Краснова Зоя Игнатьевна

Краснова Зоя Игнатьевна (12 май 1938 йыл — 16 ғинуар 2014 йыл) — СССР-ҙың хеҙмәт алдынғыһы. Салауат нефть химияһы комбинаты аппаратсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат. КПСС ағзаһы.

Краснова Зоя Игнатьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Поповка, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 ғинуар 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зоя Игнатьевна Краснова Башҡорт АССР-ының Бөрө районы Поповка ауылында тыуған[1]. Мәктәпте тамамлағандан һуң шәхси тегеү оҫталары курсын тамамлай. Ермолаевка ауылында тегенсе булып эшләй. Китель һәм галифе салбарҙар тегә. Кейәүгә сыға һәм Салауат ҡалаһына йәшәргә китә.

1958 — 1960 йылдарҙа Салауат тегеү фабрикаһында тегенсе булып эшләй.

1960 — 1972 йылдарҙа — технологик насостар машинисы уҡыусыһы. 1961 йылдан — 18-се карбамид етештереү комбинатының 1-се цехында насостар машинисы.

1972 — 1983 йылдарҙа — Салауат нефть химияһы комбинатында аппаратсы, конвейерҙа эшләй, әҙер продукцияны үлсәп төрөп тора.

Насостарҙың ремонт араһындағы эшләү ваҡытын 10 процентҡа тиклем арттырыуға ирешә һәм агрегаттарҙың буш торған ваҡытын иң аҙға ҡалдыра. Технологик режимды аныҡ алып барыу иҫәбенә, 3. И. Краснова эшләгән бригада карбамид етештереү сифатын яҡшырта. Карбамидта зарарлы матдәләрҙең миҡдары норма буйынса 1,4 процент булғанда, бригада 1 процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшә. Туғыҙынсы биш йыллыҡтың (1971—1975) дүрт йылы эсендә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, биш йыллыҡтың аҙағына планлаштырылған 47,2 процент урынына, 55,6 процент тәшкил итә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡтың дүрт йыллыҡ планы ваҡытынан алдараҡ — 1974 йылдың 15 октябренә үтәлә, пландан тыш 98 мең тонна карбамид бирелә, етештереү күләме 24,2 процентҡа үҫә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары өсөн, 1975 йылдың 16 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы указы менән, уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1983 — 1988 йылдарҙа — техник ҡоролмалар слесары.

1975 — 1980 йй. IX саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

1984- 1988 йылдарҙа — ун беренсе саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты.

1981—1976 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Ревизия комиссияһы ағзаһы (1976—1981)[2]. 1981 йылдан алып 1990 йылға тиклем — КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһына кандидат.

Хаҡлы ялға сыҡҡас Салауат ҡалаһында йәшәй[3]. Салауат ҡалаһы ветерандар советында эшләй, ҡала йәштәре алдында хәтирәләре менән менән бүлешеп сығыш яһай, пенсионерҙарҙың тормош проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итә. Краснованың ҡыҙы, Наталья, әлеге ваҡытта «Газпром Нефтехим Салауат» акционерҙар йәмғиәтендә лаборатор-аналитик идаралығының инженер-технологы булып эшләй.

2014 йылдың 16 ғинуарында 76-сы йәшендә вафат була. Салауат ҡалаһының 3-сө зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Краснова З. И. Герои Труда. Уфа. 2011.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә