Кэтрин Хепбёрндан хөрмәт йөҙөнән | |||
1993 | Иң яҡшы информацион фильм | Кэтрин Хепбёрн: Барыһы ла минең хаҡта | ||
Премия Гильдии киноактёров США | 1995 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле телефильмда йәки мини-сериалда | Бер Рыштау | |
Тони | 1970 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле мюзиклда | Коко | |
1982 | Иң яҡшы ҡатын — ҡыҙ роле пьесала | Вестсайд вальсы |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кэтрин Хепбёрн (англ.) Internet Broadway Database сайтында
- Кэтрин Хепбёрн (англ.) Internet Movie Database сайтында
- Кэтрин Хепбёрн (англ.) Find a Grave сайтында