Кулагин Юрий Александрович
Кулагин Юрий Александрович (1924—1987) — СССР ғалимы, психолог һәм дефектолог, психология фәндәре докторы (1968), профессор (1971), СССР педагогия фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1985).
Кулагин Юрий Александрович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 6 июль 1924 |
Тыуған урыны |
Владимир өлкәһе Ковров, Ковровский уезд[d], Владимир губернаһы[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 июль 1987 (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, СССР |
Һөнәр төрө | психолог |
Эш урыны | фәнни-тикшеренеү институты[d] |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | психология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Күп кенә ғилми хеҙмәттәр авторы, шуларҙың ҡайһы берҙәре сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡан.
БиографияһыҮҙгәртергә
Юрий Александрович Кулагин 1924 йылдың 6 июлендә Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда мәктәпте тамамлай, 1942 йылдың июленән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1], уны Көнсығыш Пруссияла тамамлай. Һуңынан совет-япон һуғышында ҡатнаша. Армиянан демобилизацияланғас, тыуған ҡалаһына ҡайта һәм Пионерҙар йорто мөдире булып эшләй[2]. 1947 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультетының психология бүлегенә уҡырға инә, уны 1952 йылда отличие менән тамамлай. Ошо уҡ йылда дефектология институтының Ғилми-тикшеренеү институтында аспирантурала уҡыуын дауам итә[3] (хәҙер Рәсәй Мәғариф академияһының коррекцион педагогика институты), уны тамамлау менән «Осязательное восприятие предметов слепыми детьми» темаһы буйынса ул кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].
Диссертация яҡлағандан һуң Ю.А.Кулагин Дефектология институтында ғилми хемәткәр һәм лаборатория мөдире булып эшләй. 1963 йылдан институттың ғилми секретары, ә 1968 йылдан ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй. Ошо уҡ йылда ул «Восприятие средств наглядности учащимися школы слепых» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5]. 1986—1987 йылдарҙа Кулагин Дефектология институты директоры вазифаһын башҡара. 1985 йылдан СССР Педагогия фәндәре академияһының психология һәм йәш физиологияһы бүлеге академигы, 1978 йылдан ағза-корреспондент; 1986—1987 йылдарҙа академик-секретарь була.
Юрий Александрович «Дефектология» журналының беренсе баш мөхәррире, ә һуңынан редколлегия ағзаһы була, дефектология буйынса СССР Мәғариф министрлығының фәнни-методик советын етәкләй, СССР Юғары аттестация комитетының эксперт советында дефектология вәкиле була. Дефектология проблемалары буйынса бер нисә халыҡ-ара конгрестар, симпозиумдар һәм конференцияларҙың эшендә ҡатнаша[6].
Октябрь Революцияһы ордены, Халыҡтар Дуҫлығы, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, шулай уҡ күп кенә хәрби миҙалдар[1] һәм СССР ВДНХ-һының бронза миҙалы менән бүләкләнә (һуҡырҙар өсөн приборҙар булдырғаны өсөн)[2].
Ю.А.Кулагин 1987 йылдың 2 июлендә Мәскәүҙә вафат була.
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 КУЛАГИН ЮРИЙ АЛЕКСАНДРОВИЧ
- ↑ 2,0 2,1 Юрий Александрович Кулагин
- ↑ Об институте
- ↑ Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата педагогических наук (по психологии)
- ↑ Автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора педагогических наук (по психологии)
- ↑ Кулагин Юрий Александрович (1924—1987)