Костецкий Борис Иванович

Костецкий Борис Иванович (19101991) — украин совет ғалимы, техник фәндәр докторы (1951), профессор (1954).

Костецкий Борис Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Украинская Народная Республика[d]
 Украинская держава[d]
 СССР
Тыуған көнө 2 апрель 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Тетиев[d]
Вафат булған көнө 1991[1]
Вафат булған урыны Киев
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

500-ҙән ашыу фәнни эш авторы, шул иҫәптән 25 монография яҙған, уларҙың бер өлөшө сит илдәрҙә баҫылып сыҡҡан; 40-тан ашыу уйлап табыу авторлыҡ таныҡлығына эйә[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Киев губернаһы Тетиев ҡалаһында 1910 йылдың 20 мартында (яңы стиль буйынса 2 апрель) тыуған. Борисҡа 4 йәш тулғанда ғаиләләре Киевҡа күсеп килә[3]

Хеҙмәт ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Киев гидромелиорация техникумында (хәҙер Һыу хужалығы һәм тәбиғәтте файҙаланыу милли университеты). уҡый һәм уны туны уңышлы тамамлай. 1930-1933 йылдар дауамында техник, өлкән техник булып Украин торф берекмәһендә эшләй (Киев һәм Чернигов өлкәһе), артабан Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә алына. Сәләмәтлек торошо буйынса демобилизациялана. Украиналағы аслыҡ осоронда уларҙың ғаиләһе Уралдағы Свердловск ҡалаһына күсеп килә. Шунда ул торф сифатын тикшереүсе инспектор b, өлкән инспектор булып «Уралмаш» һәм Первоуральск торба заводында эшләй.

1940 йылда Урал политехник институтының механика факультеты киске бүлеген тамамлай (хәҙер Урал дәүләт техник университеты). Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында цех мастеры, өлкән технолог, Т-34 танкын етештереүсе заводтың инженер-тикшеренеүсеһе булып эшләй. Предприятиела эшләгәндә, бер үк ваҡытта металдарҙы киҫеү проблемаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү менән шөғөлләнә, 1943 йылда уны яҡлай. Диссертацияһының темаһы — «Исследование процессов шлифования во взаимосвязи с тепловым режимом и структурными изменениями, которые возникают при шлифовании закаленных поверхностей». 1946 йыл бөткәнсе Свердловск предприятиеларында эшләй.

1946 йылда, Украина Фәндәр академияһыны. Төҙөлөш механикаһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһын биләүгә конкурста еңеп, Украинаға ҡайта. Бер үк ваҡытта, 1947-1953 йылдарҙа, Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институтында лекциялар уҡый. 1951 йылда СССР ФА машиналар белеме институтының ғилми советында «Износостойкость деталей машин» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм 1954 йылда профессор исемен ала. 1954-1966 йылдарҙа Киев граждандар авиацияһы инженерҙары институты профессоры булып эшләй. 1966 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Украин ауыл хужалығы академияһында (УСХА, хәҙер Биоресурстар һәм тәбиғәтте файҙаланыу милли университеты): 1966-1969 йылдарҙа машина-трактор паркын эксплуатациялау кафедраһы профессоры итеп тәғәйенләнә. 1969-1976 йылдарҙа ауыл хужалығы машиналары етештереү кафедраһы мөдире була. 1976 йылда ул сәләмәтлек торошо буйынса материалдар һәм технологиялар кафедраһы профессоры вазифаһына күсә һәм унда 1991 йылдың февраленә тиклем эшләй.[3]

Файл:Байкове 157.jpg
Б И. Костецкий ҡәбере

Костецкий Борис иванович КИИГА-ла авиация трибиологияһы фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы була.[4] Яҡынса 160 фән кандидаты әҙерләнгән (шуларҙың 100- УАХА) һәм 12 фән докторы. Бер үк ваҡытта йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.1985-1990 йылдарҙа УССР Фәндәр академияһы президиумы эргәһендәге ғилми совет ағзаһы, УССР Фәндәр академияһының физик-химик механика советы ағзаһы була. Бер нисә ғилми советтарҙың ағзаһы, ғилми-техник журнал һәм фәнни йыйынтыҡтар редколлегияһы ағзаһы, күп томлы Украин совет энциклопедияһын әҙерләүҙә ҡатнаша.[3]

1991 йылдың 15 февралдә Киевта вафат була. Ҡаланың Байков зыяратында ҡатыны — Клавдия Михайловна (1919-1983) менән йәнәш ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • «Танк сәнәғәте Комиссариатының ударнигы» билдәһе менән бүләкләнгән(1944) һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ булған
  • «УССР атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» (1980), «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» маҡтаулы исемдәре бар.
  • ВАСХНИЛ-дың Көньяҡ бүлексәһе Президиумы Почет грамоталарына эйә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә