Кривошеева Ефимия Петровна

Кривошеева Ефимия Петровна (1 июнь 1867 йыл — 24 июнь 1936 йыл) — халыҡ бәйетсеһе, мордва сәсәнлек сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Кривошеева Ефимия Петровна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1 (13) июнь 1867[1]
Тыуған урыны Тарасовка[d], Петровский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 24 июнь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Саранск, Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, рассказчик
 Кривошеева Ефимия Петровна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Ефи́мия Петро́вна Кривоше́ева 1867 йылдың 1 июнендә хәҙерге Пенза өлкәһенең Камешкир районы составына кергән Тарасовка ауылында, крәҫтиән Адамов Петр Федоровичтың күп балалы ғаиләһендә тыуған. Милләте — эрзә.

Белем ала алмай. Ялланып эшләй, теләһә ниндәй ауыр эште башҡара. Күп балалы Кривошеевтар ғаиләһе ярлы йәшәй. Нисек булһа ла күңелде йыуатыр өсөн, Ефимия Петровна йырҙар сығара һәм уларҙы туғандары һәм дуҫтары даирәһендә йырлай. Ефимия Петровна ҡыҙ сағында иң яҡшы йырсы булып дан ала, балиғ булғас ауазсы (ялланған илаусы), йола һәм йолаға ҡарамаған фольклор белгесе һәм оҫта башҡарыусы репутацияһына эйә була[2].

Ефимия Петровнаның ижади һәләттәрен асыусы булып улы Илья Петрович Кривошеев тора, ул 1922 йылдан алып әсәһе башҡарған бөтә әҫәрҙәрҙе яҙҙыра[3]. Кривошееваның исеме 1936 йылда «Правда» гәзитендә «Лайшема Кировдо» (эрзя «Плач о Кирове») әҫәре баҫылып сыҡҡандан һуң киң танылыу ала[4]. Уның халыҡсан «Одов чачсь, миресь — масторось» һәм «Эсь эрямодон» риүәйәт — поэмалары киң билдәле.

Ете балаһын ерләгән ҡатын-ҡыҙ булараҡ, Ефимия Петровна был ҡайғыһын зарлы йырҙа белдермәй булдыра алмай:

«…Как весны краса-цветы яркие,

Как в саду плоды — плоды сладкие,

Вас одиннадцать народила я,

К свету радости всех растила я,

Где одиннадцать моих деточек?

Вас осталось мне только четверо…

Как я выскажу, как напомню я,

Каким голосом горе выведу?

Пять лебедушек — дочерей моих,

Два орла-сынка похоронены…

Не вместить мне скорбь в песню скорбную,

Мне не вылить гнев в слово гневное,

Мое сердце жжет горе-озеро,

Клонит спинушку гора тяжкая…».

1936 йылдың 24 июнендә Саранск ҡалаһында вафат була.

Библиография

үҙгәртергә

Е. П. Кривошееваның бөтәһе илленән ашыу бәйете бар. Уның тәүге әҫәрҙәр йыйынтығы «Лайшемат ды морот» (эрзя «Плачи и песни») 1937 йылда нәшер ителгән. Бынан тыш, уның әҫәрҙәре «Авань вайгель» (эрз. «Әсә тауышы», 1950), «Тынь кунсолодо, тиринь тякам монь», (эрз. «Һеҙ тыңлағыҙ мине, балаларым», 1968) һәм башҡа йыйынтыҡтарҙа баҫылып сыҡҡан. Уның ижады тулыраҡ «Һайланма әҫәрҙәр» йыйынтығында баҫылып сыҡҡан (1968).

Ире — Петр Васильевич Кривошеев — крәҫтиән, тимерсе.

Балалары:

үҙгәртергә
  • Илья Петрович Кривошеев — яҙыусы, Мордовияның атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Кривошеев Никифор Петрович
  • Кривошеев Иван Петрович
  • Одерова (Кривошеева) Александра Петровна

Ейәндәре:

үҙгәртергә
  • Одеров Константин Антонович
  • Одеров Михаил Антонович — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР ауыл хужалығының атҡаҙанған механизаторы
  • Одеров Анатолий Антонович
  • Одеров Юрий Антонович
  • 2014 йылда Саранск ҡалаһында Мокша урамындағы 16-сы йортонда мемориаль таҡтаташ асыла, был йортта Е. П. Кривошееваның ғүмеренең һуңғы йылдары үтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://www.info-rm.com/2017/06/23/v_saranske_otkroetsya_vystavka_posvyacshennaya_150letiyu_mordovskoj_skazitelnicy/
  2. Газета "Эрзянь мастор" : Архив номеров. www.erzia.saransk.ru. Дата обращения: 16 октябрь 2017. 2017 йыл 17 октябрь архивланған.
  3. Всё о Мордовии: Энциклопедический справочник / сост. Н. С. Крутов, Е. М. Голубчик, С. С. Маркова. — Саранск: Мордов. кн. изд-во, 2005. — С. 762. — 840 с. — ISBN 5-7595-1662-0.
  4. Библиотека мордовской литературы: Кривошеева Ефимия Петровна 2021 йыл 18 апрель архивланған.