Кронок ҡурсаулығы

(Кроноцк ҡурсаулығы битенән йүнәлтелде)

Кронок дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы (рус. Кроно́цкий госуда́рственный природный биосфе́рный запове́дник) — Рәсәйҙең иң боронғо ҡурсаулыҡтарының береһе.

Кронок дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны1 147 619,37 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты1934 йыл 
Килеүселәр һаныйылына яҡынса 5000 турист 
Идара итеүсе ойошмаКронок дәүләт ҡурсаулығы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы 
Урынлашыуы
54°40′00″ с. ш. 161°00′00″ в. д.HGЯO
РФ субъектыКамчатка крайы
Яҡындағы ҡалаПетропавловск-Камчатский 

kronoki.ru
Рәсәй
Точка
Кронок дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы
ЮНЕСКО
 Кронок ҡурсаулығы Викимилектә

Дәүләт ҡурсаулығы булараҡ 1882 йылдан алып ғәмәлдә булған кеш ҡурсаулығы урынында 1934 йылда булдырыла. Кронок дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Камчатка ярымутрауының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм 1 147 619,37 гектар майҙанды биләй. Тымыҡ океандың 135 000 гектарын (1350 км²) үҙ эсенә ала. Шулай уҡ уның составына Кронок ярымутрауы территорияһы ла инә. Бында термаль күлдәр, данлыҡлы Гейзерҙар үҙәне, шарлауыҡтар 8 әүҙем вулкан бар, шуларҙың иң юғарыһы — Кроноцк сопкаһы (3528 м).

Статусы һәм структураһы

үҙгәртергә

Кронок дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы Федераль дәүләт учреждениеһы тураһындағы положениеға ярашлы (2001 йылдың 16 майында Рәсәй Федерацияһы Тәбиғәт ресурстары министрлығы раҫлай), «ҡурсаулыҡтың тәбиғәт объекттарына һәм комплекстарына кире йоғонто яһаусы хужалыҡ һәм башҡа эшмәкәрлек һаҡлау зонаһы сиктәрендә тыйыла»; «ҡурсаулыҡ территорияһында һәм акваторияһында ҡурсаулыҡтың бурыстарына һәм уның биләмәһен махсус һаҡлау режимына ҡаршы килгән һәр эшмәкәрлек тыйыла»[1]. Кронок ҡурсаулығы өсөн һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренең халыҡ-ара статусын 228-се стрей биосфера ҡурсаулығы[2], «Камчатка вулкандары» майҙансығы составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғәт мираҫы объекты[3] тип билдәләй.

Кронок дәүләт ҡурсаулығы федераль дәүләт бюджет учреждениеһы — Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ҡарамағындағы тәбиғәтте һаҡлау һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеһы. Ул федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған өс тәбиғәт биләмәһе менән идара итә: Кронок ҡурсаулығы, Коряк ҡурсаулығы һәм Көньяҡ Камчатка федераль заказнигы. Был биләмәләрҙә һәм күрше тораҡ пункттарҙа тәбиғәтте һаҡлауға һәм өйрәнеүгә, урындағы халыҡты экологик эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән проекттар тормошҡа ашырыла.

Барлыҡҡа килеүе тарихы

үҙгәртергә

Билдәле зоолог һәм географ Б. И. Дыбовский (һөргөнгә ебәрелгән поляк) талабы буйынса 1880 йылда Камчаткала беренсе тапҡыр 1 марттан 15 октябргә тиклем кешкә һунар итеү тыйыла. Һуңыраҡ Б. И. Дыбовский Петропавловск округында йәшәүселәр исеменән хөкүмәткә Кронок һәм Асачи райондарын ҡурсаулыҡ тип иғлан итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Үтенес ҡәнәғәтләндерелә, һәм 1882 йылда кеште, ҡар тәкәһен, төньяҡ боланын һәм йылға ҡамаһын һаҡлау маҡсатында был ерҙәрҙе ҡурсалау ойошторола. Уның штаты, финансы булмаһа ла, һаҡлау саралары ҡайһы бер һөҙөмтәләр бирә. Ҡурсаулыҡ режимы ресурстарҙы һаҡлап ҡалыу яҡлы урындағы халыҡ көсө менән генә тейешле кимәлдә тотола.

