Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы

(Кускилдин Рәйес Әхмәтша улы битенән йүнәлтелде)

Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы (12 декабрь 1954 йыл) — ғалим-инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1997 йылдан «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш (2008—2013) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2006). Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009), Ғафури районының почётлы гражданы (2013).

Күскилдин Рәйес Әхмәтша улы
Тыуған көнө

12 декабрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Ғафури районы Баҡраҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы

Эшмәкәрлеге

«Газ-Сервис» ААЙ генераль директор урынбаҫары – баш инженеры

Наградалары һәм премиялары

Салауат Юлаев ордены
Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин 1954 йылдың 12 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Баҡраҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған. 1982 йылда «газ үткәргестәрҙе, газ һаҡлағыстарҙы һәм нефть базаларын проектлау һәм файҙаланыу» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) тамамлаған.

1971—1973 йылдар — Өфөләге 11-се техник училище уҡыусыһы, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының оператор ярҙамсыһы. 1973—1975 йылдар — Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеү 1975—1976 йылдар — Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының операторы. 1976—1982 йылдар — Өфө нефть институтының (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) әҙерлек бүлеге тыңлаусыһы, торба үткәргестәр факультеты студенты. 1982—1984 йылдар — «Башгаз» производство берекмәһенең «Стәрлетамаҡгаз» идаралығы мастеры, хеҙмәт (русса служба) етәксеһе. 1984—1994 йылдар — «Башгаз» производство берекмәһенең «Дыуангаз» идаралығы (1991 йылдан — «Газ-Сервис» фирмаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең район үҙәге Мәсәғүттәге бүлендек предприятиеһы) баш инженеры. 1994—1996 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт контроль комитетының Мәсәғүт төбәк идаралығы етәксеһе. 1996—1997 йылдар — «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең филиалы — «Үҙәкгаз» предприятиеһы баш инженеры. 1997 йылдан — «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары — баш инженеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев ордены (2009)
  • Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (2005)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
  • Ғафури районының почётлы гражданы (2013)

Уның тураһында

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә