Кострикин Алексей Иванович
Алексей Иванович Кострикин (12 февраль 1929, Оло Морец ауылы, Волгоград өлкәһе — 22 сентябрь 2000, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй математигы, алгебра һәм алгебраик геометрия өлкәһендә белгес. СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1976). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1968)[7].
Биографияһы
үҙгәртергәКрәҫтиән ғаиләһендә һуңғы, унынсы бала булып тыуған. 1947 йылда Н. Г. Чернышевский исемендәге Һарытау дәүләт университетына уҡырға инә, 1951 йылда иң яҡшы студент булараҡ Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетына күсерелә, уны 1952 йылда тамамлай. И. Р. Шәфәр улының уҡыусыһы, диплом эшенең темаһы — «Конечные p-группы и кольца Ли»[8]. Рәсәй Фәндәр академияһының В. А. Стеклов исемендәге математика институты аспирантураһында белем алыуын дауам итә.
Физика-математика фәндәре кандидаты (1956), физика-математика фәндәре докторы (1960). 1963 йылдан Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡыта башлай, 1976 йылдан — профессор. СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1976). В. А. Стеклов исемендәге Математика институтының алгебра бүлеге ғилми хеҙмәткәре. МДУ-ның механика-математика факультеты деканы (1977—1980), МДУ-ның Ғилми советы ағзаһы (1991). Мәскәү дәүләт университетының атҡаҙанған профессоры (1998)[8][9].
1972 йылдан алып 2000 йылда вафат булғанға тиклем Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының юғары алгебра кафедраһы мөдире була[10].
Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән[11].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп хеҙмәттәре түбәндәге өлкәләргә ҡарай: сикле төркөмдәр, ассоциатив булмаған алгебра, Ли алгебраһы, когомологиялар төркөмө, төркөмдәр һәм алгебраларҙың комбинаторлы теорияһы, Күрһәтмәләр теорияһы, бөтөн һанлы рәшәткәләр.
А. И. Кострикиндың мөһим фәнни ҡаҙаныштары араһында — ябай күрһәткес өсөн Бернсайдтың еңеләйтелгән проблемаһын хәл итеү (1959), бирелгән һандағы төҙөүселәре булған һәм xp = 1 тождестволы бәйләнешле изоморфлы булмаған сикле күмәклектәрҙең максималь төркөмө булыуы тураһында теореманы иҫбатлау, ябай Ли алгебраларының Картандың сикһеҙ алгебралары һәм Ли — Картан ялған төркөмдәре менән бәйләнеш урынлаштырыу, үлсәме p−1-ҙән артмаған аҫ алгебралары менән ябай алгебраларҙың тасуирламаһын алыу[7][9].
Күп һанлы мәҡәләләр, китаптар һәм дәреслектәр, шул иҫәптән күп сит телдәргә тәржемә ителгән һәм бер нисә тапҡыр нәшер ителгән «Введение в алгебру» билдәле университет дәреслегенең, шулай уҡ Ю. И. Манин менән берлектә ижад ителгән «Линейная алгебра и геометрия» дәреслегенең авторы.
Тәнҡит
үҙгәртергәМәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты менән Кострикин етәкселек иткән осорҙа инеү имтихандары тапшырғанда йәһүд абитуриенттарын аңлы рәүештә дискриминациялау осраҡтары теркәлә. Был 1978 йылда Хельсинкиҙа Халыҡ-ара математика конгресында 14 америка математиктары ҡул ҡуйған «Совет математикаһындағы хәл» хатының таралыу сәбәптәренең береһе була. Унда Кострикин был дискриминация өсөн яуаплылар иҫәбендә атала[12].
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Кострикин А. И. О проблеме Бернсайда // Изв. АН СССР. Сер. матем., 23:1 (1959), 3—34.
- Кострикин А. И., Шафаревич И. Р. Градуированные алгебры Ли конечной характеристики // Изв. АН СССР. Сер. матем., 33:2 (1969), 251—322.
- Кострикин А. И. . Введение в алгебру. — М.: Наука, 1977. — 496 с.
- Кострикин А. И., Манин Ю. И. . Линейная алгебра и геометрия. — М.: Наука, 1986. — 304 с.
- Кострикин А. И. . Вокруг Бернсайда. — М.: Наука, 1986. — 232 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Кострикин Алексей Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #1028287658 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Архив по истории математики Мактьютор — 1994.
- ↑ Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Kostrikin, Aleksej Ivanovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 6,18 6,19 6,20 6,21 6,22 6,23 6,24 6,25 6,26 6,27 6,28 6,29 6,30 6,31 6,32 6,33 6,34 6,35 6,36 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ 7,0 7,1 Боголюбов А. Н. . Математики. Механики. Биографический справочник. — Киев: Наукова думка, 1983. — 639 с. — С. 240.
- ↑ 8,0 8,1 Латышев В. Н., Михалёв А. В., Шмелькин А. Л., Голод Е. С., Артамонов В. А. 85 лет со дня рождения Алексея Ивановича Кострикина // Чебышевский сборник. — 2014. — Т. 15, вып. 3. — С. 141—145.
- ↑ 9,0 9,1 Винберг Э. Б., Голод Е. С., Зельманов Е. И., Исковских В. А., Латышев В. Н., Манин Ю. И., Михалёв А. В., Паршин А. Н., Шафаревич И. Р. Алексей Иванович Кострикин (некролог) (рус.) // Успехи математических наук. — Российская академия наук, 2001. — Т. 56, вып. 3 (339). — С. 143—145.
- ↑ Мехмат МГУ 80. Математика и механика в Московском университете / Гл. ред. А. Т. Фоменко. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2013. — 372 с. — ISBN 978-5-19-010857-6. — С. 60.
- ↑ Могила А. И. Кострикина
- ↑ Хроника текущих событий — Выпуск 51 . Мемориал (1 декабрь 1978). Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано из оригинала 4 октябрь 2013 года. 2013 йыл 4 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Алексея Ивановича Кострикина РФА рәсми сайтында
- Общероссийский математический портал
- Кострикин Алексей Иванович. История математики
- Алексей Иванович Кострикин (некролог)
- В. Н. Латышев, А. В. Михалёв, А. Л. Шмелькин, Е. С. Голод, В. А. Артамонов. 85 лет со дня рождения Алексея Ивановича Кострикина. Чебышевский сб., 15:3 (2014), 141—145
- И. Р. Шафаревич. Воспоминания об Алексее Ивановиче Кострикине. «Математическое образование», № 16, январь — март 2001