Ҡурсаулыҡ булдырыу ынтылыштары дауам итә. 1916—1917 йылдарҙа Камчаткала ауыл хужалығы идаралығы экспедицияһы эшләй, уның тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса, 1917 йылдың 8 июлендә Кронок районы Ваҡытлы Хөкүмәт тарафынан һаҡланыусы биләмә тип иғлан ителә. Әммә Граждандар һуғышы арҡаһында был план тормошҡа ашырылмай.

Совет власы урынлаштырылғандан һуң ғына, 1926 йылда Далькрай башҡарма комитеты, 1929 йылда Камчатка өлкә башҡарма комитеты тарафынан Кронок ҡурсаулығын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә, ул 1934 йылдың 1 июнендә ойошторола. «Тәбиғәтте яулау» сәйәсәте менән бәйле 1951 йылда бөтөрөлә. 1930-се йылдарҙан алып, ҡурсаулыҡ режимы булыуына ҡарамаҫтан, нефть эҙләйҙәр. 1959 йылда РСФСР-ҙың Һунарсылыҡ баш идаралығы системаһында Кронок дәүләт ҡурсаулығы тергеҙелә, әммә 1961 йылдың 10 июнендә ҡурсаулыҡтарҙы бөтөрөү кампанияһы барышында ул ҡабаттан бөтөрөлә.

1967 йылдың яҙында вулканологтарҙың 2-се Бөтә Союз конференцияһында ҡатнашыусылар үтенесе буйынса ҡурсаулыҡ (майҙаны 964 000 гектар) тергеҙелә[4].

Ҡурсаулыҡтың көньяҡ-көнсығыш яр буйында дымлы һәм диңгеҙ климаты өҫтөнлөк итә. Иң йылы ай — август, ә һыуығы — ғинуар. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 1000—1500 мм тәшкил итә. Вегетация осоро 130—140 көн дауам итә[5].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Ҡурсаулыҡтың хәҙерге территорияһы оҙаҡ йылдар хужалыҡ ерҙәре статусына эйә була, 1960 һәм 1970 йылдарҙа унда ҡасабалар һәм хәрби частар урынлаша, нефть эҙләү эштәре алып барыла, гидроэлектростанция проектлана[6][7]. 2015 йылда ул Рәсәйҙә беренселәрҙән булып хужалыҡ эшмәкәрлегенән килгән зыянды бөтөрөү пилот программаһына индерелә һәм 454 миллион һум күләмендә финанслау бүленә[8].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. МПР РФ Положение о федеральном государственном учреждении "Кроноцкий государственный природный биосферный заповедник". — 16 мая 2001 г.. Архивировано из первоисточника 17 ғинуар 2022.
  2. Биосферный резерват &124; ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 14 сентябрь 2020. Архивировано 13 август 2020 года.
  3. Конвенция от 07.12.1996 &124; ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 14 сентябрь 2020. Архивировано 26 октябрь 2020 года.
  4. Организован Кроноцкий заповедник // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 5, 1967.
  5. Природные зоны и климат. ФГБУ «Кроноцкий государственный природный биосферный заповедник». Дата обращения: 31 май 2022. Архивировано 28 февраль 2021 года.
  6. Новое «дело ученых». Сейчас.Инфо (1 июль 2022). Дата обращения: 1 июль 2022. Архивировано 3 июль 2022 года.
  7. Кроноцкий заповедник просит помочь в борьбе за справедливый исход «дела об очистке». Rata News (30 июнь 2022). Дата обращения: 1 июль 2022.
  8. Директор Кроноцкого заповедника увольняется из-за уголовного преследования коллег. Камчатка Инфо (30 июнь 2022). Дата обращения: 1 июль 2022. Архивировано 1 июль 2022 года.
  • Кроноцкий заповедник // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 3, 1968. стр.14-15
  • Кроноцкий заповедник // журнал «Охота и охотничье хозяйство», № 1, 1980. стр.24-25

Һылтанмалар

үҙгәртергә